Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2021, 15:45

Нобель лауреаттары араһында ватандашыбыҙ бар

4 октябрҙә Стокгольмда Нобель аҙналығы башланған.

Нобель лауреаттары араһында ватандашыбыҙ бар
Нобель лауреаттары араһында ватандашыбыҙ бар

Ошо уҡ көндө филиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһы лауреаттары иғлан ителгән. Улар – ғалимдар Дэвид Джулиус менән Ардем Патапутян. Уларҙың тикшеренеүҙәре тактиль һәм температур рецепторҙар тураһында булған.

Физика өлкәһендә Нобель премияһы лауреаттары тип “ҡатмарлы системаларҙы аңлауға новаторлыҡ өлөшө өсөн” Сюкуро Манабэ, Клаус Хассельман һәм Джодж Паризи лайыҡ булған.

2021 йылда Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһын Филиппин журналисткаһы Мария Рессаға һәм Рәсәй журналисы Дмитрий Муратовҡа биргәндәр.

“Норвегияның Нобель комитеты Мария Рессеға һәм Дмитрий Муратовҡа Тыныслыҡ өсөн 2021 йылғы  Нобель премияһын фекер белдереү азатлығын яҡлау буйынса тырышлыҡтары өсөн бирергә хәл итте”, - тиелә рәсми белдереүҙә.

Дмитрий Муратов – Рәсәй журналисы, телевизион алып барыусы, “Новая газета”ға нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның баш мөхәррире. Д.Муратов – Тыныслыҡ Нобель премияһына лайыҡ булған өсөнсө ватандашыбыҙ, төрлө йылдарҙа уға академик Андрей Сахаров һәм генсек Михаил Горбачев лайыҡ булғайны.

Бер көн алда Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреатын да иғлан иткәндәр. Ул - Танзания яҙыусыһы Абдулразак Гурна. 1948 йылда Занзибар утрауында тыуып үҫкән яҙыусы 1960-сы йылдарҙа ҡасаҡ сифатында Бөйөк Британияға күсеп килә. Нобель премияһына “мәҙәниәттәр һәм ҡитғалар араһындағы упҡында колониализм эҙемтәләренә һәм ҡасаҡтар яҙмышына компромисһыҙ, ҡыҙғаныулы итеп үтеп инә алғаны өсөн” лайыҡ булған.

Химия буйынса Нобель премияһы АҠШ-тың Принстон университеты профессорыДэвид Макмилланға һәм Германияның Рурҙағы Мюльхайм ҡалаһының Күмер үҙенсәлектәрен өйрәнеү институты етәксеһе  Беньямин  Листҡа бирелгән.

Нобель премияһы – фән, ҡабатланмаҫ уйлап табыуҙар өлкәһендә иҫ киткес тикшеренеүҙәр йәки мәҙәниәткә, йәмғиәт үҫешенә тос өлөш индергән өсөн йыл һайын бирелеүсе, иң абруйлы халыҡ-ара премияларҙың береһе.

Нобель лауреаттары араһында ватандашыбыҙ бар
Нобель лауреаттары араһында ватандашыбыҙ бар
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас