+27 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Сентября 2021, 13:05

Сағыу көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡ

10 сентябрҙә Еҙем-Ҡаран ауылында “Мәҙәни шәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә бер нисә сараны берләштергән матур байрам үтте: ул “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә алынған кескәй генә янғын һүндереү машинаһы презентацияһы, ауыл хужалығы йәрминкәһе, ауыл оҫталарының һәр төрлө ҡул эштәре күргәҙмәһе, ғаилә юбилярҙарын тәбрикләү, Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Р.Килмөхәмәтованы юбилейы менән тәбрикләүҙән һәм концерттан торҙо.

Сағыу көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡСағыу көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡ
Сағыу көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡ

Ауылдың ҡул эштәре һәм яҫмаҡ таштарҙы биҙәү - һүрәт төшөрөү оҫтаһы Зөлфиә Йомағолованың күҙҙең яуын алырлыҡ эштәре: балаҫ үреү станогы һәм балаҫтары, сағыу биҙәкле япмалары, яҡындарының портреттарынан торған күргәҙмә һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
Бәйләм оҫтаһы Алһыу Сөләймәнова иһә йәрминкәгә үҙ ҡулдары менән бәйләгән балалар әйберҙәрен алып сыҡҡан.
Рим Хәсәновтың һүрәттәренән торған күргәҙмә лә сараға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Сарала ҡатнашыусылар ауыл оҫталарының эштәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты.
Ауыл хужалығы йәрминкәһенә Ибраһим һәм Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорттары, мәктәп вәкилдәре үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарынан май, ҡаймаҡ, эремсек, һөт, ҡорот, йомортҡа, Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Р.Муллағолова менән урынбаҫары Г.Рәхмәтуллина көҙгө муллыҡтан алмалар, ҡаҡ һәм башҡаһын алып сыҡҡан. Ибраһим ауылынан билдәле умартасы Мансаф Килмөхәмәтов менән Еҙем-Ҡарандан Айгөл Хәбибуллина килеүселәргә бал тәҡдим итте. Һатып алыусыларға төрлө дәүмәлдәге һауыттарға тултырылған балдың һәр төрлөһөн һайлап, тәмләп ҡарап һатып алыу мөмкинлеге булды.
Еҙемҡарандарҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов та килеп етте һәм ихласлап йәрминкә-күргәҙмәне ҡарап сығып, унда ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге өсөн ҡәнәғәт ҡалыуын билдәләп, рәхмәтен белдерҙе.
Байрамдың тантаналы өлөшө башланып, сараны алып барыусы Рәүилә Килмөхәмәтова тәүге һүҙҙе Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтоваға бирҙе.
- Беҙҙең биләмә лә Бөтә Рәсәй “Мәҙәни шәмбе” акцияһына ҡушылып, бөгөн матур байрам сараһы үтә. Күреүебеҙсә, биләмәбеҙҙә егәрле, талантлы кешеләр йәшәй, сараға берәүҙәре көҙгө муллыҡтары менән килгән, икенселәре ҡул эштәре менән, буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөп, таштар биҙәп ултыралар. Барыһына ла рәхмәт. Бөгөн шатлыҡлы ваҡиға: янғын һүндереү машинаһына эйә булыу шатлығын уртаҡлашырға йыйылдыҡ. Машина бәләкәй генә булһа ла, матур ғына, шәп йөрөй, 800 литр һыу һыйҙырышлы. Белеүегеҙсә, янғын һүндереү автомашинаһы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса алынды. Был программала биләмәбеҙ өсөнсө йыл рәттән уңышлы ғына ҡатнашып килә: 2019 йылда – трактор, 2020-лә арба, аҫылмалы ҡоролма (КУН), ҡар таҙартыу техникаһы һатып алынды. Үҙебеҙҙең генә ҡулдан килмәҫ ине, әгәр ҙә республикабыҙ, районыбыҙ, биләмәләге 11 ауылда йәшәгән халыҡ, бағыусылар ярҙам ҡулы һуҙмаһа. Барыһына ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Янғындарҙан уяу, һаҡ булырға кәрәк, - тине Миңнира Сәғит ҡыҙы. Янғын һүндереү автомашинаһына водитель Илшат Әбделмәнов менән тракторсы Рәфил Сәғитов идара итәсәк.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде. Фәнзил Фәйез улы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының ҡасан һәм ниндәй маҡсат менән ғәмәлгә ашырылыуы хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте:
- “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” пилот проекты 2014 йылда башланып, районыбыҙ унда 2016 йылдан алып ҡатнашып килә. 5 йыл эсендә 35 проект менән ҡатнашып, республиканан 37,5 миллион һум аҡса алыуға ирештек, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фәнзил Фәйез улы. – 2021 йылда 17,5 миллион һум булды. Быйылғы йылда районыбыҙға дүрт трактор (барлыҡ ауыл биләмәләре лә тиерлек тракторлы булып бөттө), өс янғын һүндереү машинаһы, ике янғын техникаһы өсөн бокс, өс аҫылмалы ҡоролма, бер балалар майҙансығы алынды, Аҡкүл ауылы балалар баҡсаһына капиталь ремонт уҙғарылды. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә алынған был янғын һүндереү машинаһының файҙаһы бик ҙур, 800 литр ғына һыу һыйҙырышлы булһа ла мобиль булыуы (башҡа техника үтә алмаған урынға инеү мөмкинлегенә эйә) менән үҙенсәлекле. Хаҡы 1 млн. 600 мең һум тора. Һеҙҙең ҡарамаҡтағы техниканы иҫән-һау тотонорға яҙһын, һәр ваҡыт әҙер торһон, өй беренсә йөрөп халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барығыҙ, урмандарға яҡын урындарҙа янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырығыҙ, үҙегеҙ иҫән-һау, берҙәм-бергә, татыу булығыҙ, бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, ҡурсалап йәшәгеҙ, - тигән теләктә ҡалды Ф.Сыңғыҙов.
Бәхетленең ҡунағы бер юлы, тигәндәй, был сарала өс ғаилә юбилярҙары тәбрикләнде: 60 йыл парлы булып йәшәп, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе Минзилә Хәйрулла ҡыҙы менән Риф Ғәли улы Ихсановтар, 50 йыллыҡтарын – алтын туйҙарын байрам итеүсе Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы һәм Фринад Ғилметдин улы Исҡужиндар, Зөлфирә Әхәт ҡыҙы менән Рәмил Әхмәт улы Моталлаповтарға ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Ҡотлауын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Ә.Исҡужина ғаилә юбилярҙарына арнап үҙенең ижад емеше - “Парлы ғүмер” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән фольклор төркөмө йырҙарын бүләк итте.
Тап ошо көндө 60 йәшен билдәләгән Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүилә Килмөхәмәтова ла ҡотлауҙар ҡабул итте. Быйыл шулай уҡ уның хеҙмәт эшмәкәрлеген башлауына ла 40 йыл тула. Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов менән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы М.Шәйәхмәтова райондың һәм ауыл биләмәһенең мәҙәни тормошона үҙ өлөшөн индергән Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙының күп йыллыҡ эшмәкәрлегенә лайыҡлы баһа биреп, артабан да уңышлы эшләүен теләп Рәхмәт хаттары, бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. Юбилярҙы ҡотлауҙарға башҡалар ҙа ҡушылды.
Тантаналы сара тамамланһа ла ҡайтырға ашыҡманы халыҡ, дәртлеләр дәртле көйҙәргә бейеп, йырлашып та алды. Бына шулай еҙемҡарандар сараны күңелле һәм ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе.

Сағыу көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡ
Сағыу көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас