-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2021, 12:20

Пушкин көҙөнә сәйәхәт

Бөйөк шағир А.С.Пушкин 1833 йылдың сентябрендә Ырымбур губернаһында (хәҙерге Башҡортостан республикаһы) эшлекле сәфәрҙә була - киң билдәле проза әҫәрҙәрен ("Капитан ҡыҙы", "Пугачев тарихы") яҙырға материал туплай. Рус яҙыусылары араһынан беренсе булып башҡорт халҡы образын әҙәбиәттә яҡтырта.

Пушкин көҙөнә сәйәхәт
Пушкин көҙөнә сәйәхәт

Шағир тормошонан ошо һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәрҙе беҙгә Көйөргәҙе районы Шабағыш ауылында урынлашҡан Пушкин музейына экскурсия ваҡытында Рафиҡ Ғабидрахман улы Әминов һөйләне. Ул халыҡ-ара пушкинистар ойошмаһы ағзаһы (АҠШ), исеме кембридж университеты энциклопедияһына индерелгән, “Донъя кешеһе” тип билдәләнгән шәхес, музейҙы ойоштороусы һәм етәкләүсе.
Музейҙа 40 меңдән артыҡ экспонат тупланған, улар иҫәбендә шағирҙың 86 телдә сыҡҡан китаптары, бармаҡ башындай ғына коллекцион нәшерҙәре лә бар. Уникаль экспонаттарҙың береһе - шағирҙың һуңғы битлеге (посмертная маска), улар донъяла өс кенә бөртөк, икенсеһе Башҡортостанда һаҡлана. Пушкиндың ижады менән берлектә уның ғаилә тормошон, нәҫел ебен, ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем һөйләне Р.Әминов. Һуңынан классиктың әҫәрҙәрен белеүгә бәйге лә ойошторҙо. Экскурсияға килгән төркөмдә төрлө өлкә вәкилдәре бар ине: пенсионерҙар ҙа, уҡытыусы, уҡыусылар ҙа, китапханасы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, ағинәйҙәр ҙә, шәхси эшҡыуар ҙа. Уларҙың һәр береһе лә бәйгегә ихлас ҡушылып, Пушкин шиғырҙарын ятҡа һөйләнеләр.
Дантес ҡулы менән атты батша
Быуаттарҙың бөйөк йырсыһын.
Тик быуаттар ҡеүәтләне генә,
Ҡеүәтләне көмөш йыр сыңын, -
тип яҙғайны шағир үлеменә ҡарата Рәми Ғарипов. Бөйөк шағир ижады, уның шиғри ғүмере ике быуаттан һуң да ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтау түгел, исеме менән төпкөл ауыл мәктәбен ябылыуҙан һаҡлап тора. (Шабағыш мәктәбендә 21 генә бала уҡый, бина ҙур, төҙөк, таҙа).
Ғафури районынан килеүебеҙҙе күҙ уңында тотоп, Рафиҡ Ғабидрахман улы Күмертау ҡалаһындағы М.Ғафури һәйкәлен дә күрергә тәҡдим итте. Мәктәп алдындағы А.С.Пушкин һәйкәле янында фотоға төшкәндән һуң унда киттек. Бөйөк яҡташыбыҙға ҡуйылған бюстың торошо, үҙәк майҙандарҙың береһендә булһа ла, яҡшыларҙан түгел икән.
Сираттағы туҡталыш - Күмертау тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Башҡортостан күмере сығарыу үҙәге һәм Рәсәй авиация сәнәғәтенең үҫешендә ҙур урын тотҡан вертолеттар сығанағы һәм таянысы булған Күмертау ҡалаһының тарихы белешмәләр, макеттар, бай мәғлүмәттәр менән заманса биҙәлгән залдарҙа урын алған. Ҡаланың тәүге атамаһы “Бабай” булған икән. Музейҙың аҫҡы ҡаты тулыһынса кешелек, ҡош-хайуандар донъяһы үҫешенә, тәбиғәт үҙенсәлектәренә арналған. Ысын шарлауыҡ та шаулап ағып тора хатта, һоҡланғыс экспозиция!
Ҡаланың Еңеү паркы иһә үҙе бер асыҡ һауалағы музей тиерһең. Танкка ҡаршы бара торған көслө Т-12 пушкаһы, 6-8 мең метр бейеклеккә ата алған зенит автоматик пушкаһы, бронетранспортерҙар, танктар, батырҙарға дан йырлаған һалдат һәйкәле, мәңгелек ут... Илебеҙгә азатлыҡ яулаған һуғыш ҡаһармандарына һәм бөгөн ил тыныслығын һаҡлаған йәш быуын һалдаттарына рәхмәт хистәре менән, тыныслыҡта, именлектә йәшәргә булһын тигән изге теләктәр менән ҡайтыр юлға ҡуҙғалдыҡ.
Күп мәғлүмәттәр биргән, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы, хис-тойғоларға бай булған көҙгө экскурсия барыбыҙға ла бик оҡшаны. Беҙгә ошо мөмкинлекте тыуҙырған ойоштороу-сы - Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитоваға, транспорт менән тәьмин иткән район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Аҡҡужинға, юлда имен йөрөтөп алып ҡайтҡан шоферыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙ яуһын.
Фәниә Фәйзуллина.
Сәйетбаба ауылы.

Пушкин көҙөнә сәйәхәт
Пушкин көҙөнә сәйәхәт
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: