+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 16:40

Йыраҡтан төшкән килен

- Күрше, ишеттеңме әле, Рәшит Ғүмәров Себерҙән әртискә кеүек бик матур кәләш алып ҡайтҡан, ти. - Етмәһә, мәрйә, ти. - Ике бәләкәй генә малайҙары бар, ти. - Татарса белмәгәс бик ҡыйын булыр инде уға.

Йыраҡтан төшкән килен
Йыраҡтан төшкән килен

Бына шундай хәбәрҙәр менән гөж килгән ине 50 йыл элек Бурлы ауылы.
Бурлы ауылында матур, эшсән, ихтирамға лайыҡ ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Ғүмәровтар ғаиләһе тураһында һүҙем. Быйылғы йыл был ғаилә өсөн юбилейҙар йылы. Ғаилә башлығы Рәшит Фәйзрахман улы Ғүмәровҡа 80 йәш, ҡатыны Любовь Васильевнаға - 75, улдары Женяға - 55, ә уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл була икән.
Ауылда тыуып үҫкән балалар бәләкәйҙән үк ҡул араһына кереп, эшкә өйрәнеп үҫәләр. Рәшит ағай үҙе лә 13 йәштән фермаға эшкә бара. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң да ауылда эшләүен дауам итә. Бурлы ҡыҙы Фрузаға өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә. Оҙаҡламай ялға ҡайтҡан дуҫы Фәрғәт уны үҙе менән Себергә китергә өгөтләй башлай. Бына инде йәш ғаилә Себер тарафтарына юл ала. Барып етеүгә эш тә була, йәшәргә урын да табыла. Бер эштән дә ҡурҡып тормай, эшләп үҫкән ауыл балаһы йөк бушатыусы ла була, төҙөлөштә эшләй. Ә бына йәш килен яңы ергә эйәләшә алмай, етмәһә килендең әсәһе лә утҡа май өҫтәй, хат яҙған һайын ҡайтырға ҡуша. Рәшит ағай бөтөнләйгә айы-
рылыу икәнен аңлаһа ла, ҡатынын поезға ултыртып ҡайтарып ебәрә.
Шулай бер нисә йыл үтә, ауылға отпуск ваҡыттарында ғына ҡайтып килә. Ҡатыны менән аралары бөтөнләй өҙөлә. Ҡала тормошона ла өйрәнеп килә. Тик яңғыҙлыҡ ҡына ҡыйын. Шулай ҙа яҙмыш уға матур бүләк әҙерләп ҡуйған була. Көндәрҙән бер көндө сәс алдырырға тип бөҙрәханаға кереп сығырға була. Сәс алыусы ҡыҙҙы бер күреүҙә оҡшатып, юҡ-бар сәбәп табып йышыраҡ керә башлай, ә инде Люба апайҙың яңғыҙы ғына 2 ул үҫтергәнен белгәс, улар менән барып таныша.
Люба апай бик күпте күргән, ауыр яҙмышлы ҡатын булып сыға. Братск өлкәһенең Голышманово ҡасабаһында тыуып үҫә. Күмәк 11 балалы ғаиләнән иң өлкәне була ул, атай-әсәһе 40 йәштәрендә генә бер-бер артлы үлеп китә. Бөтә туғандарҙы ҡарау, үҫтереү Люба менән ағаһы иңенә төшә, балалар әҙерәк үҫкәс, уларҙы төрлө ерҙәргә урынлаштырып, үҙе лә кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ике улдары тыуа. Ләкин, үтә ҡыҙыл тиҙ уңа тиҙәр бит, ғаилә башлығы ла үҙенең ысын йөҙөн күрһәтә, эскелек менән мауыға, эсеп ҡайтып ҡатынына ҡул күтәрә, балаларын ҡыйырһыта башлай. Бер көндө Люба апай түҙмәй, ире балта күтәргәс, балаларын алып, Төмән ҡалаһына барып урынлаша. Оҙаҡ та үтмәй, ире иҫерек килеш янып үлә. Бына шундай ауыр хәлдәрҙән һуң Люба апайҙың күңеле ҡатып ҡала. Ләкин Рәшит ағайҙың тыныслығын, ихтирамын тойоп, балаларға ҡарата булған яҡшы мөнәсәбәтен күреп, уға кейәүгә сығырға риза була.
Төмәндән Бурлыға ҡайтып еткәнсе ниҙәр кисергәнемде мин үҙем генә беләм, ә Рәшит ағайҙың туғандарын күргәс, барлыҡ ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты, ти ул. Рәшит ағайҙың күмәк туған-тыумасалары йәш ҡатынды асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Бигерәк тә 5 йәшлек Женя һәм 3 йәшлек Олег үҙҙәренә яңы туғандар табылғанға шатланып, уйнарға сығып та китәләр. Тәүге йылдарҙы икәүләшеп Салауатта төҙөлөштә эшләп алалар. Ләкин оҙаҡ уйлашҡандан һуң, ауылда төпләнеп ҡалырға булалар. Икәүләшеп Бурлы фермаһына эшкә керәләр. Ғаилә башлығы һыйыр, быҙау ҡарай, көтөү ҙә көтә, бер эштән дә ҡурҡып тормай. Люба апай ире менән бергә быҙау ҡарай, сөгөлдөрҙә лә эшләп өлгөрә. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була Ғүмәровтар ғаиләһе. Иң ҙур артым уларҙа булғас, ни эшләп һеҙҙә бар, ә башҡаларҙа юҡ тип, ҡайһы ваҡыт малдарын кире үлсәткәндәр.
Колхоз рәйестәре бер нисә тапҡыр Рәшит ағайҙы фермаға етәксе итеп ҡуйырға тәҡдим яһайҙар. Рәшит ағай үҙенең тыйнаҡлығы арҡаһында, мин кешегә бо-йора белмәйем, тип баш тарта. Бер кеше 30 быҙау ғына ҡарарға тейеш булһа ла, кеше булмағас, малдарҙы йәлләп, 100 баш быҙау ҡараған саҡтар ҙа булды, ти ул.
Ваҡыт үтә, татарса бер ауыҙ һүҙ белмәгән Женя менән Олег 4-5 ай эсендә оҫта итеп татарса һөйләшергә өйрәнәләр. Ҡайһы саҡ Люба апай, нимә тип һөйләштегеҙ, тип һораһа, ана, үҙең өйрән, тип кенә яуап бирәләр. Ә Люба апайҙы күрше әбей-апайҙар татарса һөйләшергә өйрәтәләр. Аш-һыуға, ҡул эшенә бик уңған булып сыға йыраҡтан төшкән килен. Ҡабарып бешкән икмәктәре, пирогтары, тоҙланған бәшмәк, йәшелсә-емештәре менән дан тота ул.
Ошо эшсән бәхетле ғаилә тағы 3 балаға ғүмер бирә, барыһына ла тейешле тәрбиә, белем биреп үҫтереп, туйҙар яһап, оло тормош юлына сығаралар Ғүмәровтар. Әлеге көндә Женя менән Олег Себер тарафтарында эшләп йөрөйҙәр, ҡыҙҙары Ирина Йоматау шифаханаһында эшләй, ҡыҙҙары Светлана “Урожай” крәҫтиән хужалығында бухгалтер, улдары Вадим Бурлы мәктәбендә уҡытыусы. Балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур итеп донъя көтә.
Йылдар һиҙҙермәйсә үтә. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына ла быйыл 50 йыл булып киткән икән. Рәшит ағай менән Люба апай күптән инде хаҡлы ялда. Балаларына терәк булып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп ғүмер кисерәләр. Әлеге көндә уларҙың 17 ейән-ейәнсәре, 3 бүләре бар. Улай ғына ла түгел, Люба апайҙың ике һеңлеһе лә Башҡортостанға күсеп килә. Йыраҡта йәшәгән туғандары ла Бурлыла йыш ҡунаҡ. Байрамдарҙа бергә йыйылһалар, үҙҙәре бер табын була. Ә тыуған өйҙөң йылыһы барыһына ла етә.
Бурлы ауылында лайыҡлы ғүмер кисергән был ғаилә үҙенең ҙур юбилейын гөрләтеп ҡаршыланы. Ауылдаштарының ихтирамында, үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, булған тормоштарынан ҡәнәғәт булып йәшәй был матур ғаилә. Тыныс ҡартлыҡта, сәләмәтлектә оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә, Люба һәм Рәшит Ғүмәровтар.

Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА.
Бурлы ауылы.

Йыраҡтан төшкән килен
Йыраҡтан төшкән килен
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: