Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2021, 14:30

“Ғафури-ТВ”ға бер йәш

Тап бер йыл элек районыбыҙ тарихында тәүге тапҡыр “Ғафури-ТВ” телеканалы үҙ эшен башлағайны. Ошо уңайҙан район хакимиәтенең йыйылыштар залында тәбрикләү сараһы уҙҙы.

“Ғафури-ТВ”ға бер йәш
“Ғафури-ТВ”ға бер йәш

Сараны Рузана Мортазина менән Фәнзил Ғәлин асып, район етәкселеген, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләнеләр һәм иң тәүге ҡотлау һүҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде.
- “Ғафури-ТВ” телеканалы асылғандан алып бер йыл эсендә районыбыҙ тормошон: үткән сараларҙы, хеҙмәт алдынғыларын, ветерандарын, яҡшы кешеләр, татыу ғаиләләр, оҫталарҙы һәм башҡа 200-ҙән артыҡ сюжетты эфир аша күреүгә өлгәштек. Телеканал “Башҡортостан” ТРК ДУП-ы “Сәләм” телеканалының муниципаль һәм урындағы телестудиялар берекмәләренең яңы партнеры булараҡ, федераль һәм республика етәкселегенең ярҙамы менән асылғайны. Ошо йылдар эсендә нимәләр эшләнеүе һәм алда ниндәй эштәр көтөүе хаҡында һөйләү һәм уларҙы күрһәтеү өсөн үҙебеҙҙең ҡеүәтле мәғлүмәт майҙансығыбыҙ барлыҡҡа килеүе район тормошонда мөһим мәл булып тора. Заманса юлдан барырға тейешбеҙҙер. “Ғафури-ТВ” телеканалы районыбыҙҙың алдағы үҫешенә, унда йәшәүселәрҙең тормош кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ. Алда бик күп ҡыҙыҡлы проекттар тора. Шуларҙың береһе - Балалар ижады үҙәге базаһында “Гафчик ТВ балалар телестудияһы” асыу. БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды конкурсында уларҙың проекты еңеп, 864985,99 һум субсидия алыуға өлгәште. Балалар нисек төшөрөргә, күрһәтергә өйрәнәсәктәр, һөнәр һайлауҙа ла булышлыҡ итәсәк. Ошо эштәрҙе йырып сығырға ярҙам иткән “Сәләм” телеканалы директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаевҡа рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙҙең телеканалдың етәксеһе Артур Ғафаровтың маҡсаттар ҡуйып эшләүе лә маҡтауға лайыҡ, - тип тамамланы һүҙен Фәнзил Фәйез улы һәм “Ғафури-ТВ” телеканалына бик кәрәкле ҡорамал - телесуфлер бүләк итте.
Килгән ҡунаҡтар: “Башҡортостан” ТРК ДУП-ының “Сәләм” телеканалы директоры Рәмис Дәүләтбаев, “Башинформ” агентлығының генераль директоры урынбаҫары Әлфиә Байбурина, күрше Ишембай районы телеканалы етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев та үҙҙәренең коллегаларын ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Сарала ҡатнашыусыларға бер йыл эсендә хеҙмәткәрҙәрҙең эш мәле сағылған видеороликтар күрһәтелде.
- “Ғафури-ТВ” телевидениеһы “Сәләм” телеканалында иң беренсе эшен 2020 йылдың 5 октябрендә рус телендә эфирға сығарһа, 12 октябрҙә башҡорт телендә яңылыҡтарҙың дебют сығарылышы булды. Тағы ла шуныһы шатлыҡлы, “Сәләм” телеканалында беҙгә бер тапҡыр түгел, ә ике тапҡыр эфирға сығырға форсат тейҙе. Республикабыҙҙа әле 27 телеканал эшләп килһә, беҙ ҙә артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Башта төрлө ҡыйынлыҡтар булһа ла район хакимиәтенең матди, “Сәләм” телеканалының, хеҙмәттәшлек иткән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең ижади ярҙамы менән уларҙы йырып сығырға тырышабыҙ, алға ҡарап эшләргә тырышабыҙ, - тине Артур Вәсим улы.
Һәм шулай уҡ “Ғафури-ТВ” телеканалында эшләп киткән, эшләгән бер төркөм: Алһыу Ғафарова, Гөлназ һәм Ринат Мирхәйҙәровтар, Рузана Мортазина, Фәнзил Ғәлинға Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Хызыр Нәзиров, Владислав Ларионовтың йырҙары, Наил Вәлиевтың гармунда уйнауы сараны биҙәне.
Йыйылыусылар телеканалды бер йәшлек тыуған көндәре менән ҡотлап, үҙҙәренең теләктәрен әйттеләр, изге һүҙҙәрен еткерҙеләр. Районыбыҙ телеканалы һәр саҡ эшләп торһон, яңы ҡаҙаныштар, ижади табыштар менән һөйөндөрһөн.

“Ғафури-ТВ”ға бер йәш
“Ғафури-ТВ”ға бер йәш
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас