-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 11:15

Тәрбиәсе – уның булмышы

Тәрбиәсе – оло яуаплылыҡ талап иткән иң изге һөнәрҙәрҙең береһе ул. Балаларҙы яратҡан кеше генә тәрбиәсе була ала. Бөгөн мин тәрбиәсе булып эшләгән киленем Красноусолда тыуып-үҫеп, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Әмир ҡыҙы Фәйзуллина тураһында һөйләргә теләйем.

Тәрбиәсе –  уның булмышы
Тәрбиәсе – уның булмышы

2012 йылда Стәрлетамаҡ педагогия колледжын тамамлап, Салауат ҡалаһының 41-се балалар баҡсаһына эшкә килә Гөлназ. Тиҫтә йылға яҡын ошо баҡсала тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Ошо йылдар арауығында үҙен ысын тәрбиәсе итеп, тик яҡшы яҡтан күрһәтте, коллективы хөрмәт итә, бер ғаиләләй булып, берҙәм эшләйҙәр. Ата-әсәләр менән дә бик яҡшы, йылы мөғәмәләлә, һәр ваҡыт унан кәңәш һорап киләләр. Ә балалар үҙен “әсәй” тип кенә йөрөтәләр. Бар яҡтан да килгән, оҫта ул, сценарийҙар яҙһынмы, һә тигәнсе һүрәттәр төшөрөп, стена гәзиттәре сығарып элһенме, балалар баҡсаһының йәмәғәт эштәрендә лә, семинарҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша, һәр төрлө проекттарҙа ҡатнашып, Диплом, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, һөйөклө әсәй, ҡатын. Тормош иптәше – улым Данил Нурислам улы Фәйзуллин менән 13 йыл ғүмер итәләр. Икеһе лә егәрлеләр, Имәндәш ауылында матур итеп йорт төҙөйҙәр. Ике балаға ғүмер бүләк иттеләр. Улдары Рамазан 6-сы класта уҡый, акробатика менән шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, 1-2-се урындар яулай, яҡшы уҡый. Ҡыҙҙары Алинаға 5 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Киләсәктә лә бар тырышлығын-көсөн йәлләмәй, арымай-талмай эшләргә яҙһын.
Рәзилә ЗӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Имәндәш ауылы.

Тәрбиәсе –  уның булмышы
Тәрбиәсе – уның булмышы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: