+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2021, 10:25

Йөрәктәрҙе нурлар ғәм өсөн...

Еребеҙҙә алтын көҙ тантана итә. Иртә менән төшкән ҡырауҙа, киске һалҡындарҙа ла көҙҙөң үҙ нағышы, илаһи матурлығы. Ошо ваҡытта бар тирә-йүнгә матурлыҡ бөркөп, һыуыҡҡа ла бирешмәй ултырған сағыу сәскәләргә иғтибар иткәнегеҙ бармы?! Арабыҙҙа ла шул сәскәләрҙәй үҙ матурлығы, балҡышы менән эргә-тирәбеҙҙе йәмләп йәшәүселәр бар. Хеҙмәттәшебеҙ – “Табын” гәзитенең ижтимағи-социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире Индира Айҙар ҡыҙы Ишкина ана шундайҙарҙан. Кисә ул үҙенең матур юбилейын ҡаршыланы.

Йөрәктәрҙе нурлар  ғәм өсөн...
Йөрәктәрҙе нурлар ғәм өсөн...

Һәр кемдең күңеленә ятҡан һөнәре була. Юлыҡ ауылында Рауза һәм Айҙар Әлибаевтарҙың өлгөлө ғаиләһендә икенсе бала булып тыуып үҫкән Индира Ишкина ла, гәзит эшенә килеп сумғансы ауылында урта мәктәпте уңышлы тамамлай. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, Өфө педагогия институтына уҡырға керә. Ике курс уҡығас, уҡытыусы һөнәренең күңеленә ятмағанлығын аңлаған ҡыҙ уҡыуын ҡалдырырға ҡарар итә. Ауылдашы, редакцияла хәбәрсе булып эшләп йөрөгән Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова район гәзитендә секретарь-машинист кәрәклеген әйткәс, редакцияға юллана. Хәҙер инде 33 йыл гәзит эшендә ал-ял белмәй эшләгән тәжрибәле хеҙмәткәр ул. Белемен камиллаштырыу өсөн ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын да тамамлай.
Һәр саҡ уйлап эш итеүсе, йыйнаҡ, кәрәген генә һөйләр кеше булараҡ гәзит эше уны ялмап ала. Күп йылдар “Табын” гәзитенең корректоры булып эшләне. Һәр хәреф, билдәләр үҙ урынында торһон, бер хата ла китмәһен өсөн ентекле уҡып бара торғайны. Редакцияға компьютерҙар урынлаштырылғас, авторҙарҙың мәҡәләләрен йыйып, баҫмаға әҙерләп тә ҡуя ине. Һуңынан бар эште еренә еткереп эшләгән тырыш Индира Айҙар ҡыҙы хәбәрсе итеп күсерелде. Башлаған эшен аҙағына тиклем еткерер, әҙәпле булған хеҙмәткәр төрлө-төрлө йүнәлешле бай, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр табыуҙа, темаларҙы тулыһынса асып биреүҙә үҙен танытты. Йөкмәткеһен күңел аша үткәреп, хәрефтәрен төпсөрләп тикшереп, биҙәлешен, фотоларын энәһенән ебенә тиклем ҡарап, гәзитте баҫмаға әҙерләгәндә күпме зиһен көсө сарыф ителгәнен, күҙ нурҙары түккәнен гәзит эшендә эшләп ҡараған кеше генә беләлер. Етмәһә хәбәрсегә тормоштоң уртаһында ҡайнарға, уның барлыҡ тармаҡтарына үтеп инергә, төрлө мәсьәләләрҙе яҡтыртырға тура килә. Шулай уҡ киң аң даирәле, грамоталы булырға, кешеләр менән аралаша-һөйләшә, уртаҡ тел таба белергә тейеш. Был һыҙаттар һәр саҡ үҙе булып ҡала белгән Индира Айҙар ҡыҙында етерлек.
Апрель айында “Табын” гәзитенең ижтимағи-социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире, хеҙмәттәшебеҙ Индира Айҙар ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем тапшырҙы. Был мәртәбәле, алға ынтылыш биргән бүләкләнеүҙе бөтә коллектив менән ҡыуанып, шатланып ҡабул иттек.
Индира Айҙар ҡыҙы тормош иптәше Уразбай Ирғәле улы менән тырышлыҡ һалып ҡорған йорттарында Эльнара ҡыҙҙарын, Илгиз улдарын үҫтереп, хәҙер инде улар үҙ аллы эшләп йөрөйҙәр. Ҡыҙҙары тормошта. Балалары әсә кешенең йыуанысы ла, һөйөнөсө лә, шатлығы ла. Тик тормошта үкенесле, ҡайғылы мәлдәр ҙә була шул. Быйылғы йәй айында тормош иптәшен юғалтып, уға йөрәк өҙгөс ауыр ҡайғылар ҙа кисерергә тура килде. Индира Айҙар ҡыҙы апаһы Зөһрә һәм һеңлеһе Таңсулпан, уларҙың ғаиләһе, балалары менән дә үҙ-ара татыу, бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып йәшәйҙәр.
Үҙ һөнәренә тоғро, эшһөйәр, уңған хеҙмәттәшебеҙгә ике “бишле” алған көнөндә киләсәктә лә арымай-талмай эшләргә яҙһын, яңынан-яңы мәҡәләләрегеҙ менән һөйөндөрөп тороғоҙ, һау-сәләмәт булығыҙ тип теләп ҡалабыҙ.
Ошонда Лариса Абдуллинаның “Гәзит эше” шиғырынан бер куплет яҙып үткем килә:
Хәбәрсенең һөнәре лә шулай –
Матбуғатҡа һала йән көсөн.
Күңелдәрҙе һиҫкәндерер өсөн,
Йөрәктәрҙе нурлар ғәм өсөн.
Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп йәшә лә йәшә әле, Индира Айҙар ҡыҙы!

Йөрәктәрҙе нурлар  ғәм өсөн...
Йөрәктәрҙе нурлар ғәм өсөн...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: