+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2021, 10:40

Һин беҙҙең терәк-таянысыбыҙ

Тәбиғәттең ошо илаһи мәлендә барыбыҙға шатлыҡ өҫтәп һөйөклө улым, ҡәҙерле кешебеҙ Раил Рауил улы Мазиев был донъяға ауаз һалған. Хәҙер инде көн артынан йылдар үтеп, быйылғы алтын көҙҙә ул үҙенең алтын юбилейын ҡаршыланы. Тап ошо мәлдә кешенең үткәндәренә байҡау яһап, түңәрәк буйлап әйләнеп сығаһың. Беҙ ҙә барыбыҙға терәк-таяныс, ҡәҙерле һәм хөрмәтле булған кешебеҙгә гәзит аша үҙ теләктәребеҙҙе еткереп, уның тураһында һөйләп үткебеҙ килә.

Һин беҙҙең  терәк-таянысыбыҙ
Һин беҙҙең терәк-таянысыбыҙ

-Раил Мазиев сығышы менән Үтәк ауылынан. Атаһы Рауил Мөхәмәт улы ошо ауылдан ине. Ғүмере буйы Стәрлелә заводта смена начальнигы, оператор булып эшләне, хеҙмәт ветераны булды. 1966 йылда үҙ ғаиләбеҙҙе ҡорҙоҡ, мөхәббәт емештәребеҙ булып балаларыбыҙ Лилиә, Раил тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йыл элек яҡын кешеләребеҙ – тормош иптәшем Рауил, Лилиә ҡыҙым беҙҙе һағышҡа һалып, был яҡты донъяларҙан бер-бер артлы китеп барҙылар. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, был ҡайғыларҙы бер-беребеҙгә йыуаныс һәм ҡыуаныс табып, туғандар, дуҫтар ярҙамында йәшәүгә көс алып еңергә тырыштыҡ, - ти әсәһе Тәнзилә.
Раил Рауил улы шуҡ, сос булды, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыны. Иң тәүҙә Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетын, аҙаҡтан икенсе юғары белем алып, юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Стәрлетамаҡта эске эштәр идаралығында тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләне. 33 йәштә майор булды, беренсе класлы юрист. Әлеге көндә барыбыҙға кәңәшсе, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе лә ул. Унда туғанлыҡ, изгелек кеүек сифаттар ярылып ята.
- Барыбыҙ ҙа уға күҙ терәп торабыҙ. Ул ғаиләһендә көтөп алынған малай булғанлыҡтан, ата-әсәһенең барлыҡ һәйбәт һыҙаттарын үҙендә туплаған. Әсәһе Тәнзилә Ғиләжетдин ҡыҙы Иҡтисад ауылы ҡыҙы. Ҡасандыр Үтәк ауылы клубында ла эшләргә тура килде уға. Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ул. Апайыбыҙ ғаиләбеҙҙә иң олоһо булғанлыҡтан, беҙҙе лә ҡарашып үҫтереште, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙамлашты, барыбыҙға терәк булырлыҡ аҡыллы ул үҫтерҙе. Әле апайыбыҙға 79 йәш. Раил мәктәптә уҡығанда, студент сағында Иҡтисад ауылында йәшәгән өләсәй-олатаһына ла һәр саҡ ҡайтып, ярҙам итеп китә торғайны. Бөгөнгө көндә Раил әсәһен ярҙамынан ташламай, һәр саҡ уның янында. Кеше ни тиклем уңыштарға өлгәшмәһен, уның өсөн ғаиләһе, яҡындары иң мөһиме булып ҡала. Ҡәҙерле кешебеҙҙең ышаныслы ғаиләһе булғанға ла, туғанлыҡ хисе менән йәшәйҙер тип уйлайбыҙ. Тормош иптәше Елена Мазиева Мәләүез районы гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй. Улдары Роберт Ырымбурҙа техник уҡыу йортон тамамлап, әлеге көндә Мәскәүҙә инженер булып эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Валерия 10-сы класта уҡый. Улар ял көндәрендә бергәләп Рощинскийҙағы баҡсалы өйҙәренә барып ял итәләр. Уларҙың бындағы баҡсаларында нимә генә үҫмәй: груша, виноград, сейә һәм башҡа емеш биреүсе ағас-ҡыуаҡтар урынлашҡан. Тырыш кеше һәр яҡтан да булдыра. Раил туғаныбыҙҙың матди байлыҡҡа ҡарағанда яҡындарын өҫтөн ҡуйыуына рәхмәтлебеҙ, - тип, Тәнзилә апайыбыҙҙың һүҙҙәренә ҡушылабыҙ.
Киләсәктә һаулыҡ-сәләмәтлектә, һәр беребеҙгә терәк-кәрәк булып, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Яҡындарыңдың шат йөҙҙәре тормошоңа бәрәкәт, көс өҫтәһен. Шундай ғорурланырлыҡ, ышаныслы, таяныс булырҙай һөйөклө һәм ҡәҙерле кешебеҙ булыуына беҙ сикһеҙ шатбыҙ.
Күңел түребеҙҙәге иң изге, яҡты теләктәр менән барлыҡ туғандары исеменән әсәһе Тәнзилә, ҡустылары Руслан, Марсель, апаһы Фәнүзә һәм уның ғаиләһе.

Һин беҙҙең  терәк-таянысыбыҙ
Һин беҙҙең терәк-таянысыбыҙ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: