Байрамға йыйылған халыҡты Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров тәбрикләп, был байрамдың Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналыуын әйтте, ауылдаштарын сәләмәт, әүҙем тормош алып барырға саҡырҙы. Унан һуң һүҙ алған район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Кинйәбаев үҙ һаулығыңа битараф булмаҫҡа, хәүефле коронавирус сиренә ҡаршы көрәшкә берҙәм күтәрелергә, прививка эшләтергә өндәне. Әйткәндәй, сараға Красноусол үҙәк район дауаханаһынан күсмә вакцинациялау пункты ла килгәйне. Теләүселәр ошонда уҡ прививка эшләтте.
Байрамды алып барыусы Табын ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Наталья Хәбибуллина барыһын да Красноусолдан килгән “Батыр” көрәш клубында шөғөлләнеүселәрҙең сығышын ҡарарға саҡырҙы. Келәмдә төрлө көрәш алымдарын оҫта күрһәткән тиҫтерҙәрен бигерәк тә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Табын казактары хоры коллективы, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Данир Мәсәлимов, Елена Рябова башҡарған дәртле йыр-моңдар байрамды биҙәне. Сараның иң мауыҡтырғыс өлөшө – “Батыр-фест”та ҡатнашырға ауылдың ете батыры – Нвер Аванесян, Александр Пятигорский, Владимир Пет-ров, Мирон Щенников, Михаил Петров, Евгений Холмогорцев, Александр Зимин ҡатнашырға теләк белдергәйне. Егеттәр 6 этапта көс һынашты. Сослоҡ, етеҙлек талап ителгән башлыҡ тартып алыуҙа Мгер Аванесянға етеүсе булманы. Ядро бәреүҙә Михаил Зимин беренсе булһа, 30, 40, 50 килограмлы таштарҙы күтәреүҙә Александр Пятигорский еңде. “Акварун” тип аталған ярышта егеттәр спорт майҙансығын йүгереп сығып, дүрт урында ҡуйылған шешәләрҙәге һыуҙы эсергә тейеш ине. Бында ла Александр Пятигорский еңеүсе булды. Һуңғы ярыш – оҙонлоҡҡа һикереүҙә Михаил Петров беренселекте бирмәне.
Баһалама ағзалары ярыш һөҙөмтәләрен барлағандан һуң ике батыр – Мгер Аванесян менән Александр Пятигорскийҙың балдары бер булыуы асыҡланды. Улар абсолют беренселек өсөн тағы ла бер ярыш – армреслингта көс һынашты. Бәйге Александрҙың еңеүе менән тамамланды. Икенсе урында - М.Аванесян, өсөнсөлә Михаил Пет-ров булды. Еңеүселәрҙе Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров бүләкләне.
Уйындар бик ҡыҙыу барҙы, тамашасылар ҙа батырҙарҙы дәртләндереп, көс-ҡеүәт биреп торҙо.
Кескәйҙәр өсөн “Күңелле старттар” уйыны, өлкәндәр һәм балалар араһында шахмат, шашка турнирҙары ла сәмле үтте. Шашка уйынында малайҙар араһында Николай Сидоров – беренсе, Рома Калашян – икенсе, Илназ Аллабирҙин өсөнсө урындарҙы алды. Бар еңеүселәргә лә миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Табын ауылындағы байрам йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә берләштерҙе, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәп, насар ғәҙәттәрҙән арынып, физик культураға, спортҡа ылығып йәшәүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.