+12 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
2 Октября 2021, 07:00

Фән. Кеше. Китап.

Быйыл китап һәм уҡыусы араһын яҡынайтыу, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытыу, уларҙы аң-белемгә әйҙәү маҡсатында Беренсе республика уҡыу көнө үткәрелде. Ошо йәһәттән 8 сентябрҙә Красноусолдағы үҙәкләштерелгән район китапханаһы Район мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында “Китап уҡыу көнө” фестивале ойошторҙо.

Фән. Кеше. Китап.Фән. Кеше. Китап.
Фән. Кеше. Китап.

Фестиваль быйылғы Фән һәм технологиялар йылына арналып, сараға Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусылары тәрбиәселәре Саимә Игелекова менән килгәйне.
Бында математика, биология, физика, астрономия, химия, география фәндәре буйынса күп һорауҙарға яуап табырлыҡ китаптарҙан күргәҙмәләр ҙә ҡуйылғайны. Уҡыусыларға айырыуса планеталар буйлап сәйәхәт ҡылыу оҡшаны, астрономия фәнен, йондоҙҙарҙы күҙәткәндә улар әүҙем ҡатнашты. Китапханасылар һәр фәнгә айырым туҡталып, ҡыҙыҡлы тәжрибәләр ҙә күрһәтте. Был сара файҙалы, шулай уҡ үҙеңде фән һәм технологиялар донъяһында һынап ҡарау өсөн әһәмиәтле булды.
Үҙәкләштерелгән район китапханаһы мөдире Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина әйтеүенсә, бындай саралар айырыуса балаларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятып, уларға йүнәлеш бирә, шулай уҡ китап аша күп нәмәне белеп булыуын аңлайҙар. Халыҡ мәҡәлендә юҡҡа ғына: “Китап уҡыһаң – белемең артыр, уҡымаһаң белгәнең дә онотолор”, - тип әйтмәгәндәр бит.

Фән. Кеше. Китап.
Фән. Кеше. Китап.
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас