+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 09:00

“Ынйыҡай”ҙа балаларға рәхәт

Балалар баҡсаһы-ның тотороҡло эшләп килеүе ауыл халҡы һәм балаларҙың киләсәге өсөн тик файҙаға ғына. Кескәйҙәр күпселек ваҡыттарын бергә үткәрә, тиҫтерҙәре менән аралашыу сабыйҙарҙың аң-белем кимәлен яҡшыртыу менән бер рәттән үҙ-ара дуҫлашырға, тирә-яҡ донъяны танып белергә өйрәтә, ҡарашын да киңәйтә. Һәр саҡ ҡояш кеүек баҡҡан тәрбиәсе апайҙары янында уларға рәхәт, бар башланғыстарға нигеҙ ҙә бында һалына.

“Ынйыҡай”ҙа балаларға рәхәт
“Ынйыҡай”ҙа балаларға рәхәт

Байымбәт ауылында бына 6 йыл эшләп килгән “Ынйыҡай” балалар баҡсаһында 2 йәштән 6-ға тиклемге кескәйҙәр йөрөй. Бөгөнгө көнгә бөтәһе 16 бала иҫәпләнә. Бәләкәй тип иҫәпләнгән ауылда балалар баҡсаһы булыуы, унда балаларҙың шат тауышы ишетелеүе ҡыуаныслы. Балалар баҡсаһы ла күркәм урында урынлашып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Кескәйҙәр рәхәтләнеп уйнаһын, йоҡлаһын, туҡланһын өсөн бар шарттар булдырылып, матур итеп йыһазландырылған. Бында татыу, бер-береһен аңлап эшләүсе биш кешенән торған коллектив тупланған.
Тәрбиәсе булып үҙ эшен яратҡан Дилбәр Шамил ҡыҙы Ҡорманғолова эшләй. Ул был ауылға 2002 йылда, Өфө педагогия колледжын тамамлағандан һуң, мәктәпкә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә килә. Ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Олоһо Наҙгөл - 10-сы, Динар – 8-се, Марсель 2-се класта Бурлы мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр. Һуңынан мәктәпте балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп төҙөгәс, Дилбәр Шамил ҡыҙын тәрбиәсе итеп ҡуйғандар.
Тәрбиәсе ярҙамсыһы Лиана Нәзир ҡыҙы Фәтҡуллина йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен еренә еткереп, яратып башҡара. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ тота. Балалар ҙа уны яратып өлгөргән. Ашнаҡсы Рәзилә Рысян ҡыҙы Ноғоманованың бешергәндәрен дә тәмләп ашайҙар бәләкәстәр. Аҙыҡ-түлек менән “Сифат тирмәне” тәьмин итә. Электр ҡаҙанлығы операторы булып эшләүсе Марат Әбүбәкир улы Ҡорманғолов менән Хәлил Хәйҙәр улы Ғәлин йылылыҡ, хужалыҡ өсөн яуаплы.
- Әле балалар һаны кәмегәне юҡ, шуныһы шатлыҡлы. Икенсе йылға ла өс бала уҡырға төшһә, тағы ла өсәү киләсәк. Балалар менән уйнайбыҙ, йырлайбыҙ, һүрәттәр төшөрәбеҙ. 5 йәшлек бер инвалид бала йөрөй. Айырым иғтибар кәрәк булыр тип башта ҡурҡҡайныҡ, ул бигерәк сос булып сыҡты. Атай-әсәйҙәрҙе саҡырып төрлө байрамдар ҙа үткәрә торғайныҡ, тик былтырлы-быйыллы коронавирус пандемияһы сәбәпле, бындай сараларға башҡаларҙы килтермәйбеҙ. 2018 йылда мине ике аҙнаға уҡырға ебәргәс, Бурлынан Фәимә Рәйес ҡыҙы Ғөзәйерова эшләп торған ине. Ул балаларға һәр эш башлар алдынан “бисмилла” әйтергә, ашағандан һуң “амин” тоторға өйрәткән. Шунан бирле баҡсабыҙҙа ошо йола йәшәп килә, яңы килеүселәр ҙә быға ҡушыла бара, - ти тәрбиәсе Дилбәр Ҡорманғолова.
Эйе, балалар тәрбиәселәрҙең һәр өйрәткәнен отоп ҡалырға тора шул. Балалар баҡсаһына йөрөгән бала рухи яҡтан ба-йый, тап мәктәпкәсә йәштә уның аңына кешелек ҡиммәттәре һеңә. Шуға ла балалар баҡсаларында шат тауыштар ишетелә икән, мәктәптәрҙең, ауылдың киләсәге бар тигән һүҙ. “Ынйыҡай”ҙа ла балалар тауыштары яңғырап торһон, тәрбиәсе апайҙары уларҙы яңы үрҙәргә әйҙәһен.

“Ынйыҡай”ҙа балаларға рәхәт
“Ынйыҡай”ҙа балаларға рәхәт
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: