+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2021, 13:30

“Урожай”ҙа көнбағыш уралар

Әбейҙәр сыуағы башланыу менән районыбыҙҙың хужалыҡтарында икенсе ураҡҡа төштөләр. “Урожай” КХ ЯСЙ-ендә (етәксеһе Нәжип Хисаметдинов) быйыл көнбағышты күпләп сәскәндәр, шуға ла бында эштең ҡыҙған мәле.

“Урожай”ҙа көнбағыш уралар
“Урожай”ҙа көнбағыш уралар

22 сентябрь көнө беҙ барғанда улар Ерек менән Яугилде ауылдары араһында сәселгән көнбағышты ура ине. Комбайндар штурвалы артында тәжрибәле механизаторҙар Рәшит Яҡупов, Рәмзил Сәғитов, Илнур Фәхретдинов көнбағыш уңышын йыйыу менән мәшғүл. Комбайн бункерына тулған ашлыҡты Бурлы ауылының ырҙын табағына “КамАЗ” водителдәре Флүр Насретдинов, Олег Баранов, Камил Сәйғафаров ташып өлгөртөп тора. Көнбағыш уңышы мул күренә, комбайн бункерҙары ла "һә" тигәнсе тулып тора.
- Бөгөнгө көнгә 350 гектарҙа көнбағыш уңышы һуғылған, әле саҡ башланыҡ тиһәң дә була, урыласағы ла күп. Эшселәргә төшкө ашты яланға килтереү ойошторолған. Ашнаҡсылар бешергән ашты бригадир Ғәле Хәлилов яланға килтерә, - ти агроном Раил Мөхәмәтйәнов.
Көндәр аяҙ торғанда һәр минутты тулы көскә файҙаланып, уңышты тиҙерәк йыйырға ғына ҡала.

“Урожай”ҙа көнбағыш уралар
“Урожай”ҙа көнбағыш уралар
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: