+8 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Октября 2021, 10:50

Тормош уртаһында ҡайнайҙар

Юлыҡ ауылы ветерандар ойошмаһын уҡытыусы-ветеран Минзилә Яҡуп ҡыҙы Шаһиева етәкләй. Башҡортостан ветерандар ойошмаһының Уставына һәм планына ярашлы эш алып барыла. Ауылдағы хаҡлы ялдағыларҙың исемлеге төҙөлгән. Йәмғеһе 145 оло кеше бар, шуларҙың 32-һе 80 йәштән уҙғандар, өс тиҫтәнән ашыуы парлы ғүмер кисереүселәр. Ауылда ҡараусыһыҙ ҡалған, яңғыҙаҡ оло йәштәге кешеләрҙең булмауы шатлыҡлы күренеш, барыһы ла балаларының хәстәрлегендә хөрмәт-ихтирам күреп йәшәйҙәр.

Тормош уртаһында ҡайнайҙарТормош уртаһында ҡайнайҙар
Тормош уртаһында ҡайнайҙар

Ойошманың төп бурысы булып оло быуын кешеләренең социаль-иҡтисади, хеҙмәт, шәхси хоҡуҡтарын яҡлау тора. Уларҙың йәмғиәттә лайыҡлы урын биләү һәм рухи талаптарын үтәү ҙә төп бурыстарҙың береһе булып һанала. Ошо маҡсатта уларҙы ғаилә байрамдары, юбилейҙары менән ҡотлап, бүләктәр тапшырыу матур йолаға әйләнгән. Ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләгән Рәшиҙә менән Әсҡәт Әбделмәновтар, Миңлегөл һәм Рамазан Кәримовтар БР Башлығының ҡотлауы һәм бүләктәренә лайыҡ булған.
Милләтебеҙҙең мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса ойошторолған эштәрҙә лә ветерандар ситтә ҡалмай. Улар мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә шөғөлләнеп, милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү, киләсәк быуындарға өйрәтеү эше менән дә әүҙем шөғөлләнәләр. Башҡорт милли кейемдәрен байрамдарҙа, сәхнәләрҙә кейеү ҙә бик матур күренешкә әйләнгән. Физкультура-һауыҡтырыу өлкәһендә лә ололар өлгө булып тора. Мәҙәниәт йортонда өлкәндәр өсөн ойошторолған “Һаулығым – байлығым” гимнастика түңәрәгендә лә даими шөғөлләнәләр.
Ветерандар советы ауылда төрлө байрам сараларын ойоштороуҙа, үткәреүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙа. Урындары түрҙә булһа ла, ҡунаҡ ҡына булып ҡалмайҙар, ә әүҙем сығыш яһайҙар, байрамдарҙың биҙәгенә әйләнәләр. Моңло тауышы менән күптән ауылдаштарының һөйөүен яулаған уҡытыусы-ветеран Р.С.Зәйнетдинова, шулай уҡ А.Х.Юлмөхәмәтова, Ш.Л.Маскова, Р.Т.Кәримовтың сығыштарын тамашасылар көтөп ала. Ә үҙе ижад иткән шиғырҙары менән сараларҙы йәмләүсе Р.М.Рафиҡова иһә ауыл хәбәрсеһе, сәсәниә лә.
Әлеге ваҡытта пандемия сәбәпле, күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үткәреү сикләнде. Өлкәндәр телефон, компьютер аша үҙ-ара аралаша, ZOOM ярҙамында ғәрәп телен өйрәнеү менән мәшғүлдәр.

Тормош уртаһында ҡайнайҙар
Тормош уртаһында ҡайнайҙар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас