+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 10:05

Еребеҙҙең йәшел биҙәге һаҡсылары

Урман эшсәндәре көнө бынан 55 йыл элек СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылдың 13 авгусында булдырыла һәм сентябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Ғәҙәттә был көн байрам булараҡ ҡына түгел, ә йәш ағастар ултыртыу, урмандарҙы яңыртып һәм тәрбиәләү менән иҫтәлекле була.Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының “Ғафури урмансылығы” территориаль бүлеге начальнигы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Еребеҙҙең йәшел биҙәге һаҡсылары
Еребеҙҙең йәшел биҙәге һаҡсылары

- Беҙҙең Ғафури урмансылығы 8 кешене берләштерә. Усолка, Ташлы, Табын, Еҙем участка урмансылыҡтарын үҙ эсенә ала. Төп эшмәкәрлегебеҙ булып урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идара итеү тора. Урмандарҙы һаҡлау менән бер рәттән физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә дәүләт урман фондына ингән ер майҙандарын ҡуртымға биреү менән дә шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлеккә диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә (сабынлыҡ, умарталыҡ ҡуйыу, туризмды үҫтереү һәм башҡалар өсөн) рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү инә. Беҙҙең ҡарамаҡта 215 мең гектарҙы биләгән урман иҫәпләнә.
Йылдың-йылы эшмәкәрлегебеҙ өсөн пландар еткерелә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан планға ярашлы 42 гектар майҙанда йәш үҫентеләр ултыртылды, 109 гектарҙа урман культураларын агротехник тәрбиәләү планы бирелһә, шуның 69 гектарында, йәш үҫентеләр ултыртыуға ер әҙерләү планға ярашлы 40 гектарҙың 25-ендә, йәш үҫентеләр үҫеше өсөн ҡарт ағастарҙы киҫеү буйынса 193 гектар майҙандың 88-ендә эштәр теүәлләнгән. 23 саҡрымда янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырылды, 195 саҡрымдағылары яңыртылды, урман янғындарын иҫкәртеү буйынса 4 дана аншлаг урынлаштырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы аномаль эҫелек һәм ҡоролоҡ арҡаһында иң хәүефкә һалған бәлә – беҙҙең урман фондына ҡараған биләмәлә биш янғын булды. Шуның иң ҙуры - Имәндәш ауылы янындағы Борхатауҙа янғын сығып, 25 гектар тирәһе майҙанды солғап алды. Булған бөтә мөмкинлекте йәлеп итеп, һөнәри йәһәттән оҫта урмансыларыбыҙ көсө һәм ауылдар халҡы, ирекмәндәр ярҙамы, йәғни дөйөм тырышлыҡ менән янғынға ҡаршы биш көн буйы көрәшеп, һүндереүгә өлгәшелде.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Цапаловка ауылы янында ултыртылған йәш үҫентеләр ерегеп, матур итеп үҫеп киттеләр. Бында ағас ултыртыу эштәре дауам итәсәк.
Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Ташлы һәм Усолка участка урмансылыҡтары лесничийҙары, бар ғүмерҙәрен еңел булмаған урмансы һөнәренә бағышлаған Николай Прощаев быйыл алтын юбилейын – 50 йәшен, Николай Алексеев 60 йәшен билдәләй. Урмандарҙы һаҡлау буйынса инженер Әмир Сәйғафаров, урмандарҙы файҙаланыу буйынса инженер Лилиә Свечникова, Еҙем һәм Табын участка урмансылыҡтары лесничийҙары Илшат Сәйфуллин, Ирек Сафин. Урмандарҙы патрулләүгә инспектор итеп Рауил Иваевты эшкә ҡабул иттек.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ урман эшсәндәрен, ғүмерҙәрен был тармаҡ менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы һөнәри байрамыбыҙ – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләйем. Еңел булмаған, мәшәҡәтле эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, мәңгелек йәшел байлығыбыҙ – урмандарҙы һаҡлауҙа, ишәйтеүҙә арымай-талмай эшләүҙәрен, байрамса кәйеф теләйем.

Еребеҙҙең йәшел биҙәге һаҡсылары
Еребеҙҙең йәшел биҙәге һаҡсылары
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: