+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Октября 2021, 06:55

Яратҡан эш – йән рәхәте

Уҡытыусы – иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе, ул илдең, милләттең киләсәге өсөн яуаплы. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Рәфит ҡыҙы Рахманғолова үҙ һөнәренә мөкиббән бирелеп, киләсәк быуынға аң-белем биреүҙә күңел һалып эшләүсе мөғәллимдәрҙең береһе. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, быйыл 11-се класты тамамлаған уҡыусыһы Рәйлә Ғүмәрова берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 100 балл йыйып, һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәште.

Яратҡан эш – йән рәхәтеЯратҡан эш – йән рәхәте
Яратҡан эш – йән рәхәте

Эльвира Рәфит ҡыҙына был һөнәргә һөйөү ата-әсәһенән тапшырылған. Улар ҙа хөрмәтле уҡытыусы һөнәрен һайлаған кешеләр. Әсәһе Хәҙисә Иҡсан ҡыҙы Ҡасимова рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булһа, атаһы Рәфит Әйүп улы Рахманғолов географиянан уҡытҡан. Туғандары араһында ла был һөнәрҙе һайлағандар күп. Ишембай районының Яңы Әптек ауылында урта белем алған ҡыҙ башҡа һөнәр һайлап баш ватмай, тура Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус филологияһы бүлегенә документтарын тапшырып, уңышлы һөнәр алып, 1993 йылда Ишембай районына эшкә ҡайта. Ул саҡта белем биреүҙән тыш завуч эшен дә алып бара йәш уҡытыусы. Бында бер тиҫтә йылдан артыҡ эшләгәс, яҙмыш уны 2009 йылда Красноусол башҡорт гимназия-интернатына алып килә. Киң ҡарашлы, үҙ фәнен яратып башҡарған уҡытыусыға бында иркенләп эшләргә форсат та асыла. Рус әҙәбиәтен уҡытыу өсөн уны яҡшы белеү генә түгел, уға ғашиҡ булыу ҙа кәрәктер. Һәр бер дәресең белем биреү генә түгел, тәрбиә сығанағы ла булып тора. Ә инде класс етәксеһе булараҡ кластан тыш саралар ҙа күп ваҡытты ала. Ул үҙ һөнәрен еренә еткереп башҡара, буш ваҡытында уҡырға, баҡсала эшләргә әүәҫ. Уның ихлас күңеле һәм ярҙамсыл булмышы һөйләшкәндә лә сағыла. “Буш ваҡытымда ҡул эштәре менән булып, уларҙы бүләк итәм”, - ти изге күңелле уҡытыусы. Бөгөнгө көндә Себерҙә эшләп йөрөүсе тормош иптәше Марс менән Ринат исемле ул үҫтергәндәр. Ул нефть техникумын тамамлап, үҙ эшендә эшләп йөрөй.
- Эльвира Рәфит ҡыҙын коллектив та, атай-әсәйҙәр ҙә ярата, уҡыусылары хөрмәт итә. Йыйнаҡ, баҫалҡы, рухлы, эрудициялы кеше, маҡсаттар ҡуйып эшләй белә. Үҙ эшенән ҡәнәғәтлек алып эшләгән уҡытыусы. Бер саранан да ситтә ҡалмай. Уның күп уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханынан юғары балл йыйҙы. Бына улар: Рәйлә Ғүмәрова, Эльнара Ғиззәтуллина, Илдар Сәйфуллин һәм башҡалар. Лилиә Әбелғатинаның уҡытыусыһы юлынан китеүе лә ошо фәнгә һөйөү уята алыуы хаҡында һөйләй бит, - ти уҡытыусы хаҡында гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Яратҡан эш – йән рәхәте. Эльвира Рәфит ҡыҙының эшен дә, балаларҙы ла яратыуы уңышҡа өлгәшергә этәргес бирә. Үҙ һөнәренә тоғро уҡытыусыны Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, киләсәктә лә юғары уңыштарға өлгәшеп, яратҡан эшегеҙҙә арымай-талмай, балалар һөйөүенә күмелеп эшләргә һәм йәшәргә яҙһын тип теләп ҡалабыҙ.

Яратҡан эш – йән рәхәте
Яратҡан эш – йән рәхәте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас