+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 11:35

Ғүмеренең 105-се көҙөн ҡаршыланы

Районыбыҙҙа оҙон ғүмерлеләр бар, ә бер быуаттан ашыу ғүмер итеүсе - 105 (!) йәшкә етеү бәхетен кисереүселәр икәү. Шуларҙың береһе – Красноусол ауылының иң оло кешеһе Ғәлиә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы Шәрипова.

Ғүмеренең 105-се көҙөн ҡаршыланы
Ғүмеренең 105-се көҙөн ҡаршыланы

1916 йылдың 16 сентябрендә Үтәк ауылында тыуа Ғәлиә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы. Ул йәшәгән ауыр осор хаҡында беҙ тарих дәреслектәренән генә уҡып беләбеҙ, ә Ғәлиә Шәрипова уны үҙ иңендә татыған, аслығын-яланғаслығын да, һуғышты ла күргән. Етеш донъя көткән атаһы Мөхәмәтрәхимгә кулак мөһөрө тағып, төрмәгә оҙаталар. Әсәһе дүрт балаһы менән йортһоҙ, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалалар, ас-яланғас, кешелә өйҙәш булып йәшәргә мәжбүр булалар. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫәләр. Иң өлкәне булараҡ, Ғәлиә ауыл ҡыҙҙары менән Табын МТС-ына, тракторсылар курсына уҡырға юллана. Курсты тамамлағас, әхирәте менән икеһен “Мағаш” колхозының Юлыҡ ауылына эшкә ебәрәләр. Тәгәрмәсле трактор штурвалына идара итә ул. Ете йыл эшләргә тура килә бында.
Юлыҡ егете Ғариф менән ғаилә ҡороп, 1947 йылда улдары Миңлегәрәй донъяға килә. Әммә бергә оҙаҡ йәшәргә насип булмай, аралары боҙолоп, Ғәлиә 4 айлыҡ улын ала ла тыуған ауылы Үтәккә ҡайтып китә. Бында колхозға эшкә сығып, сусҡа фермаһында эшләй, артабан сөгөлдөр үҫтерә. Үтәк мәктәбенә йыйыштырыусы итеп эшкә саҡыралар һәм хаҡлы ялғаса ошонда хеҙмәт юлы үтә. Улы ғаилә ҡороп, Красноусолда йәшәй башлағас, 1984 йылда район үҙәгенә күсеп килә Ғәлиә әбей. Йорт һатып алып, башта яңғыҙы йәшәһә, олоғайған көнөндә улы һәм килене үҙ фатирҙарына күсереп алалар.
Яҙмыш ҡанундары ниндәй генә һынауҙар алдына ҡуйып, йәшлеге ауырлыҡ менән үтһә лә, ҡартлығы бәхетле Ғәлиә әбейҙең. Йәше 100-ҙән уҙһа ла төҫ ташламаған, салт зиһенле, зирәк аҡыллы, көр тауышлы, ни бары үҙаллы йөрөй генә алмай, аяҡ-ҡулдарым ғына тыңлашмай, ти ул. Бар ғүмерен водитель һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға туҡтаған берҙән-бер улы – Миңлегәрәйе әсәһе өсөн өҙөлөп тора. Килендән дә уңа, Фәниә килене бигерәк итәғәтле, ипле, хәстәрлекле, үҙе 70 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡәйнәһен балалай тәрбиәләй, әсәле-ҡыҙлы кеүектәр. Ғәлиә әбейҙең кесе килене Әлфинә (мәрхүм ейәненең ҡатыны), бүләсәрҙәре Элина менән Алина ҡарт өләсәйҙәре янында йыш ҡунаҡ.
- Ғүмерегеҙ оҙонлоғоноң сере нимәлә? – тигән һорауыма: “Хәрәкәттә – бәрәкәт, - тип яуапланы әбекәй. – Бер ваҡытта ла тик торманым, гелән хәрәкәтләнеп, эш менән булдым, бер эштән дә ҡурҡманым, эшләмәгән эш ҡалманы. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫеп, Аллаһы Тәғәлә ғүмер бирҙе: һеңлекәштәрем: Миңлебикә 96 йәшкә етте, тик мәрхүмә инде, Мәрйәм дә оҙаҡ йәшәр ине, сир генә 84 йәшендә ғүмерен өҙҙө, иң кесебеҙ – Асия 90 йәштән уҙҙы, - ти Ғәлиә әбей.
Ғәлиә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы 105 йәше тулыу уңайынан Красноусол ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзировтың ҡотлауҙарын ҡабул итте. Тәбрикләүҙәргә шулай уҡ яҡындары ла, беҙ ҙә ҡушылдыҡ. 105 йәшегеҙ мөбәрәк, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, Ғәлиә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы!

Ғүмеренең 105-се көҙөн ҡаршыланы
Ғүмеренең 105-се көҙөн ҡаршыланы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: