+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2021, 16:40

Киҙеүгә ҡаршы бушлай вакцинаны кемдәр яһата ала

Көҙҙөң тәүге айҙары – киҙеүгә (грипҡа) ҡаршы прививка эшләтеү өсөн иң ҡулай мәл. Быйыл, коронавирустың сираттағы тулҡынын көтөү шарттарында, үҙеңде һәм яҡындарыңды айырыуса ныҡ һаҡларға кәрәк. Республикала әлеге мәлдә 200 мең самаһы кеше вакцина яһатҡан, был – кампанияның башы ғына. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.

Киҙеүгә ҡаршы бушлай вакцинаны кемдәр яһата ала
Киҙеүгә ҡаршы бушлай вакцинаны кемдәр яһата ала

Прививка эшләтеү
нисә һум тора?
Киҙеүгә ҡаршы вакцина тулыһынса бушлай эшләнә. Бының өсөн йыл һайын федераль бюджет аҡса бүлә. Башҡортостан быйыл ололарға һәм балаларға 2,4 миллион доза «Ультрикс Квадри» һәм «Совигрипп» вакцинаһына заказ бирҙе. Уларҙың бер өлөшө ошо көндәрҙә келәттәргә килтерелә, балаларға тәғәйен өлөшө сентябрҙең икенсе яртыһында алынасаҡ.
Бушлай вакцина
кемдәргә тейеш?
Тәү сиратта алты айҙан ҙурыраҡ балалар, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары вакцина яһата. Шулай уҡ – медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, социаль тармаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡ, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү хеҙмәтсәндәре, вахта менән эшләүселәр, чиновниктар, пенсионерҙар, хәрбиҙәр, хроник сирлеләр, ауырлы ҡатындар.
Башҡалар ҙа бушлай вакцина эшләтә ала, әммә саҡ ҡына һуңғараҡ. Бының өсөн йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда вакцинацияны үткәреү тәртибе, ваҡыты тураһында ентекле аңлатырҙар. Ҡайһы бер предприятие һәм ойошма етәкселәре прививка яһатыуҙы эш урынында ойоштора. Әгәр көтөргә теләмәһәгеҙ, шәхси клиникаларға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, әммә уларҙа был ғәмәл түләүле.
Мин коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләттем. Киҙеүгә ҡаршы вакцинаны ҡасан ҡаҙатырға мөмкин?
Коронавирус эпидемияһы шарттарында башҡа инфекциялар сирҙе тағы ла нығыраҡ аҙҙырып ебәреүе, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу киҙеү прививкаһының кәрәклеген юҡҡа сығармай.
Табиптар түбәндәгесә кәңәш бирә. Тәүҙә COVID-19-ға ҡаршы прививканың ике этабын да үтергә. Антиесемдәр барлыҡҡа килһен өсөн бер ай көтөргә һәм киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтергә. Үҙегеҙ өсөн прививкаларҙың шәхси календарын төҙөгәндә йоғошло сирҙәр ҡоторған мәлгә – декабрь-ғинуарға ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килеүен күҙ уңында тоторға кәрәк.
COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатҡандан һуң бер ай ваҡыт үтмәйенсә йәки ике компонент араһында киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә кәңәш ителмәй.
Балаға ата-әсә рөхсәтенән тыш прививка яһай алалармы?
Юҡ, алмайҙар. Законға ярашлы, бәлиғ булмаған балаға прививка эшләү ата-әсәнең береһенең йәки законлы вәкилдең яҙма рөхсәте менән генә башҡарыла.
Вакцина сирләмәү өсөн 100 процент гарантия бирәме?
Юҡ, бирмәй. Әммә уны эшләтеү мөһим. Ни өсөн икәнен аңлатып үтәбеҙ.
Вакцина иммун системаһына антиесемдәр барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. Тәүге иммунитет вакцинациянан һуң ике аҙна үткәс кенә формалаша, ә бер айҙан һуң ул тулы көскә эйә була һәм бер йыл дауамында тәьҫир итә. Шуға күрә прививканы эпидемия башланғанға тиклем эшләтергә кәрәк. Сир миҙгеле яҡынайған һайын иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрмәү ихтималлығы ла арта.
Әгәр ошо ике аҙна ваҡыт эсендә сирле кеше менән аралашһағыҙ, киҙеү йоҡтороуығыҙ бар. Иммунитетығыҙ шәптән булмаһа, вакцина яһатҡандан һуң да сирләүегеҙ ихтимал. Әммә вакцина үҙе сир сәбәпсеһе була алмай, сөнки эшләү барышында уның ауырыу таратыу сифаттарын «үлтереп», бары тик һаҡ барлыҡҡа килтереү мөмкинлеген генә ҡалдыралар.
Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, вакцинация сирләү хәүефен – бер ярым тапҡырға, дауаханаға ятыу ихтималлығын ике тапҡырға кәметә, ә ауыр эҙемтәләргә һәм үлем осраҡтарына бөтөнләй урын ҡалдырмай. Йәғни прививка сирҙе еңел үткәреүгә, дауаханаға, реанимацияға эләкмәүгә йөҙ процент гарантия бирә ала.
«Ниндәй реанимация, был бит ябай киҙеү!» – тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, тап ана шул «ябай киҙеүҙән» йыл һайын 500 меңгә яҡын кеше үлә! Был тотош бер ҡала халҡы!
Ниндәй прививка кәрәк икәнен табиптар ҡайҙан белә?
Киҙеү вирусы һәр ваҡыт үҙгәреп, мутация кисереп тора, шуға күрә вакцина ла даими яңыртыла.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йыл һайын тикшеренеүҙәр уҙғарып, ниндәй штамдың таралырын һәм ниндәй компоненттар өҫтәргә кәрәклекте билдәләй. Быйыл Төньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан илдәр халҡына түбәндәге состав тәҡдим ителә:
А/Victoria/2570/2019 (H1N1)pdm09;
А/Cambodia/e08263-2020 (H3N2);
В/Washington/02/2019 (Викториан линияһы);
B/Phuket/3073/2013.

Киҙеүгә ҡаршы бушлай вакцинаны кемдәр яһата ала
Киҙеүгә ҡаршы бушлай вакцинаны кемдәр яһата ала
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: