+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2021, 19:20

Бар шарттар ҙа буласаҡ

Районыбыҙ үҙенсәлекле тәбиғәте менән айырылып тора һәм социаль-иҡтисади үҫешкә тос өлөш индерерлек туризмды үҫтереүгә мөмкинлектәр бик ҙур. Уны үҫтереү төбәк һәм милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың бер мөһим өлөшө булып тора, сөнки туризм яңы предприятиелар асыуға, эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә. Хозур тәбиғәте һәм саф һыулы Еҙем йылғаһы менән һәр кемде үҙенә йәлеп иткән Толпар, Таш-Аҫты ауыл-дарына ғына ла Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килеүсе туристар һаны артҡандан-арта бара.

Бар шарттар ҙа буласаҡ
Бар шарттар ҙа буласаҡ

Районда экологик-туристик эшмәкәрлектең нигеҙе булып Еҙем йылғаһы тора. Еҙем буйлап туристар кәмәләрҙә, катамарандарҙа ағып төшә. Шул уҡ ваҡытта ошоға бәйле “ҡырағай туризм” да барлыҡҡа килә.
Туристик базалар бай тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу йәһәтенән ойошторола ла инде. Ошо йәһәттән районыбыҙҙа бер нисә турбаза эшләп килә. Уларға йәнә берәү – “Һарыташ” ял базаһы өҫтәлде. Таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында Таш-Аҫты ауылынан ике саҡрым өҫтәрәк саф һауалы, тыныс, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был база тормош ығы-зығыһынан ял итеү өсөн иң яҡшы, уңайлы урын. Бында ғаилә менән дә, яңғыҙ ҙа килеп ялдарҙы үткәрергә мөмкин.
“Һарыташ” ял базаһын Красноусолдан эшҡыуар Илшат Әғзәм улы Бәхтейәров ойошторған. Әлеге мәлдә ял базаһында урынлаштырылған шалаш рәүешендә ағастан төҙөлгән экойорттарҙың (барлығы – 8, 5-6 кеше һыйҙырышлы) эске өлөшөндә эштәр дауам итә. Эшҡыуар 2020 йылда туризмды үҫтереү маҡсатында грант отҡан, барлыҡ эштәр ошо аҡсаға башҡарыла. Бындағы эстән дә, тышҡы яҡтан да йылытылған йорттарҙа йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге буласаҡ. Ял итеүселәр заманса йыһазландырылған һәм бөтә шарттар булдырылған йылы (электр менән йылытыласаҡ) шалаш-өйҙәрҙә йәшәйәсәк. Мөмкинлектәре сик-ле кешеләр өсөн йыйылмалы пандустар урынлаштырыласаҡ.
Хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған ял базаһында ялдарын үткәрергә теләүселәргә төрлө экскурсия программалары тәҡдим итеү күҙаллана: йәй көнө Киндерле һәм башҡа мәмерйәләр менән танышыу, Еҙем йылғаһы буйлап катамаран-кәмәләрҙә ағып төшөү, ҡышын ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү һәм башҡалар. Ялдағыларҙың туҡланыуын ойоштороу өсөн аш бүлмәһе (электр плитаһы һәм башҡаһы менән йыһазландырыла) буласаҡ.
“Һарыташ” ял базаһын яңы йылға файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла. Туризмдың үҫеше был эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ғына түгел, ә урындағы халыҡҡа ла файҙалы - базаға яҡын урынлашҡан ауыл кешеләре ял базаһында үҙҙәренә эш урыны табасаҡ.
Районыбыҙҙың Илшат Бәхтейәров кеүек алға ҡарап эш иткән эшҡыуарҙарының туризмды үҫтереү, яйға һалыу йүнәлешендә тағы ла әүҙемерәк эшләүен, ял итеүселәрҙе һәм сәйәхәтселәрҙе күберәк ылыҡтырыуын теләргә генә ҡала.

Бар шарттар ҙа буласаҡ
Бар шарттар ҙа буласаҡ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: