

Еҙем-Ҡаран ауылына ингән ерҙә бынан бер йыл элек башланғыс һалынған “Еңеү” аллеяһына был көндө 30 төп ҡайын ағасы ултыртылды. Ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова тирә-яҡ мөхитебеҙҙе йәшелләндереү өмәһенә ҡушылыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә лә был көндө акцияға әүҙем ҡушылдылар. Бөтәһе 85 кеше сығып,Ҡауарҙыла - ауыл хакимиәте алдына, Юлыҡта - Еҙем ярындағы аллеяла, Аҡташта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары обелискыһы янына 70 төп ылыҫлы ағас ултыртҡандар. Ҡауарҙы мәктәбе биләмәһендә, Һабай ауылында тирә-яҡты таҙартыу эштәре башҡарылған.
Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡарағай ауылындағы “Еңеүҙең 75 йыллығы” аллеяһына 50 төп шыршы һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртҡандар. Мәҙәниәт, ауыл хакимиәте һәм социаль хеҙмәткәрҙәр – бөтәһе утыҙлаған кеше йәш ағастарҙы ултыртып, һыу һибеп, үҫентеләр тамыр йәйеп, яҙға япраҡ ярып, шаулап үҫеп китһен, тигән теләктә таралышты.
Өмәләргә ауыл хакимиәттәре техникаһы йәлеп ителде. Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 5 октябргә хәтлем барасаҡ.