+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 16:00

Матур ғаилә - ил күрке

Ғаилә - ул матурлыҡ, бәхет һәм шатлыҡ утрауы. Әгәр ҙә ғаилә ныҡ һәм татыу икән, илебеҙ ҙә ныҡлы һәм көслө була ала. Эйе, тап шулай: ғаиләһе ныҡтың – иле ныҡ, ғаиләһе көслөнөң иле лә көслө.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Беҙҙең ғаилә татыулығы, берҙәмлеге, ихлас һәм изге күңелле булыуы менән көслө лә, матур ҙа. Йәшәгән урыныбыҙ - Буруновка ауылы.
Ғаиләбеҙҙең төп терәге - атайыбыҙ. Атайым, Наил Рафаил улы Йосопов, киң күңелле, баһадир кәүҙәле, изге йөрәкле кеше. Уның эше лә бик яуаплы. Ул шофёр булып эшләй. Күп ваҡыты уның юлда үтә. Атайыбыҙ һәр ял көнөн ғаиләһе, һөйөклө ҡатыны һәм яратҡан ҡыҙҙары менән үткәрә. Балаларҙы тәрбиәләү әсәйебеҙҙең яуаплылығында тип әйтһәм, бер ҙә яңылышмам. Сөнки әсәйем, Юлиә Сергей ҡыҙы Йосопова, беҙ аҡыллы һәм тәрбиәле булып үҫһен өсөн бар тырышлығын һала. Ул тыуған ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда етәксе булып эшләй. Әсәйемдең ҡулынан килмәгән эш юҡ: төрлө ҡул эштәренә оҫта, телеңде йоторлоҡ аштар һәм тәмлекәстәр бешерә, изге һәм бик мөләйем кеше. Әсәйебеҙ милләте буйынса - рус, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт телен дә, мәҙәниәтен дә, әҙәбиәтен дә, йолаларын да яҡшы белә. Үҙҙәренең эштәре тынғыһыҙ булһа ла атай-әсәйем беҙҙе бар эшкә өйрәтә, өс ҡыҙына тәрбиә бирергә ваҡыт табалар. Аҡыллы кәңәштәре, изге теләктәре, һәр башланғысыбыҙҙы хуплап тороуҙары, ярҙам итеүҙәре – барыһы ла тик яҡшыға йүнәлтелгән.
Ғаиләбеҙҙәге иң өлкән бала – Яна. Ул Красноусол башҡорт гимназияһында 9-сы класты яҡшы билдәләргә тамамланы, 10-сы класта химия һәм биология йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам итә. Апайым Яна спортты үҙ итә. Ул район һәм республика кимәлендә үткән волейбол ярыштарында һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Ә мин - Элина, ошо уҡ гимназияла белем алам. Быйыл 8-се класта уҡыйым. Дәрестәргә ентекле әҙерләнәм, яҡшы билдәләргә генә уҡырға тырышам. “Айгүзәл” ансамбленең бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Мин бейергә, тегенергә, тәмле итеп бешеренергә яратам. Ғаиләбеҙҙә иң бәләкәс һеңлем - София. Ул Буруновка ауылының башланғыс класында белем ала. Яҡшы уҡый, күп әҙәби китаптар менән мауыға.
Ял һәм байрам көндәрендә ғаиләбеҙ менән күңелле ял итәбеҙ. Ҡыш көндәрендә урманға сығабыҙ. Унда санала, саңғыла, шыуғалаҡта шыуабыҙ, ҡоштарға ем һалабыҙ. Йәй көндәрендә төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылабыҙ. Олатайым менән өләсәйемә ярҙам да итәбеҙ. Уларға беҙ йорт эштәрендә булышабыҙ. Ауылда еләккә, һыу инергә йөрөйбөҙ. Байрамдар үткәреү беҙҙең өсөн икеләтә шатлыҡлы мәлдәр. Сөнки байрам ҡаршылау - ул күңелле мәшәҡәттәр, шат тауыштар, бүләктәр, тәмле күстәнәстәр, туғандарың һәм дуҫтарың менән аралашыу. Яңы йыл, тыуған көндәр иң яратҡан ғаилә байрамдарыбыҙ.
Ғаиләләге иң яҡшы сифаттарҙы үҙләштерә-үҙләштерә алға барабыҙ. Тыуған илде һәм туған телде һөйөү, ололарҙы һәм кеселәрҙе хөрмәтләү, тырышып уҡыу, һәр ерҙә лә өлгөлө булыу кеүек сифаттар беҙҙе тик алға ғына әйҙәй.
Мин үҙемдең ғаиләм менән ғорурланам. Беҙҙең ғаилә бәхетле һәм татыу. Ҡайҙа ғына барһам да мин ғаиләмә ашҡынып ҡайтам. Унда мине наҙлы ҡараштары менән йылытҡан әсәйем, кәрәк саҡта яҡлай белгән атайым, аҡыллы апайым, шаян һеңлем көтөп тора. Тыуған еремдең, һауаһы ла иң тәмлеһе тойола.
Ысынлап та, матур ғаилә – ил күрке һәм ил терәге ул.
Элина ЙОСОПОВА,
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
8-се класс уҡыусыһы.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: