+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2021, 18:45

“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!

25 сентябрҙә, шәмбе көнө, районда “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы үтә. Мөһим сара “Экология” милли проектына ярашлы “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй кампанияһы сиктәрендә бөтә ауылдарҙа ла уҙғарыла.

“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!
“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!

Акция тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һаҡлау, урман ресурс-тарына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.
Ауылдарҙа ағас-ҡыуаҡлыҡтар ултыртыуға, йәнтөйәгебеҙҙе йәшелләндереүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индереү өсөн барығыҙҙы ла экологик акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Акция иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.
Урындарҙа сараның уҙғарылыуы буйынса һорауҙар менән ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә була.

“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!
“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: