Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2021, 17:35

Уның тормош юлы - үҙе тарих

Күркәм йәшкә етеп, олоғайған көнөңдә матур итеп ҡартая белеү ҙә бәхет. Бер быуатлыҡ йәшкә үрмәләгән, үҙ аяғында йөрөп, кешеләр менән ихлас аралашырға яратҡан Имәнлек ауылы ағинәйе, бөгөнгө көндә Красноусолда ғүмер көҙөн кисереүсе Сәғиҙә Вилдан ҡыҙы Суфиянова үҙ тиҫтерҙәре кеүек үк тормош ауырлыҡтарын аҙ татымаған, иңендә ниндәй генә йөк күтәрмәгән, әммә үҙ аҡылына, көсөнә таянып йәшәй белә. Зарланыу, уфтаныу, күҙ йәштәре түгеү, кемдәндер көтөп ултырыу кеүек һыҙаттар уға хас түгел. Бәлки, күргән-кисергәндәре уны шулай сыныҡтырғандыр ҙа.

Уның тормош юлы - үҙе тарих
Уның тормош юлы - үҙе тарих

Уның тормош юлын, хәтирәләрен китап итеп яҙырға ла булыр ине. Ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй белергә лә кәрәк бит әле. Сәғиҙә әбейгә был яҡтан күп китап, гәзит-журналдар уҡыуы ла ярҙам итә. Ул дини кеше, Ҡөрьән уҡый, намаҙҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша, ураҙа тота. Йылына әллә нисә тапҡыр әруахтар рухына Ҡөрьән уҡыта. Телевизорҙан яратҡан тапшырыуҙарын көтөп ала.
Сәғиҙә Вилдан ҡыҙы Суфиянова, ҡыҙ фамилияһы Дәүләтова, 1925 йылдың октябрь башында боронғо Уҫман ауылында тыуған. Уның һөйләүе буйынса, был осор иҫкенән айырылмаған, яңыға күсмәгән буталсыҡ дәүер була. Ер өсөн төрлө ыҙғыштар сығып тора. Ауылдың бер төркөм кешеләре яңыса күмәк хужалыҡ төҙөү уйы менән ауылдан ситтә нигеҙ ҡоралар. Улар ағас ҡырҡып, өмә яһап, һәр колхоз ағзаһына өй төҙөй. Балалар өсөн “йәслә” лә ойошторола. Был ваҡытта бәләкәй Сәғиҙәгә 4 йәш кенә була. Баҫыуҙа игендән тыш бәрәңге, һуған һәм башҡа йәшелсә үҫтерәләр, һәр кем колхоз өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Яйлап был урында ауыл барлыҡҡа килеп, Имәнлек тип атайҙар. Халыҡ та һәйбәт йәшәй башлай.
Сәғиҙә Вилдан ҡыҙының атаһы уҡымышлы кеше була. Балаларына ата-бабалар тарихын, әкиәттәр һөйләй, Ҡөрьәндән аяттар уҡый. Атаһының ошо һыҙаттары уға ла һеңеп ҡала, әле лә күп әкиәттәр белә. Мәктәптә уҡығанда ла һынатмай, бишлегә генә уҡый. Әммә уҡып бөтөргә яҙмай, интернатта йәшәгән, ашаған өсөн аҡса кәрәк була. Шулай колхоз эшенә сыға һәм пенсияға сыҡҡансы шунда эшләй. Үҙе әйтеүенсә, бала сағы тулы ғаиләлә, матур үтә. Бер бөртөк ҡыҙын атаһы үҫендереп тора. Малайҙар араһында үҫкәнгәлер, холҡо ҡатҡыл, ирҙәрсә була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 16 йәше лә тулмаған Сәғиҙә колхозда ныҡлап эшләп йөрөгән була. Һуғыш йылдарында колхоздың ҡорсаңғынан күтәрткән аты үлә, уның өсөн атаһы яуаплы була. Бының өсөн атаһын төрмәгә алып китәләр, ул шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай. Сәғиҙәгә өйҙә төп көс булып ҡалырға тура килә: ағаһын һуғышҡа алалар, әсәһе ауырый, ә ике энеһе 13, 9 йәштә генә. Ғаиләне ас ҡалдырмаҫ өсөн егелеп эшләй: ат менән Еҙем-Ҡаран һөт заводына һөт, урманда ағас ҡырҡып, уны ла ташый. Бер ваҡыт, кейәүгә сыҡмаған йәш ҡыҙҙарҙы Молотов (хәҙерге Пермь) ҡалаһына мобилизация буйынса эшкә ебәрәләр. Эш ауыр булһа ла, ҡатҡыл ауыл ҡыҙҙары уға ғына бирешмәй. Планды үтәһәң, ашау, түләү яғы ла насар түгел. Әммә һағыныу үҙәкте өҙә. Һәм көндәрҙән бер көндө ҡыҙҙар ҡасып ҡайтып китәләр. Һуғыштан ҡасып йөрөүсе дезертирҙарҙан һәм ҡасаҡтарҙы эҙләгән һалдаттарҙан йәшенеп, мең михнәт менән йәйәүләп бер ай тирәһе ҡайталар. Юлда утты һүндермәҫ өсөн паекка бирелгән махорканы алмаш-тилмәш тартырға ла тура килә. Ҡайтҡас, уларҙы тотоп, тағы ла урман эшенә ебәрәләр, әммә яҡыныраҡҡа – Ташлы ауылына.
Һуғыштан һуң да барыһы ла ал да гөл булмай. Күптәр яу ҡырынан ҡайтмай, ҡайтҡандары ла ғәрип, ауырыу ҙа инвалид. Ағаһы һуғыштан һуң да хеҙмәт итеп ҡала, Сәғиҙәнән әсәһен һәм туғанын ҡарау хәстәрлеге төшмәй. Уға элекке кеүек үк өс-дүрт эштә эшләргә тура килә. Етмәһә, 1950 йылда уларҙың йортона бәлә килә: өйҙәре янып, көл-күмер генә ҡала. Әсәһе менән туғанын өйләнгән энеһе үҙҙәренә ала. Ә Сәғиҙә ферманың ҡарауыл йортонда йәшәй башлай. Төндә малдарға күҙ-ҡолаҡ була, иртәле-кисле һыйыр һауа һәм уны һөт заводына алып бара. Эш араһында емеш-еләк йыйып, баҙарға апарып һата, тал ҡайырыһы һуйып тапшыра. Утын әҙерләп һатҡылай. Ныҡлы тырышып, йыл тигәндә өй һатып алырлыҡ аҡса йыя. Барыһы ла үҙ өйҙәренә ҡайта. Ошонан һуң Сәғиҙә әбей, ҡул ҡаушырып ултырмаһаң, барыһына ла өлгәшергә мөмкин икәненә, тормошта тик үҙ көсөңә, аҡылыңа таянырға кәрәклегенә инана.
Ул ваҡытта 20 йәшлек ҡыҙҙар ҡарт һанала, буйҙаҡ егеттәр йәшерәктән алғандар. Сәғиҙә Вилдан ҡыҙын да бәхет урап үтмәй. Күршеһе, һуғыштан яраланып ҡайтҡан тиҫтере Сәйетгәрәй менән өйләнешәләр. Улар бергәләп матур донъя көтөп, 4 ул һәм 4 ҡыҙ үҫтерәләр. Тормош иптәше һуғыш яраларынан баҡыйлыҡҡа иртәрәк күсә. Сәғиҙә әбей балаларын аяҡҡа баҫтырып, барыһын да ярҙамынан ташламай. Хәҙер уның 22 ейән-ейәнсәре, 26 бүләсәре өләсәләрен һағынып ҡайталар. Ҡартлыҡ көнөңдә ошонан да ҙур бәхет юҡтыр ул.
Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Ололар көнө - Сәғиҙә Вилдан ҡыҙының тыуған көнө лә. Был көндө яҡындары уның янына йыйыласаҡ. Алсаҡ, мөләйем йөҙлө ағинәйгә беҙ ҙә ныҡлыҡ, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, киләсәктә лә яҡындарығыҙҙың изгелек-игелектәрен күреп, башҡаларға өлгө булып ултырыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ.

Уның тормош юлы - үҙе тарих
Уның тормош юлы - үҙе тарих
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас