+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 14:55

Табындар тамырҙарын барланы

Учалы районында, республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы уңайынан, Табын ырыуы йыйыны үтте. Ул "Табын ырыуы тарихы"нан - Ҡорама театрының театрлаштырылған тамашаһынан башланып китте. Учалыға Әбйәлил, Архангел, Ғафури, Балтас, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Салауат райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Өфө ҡалаһынан 75 делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылғайны. Беҙҙән Кесе һәм Кәлсер Табын ырыуҙары вәкилдәре Ғафури район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов етәкселегендә барҙы.

Табындар тамырҙарын барланы
Табындар тамырҙарын барланы

Йыйын Туңғатар ауылы янында "Табын ырыуы тарихы"нан – Ҡорама театрының театрлаштырылған тамашаһынан башланып китте. Шулай уҡ милли ке-йем, аш-һыу, халыҡ кәсебенә бәйле төрлө күргәҙмәләр эшләне. Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейы күргәҙмәһе айырым билдәләүгә лайыҡ. Көрәш, ат сабышы, таяҡ тартыу, уҡ атыу һәм башҡа милли ярыштар ойошторолдо. Ырыу йыйынында балалар өсөн “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы үҙ программаһын тәҡдим итте.
Пленар өлөшө Комсомольск ауылында үтте. Делегаттарҙы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Учалы районы Советы секретары Зариф Ғарипов, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Табын ырыуы Союзы идаралығы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаев сәләмләгәндән һуң, съезд үҙенең эшен башланы. Йыйындың рәсми өлөшөндә Комсомольск ауыл мәҙәниәт йортонда Табын ырыуының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһау, төрлө төбәктәрҙә көн иткән ырыуҙаштарҙың тормошо менән танышыу, киләсәккә пландар ҡороу буйынса ҙур һөйләшеү-аралашыу үтте. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде, ырыуҙаштарҙы берләштереүгә йүнәлтелгән саралар планы раҫланды. Ғафури табындарының башлығы Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин “Ғафури Табындары: эш тәжрибәһенән һәм алдағы бурыстар” темаһына ҡыҙыҡлы доклад менән сығыш яһаны. Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген барлыҡ табын ырыуҙары өсөн үҙәк булараҡ ҡарарға тәҡдим итте ул. Артабан бөтә Табын ырыуының Советы һайланды. Ул исемлеккә тағы ла бер нисә яҡташыбыҙ - мәғариф бүлеге етәксеһе Р.Ғ.Солтанморатов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Г.Ғ. Мирхәйҙәровалар өҫтәлде. Йыйында башҡорттар ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән яҡташыбыҙ Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлшат Вәлиева бүләкләнде. Һуңынан Табын ырыуы йыйыны резолюцияһы ҡабул ителде.
Рәйлә Сабитова.

Табындар тамырҙарын барланы
Табындар тамырҙарын барланы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: