Ҡала-район хакимиәттәренә, урындарҙа санитар-эпидемиологик хәлдән сығып, үҙ ҡарарҙарын ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Ғафури районында ла был хәлде яҡшы аңлап эш итәләр. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов объекттарға ингәндә тәү сиратта коронавирус инфекцияһына ҡаршы сараларҙың һаҡланыуын шәхсән тикшереп, вазифалы кешеләргә был хаҡта инструктаж бирҙе.
Дүшәмбе көндө, 4 октябрҙә, Фәнзил Фәйез улы район мәҙәниәт һарайында булып, үҙенең урынбаҫарҙары, Красноусол ауыл биләмәһе һәм урындағы ойошмалар етәкселегенә тап ошо көндө Башҡортостан Республикаһы Башлығының ғәмәлгә ингән Указына ярашлы, яңы сикләү саралары буйынса бурыстар билдәләне.
Район башлығы рейд барышында әлеге мәлдә мәҙәниәт һарайына килгән кешеләрҙең инеүе ойошторолоуына үҙ баһаһын бирҙе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Аҡҡужин менән бында үҙешмәкәрлектә шөғөлләнеүселәр, концерт залына һәм кинотеатрға килеүселәрҙән тыш, дөйөм туҡланыу нөктәһе мәсьәләһен хәл итеү юлдарын барланы. Бында килеүселәрҙең маҡсатынан сығып талаптар төрлөсә булырға мөмкин.
Фәнзил Фәйез улы рейдта ҡатнашыусыларҙы райондағы хәл-торош менән таныштырыуға ла ваҡыт бүлде.
- Бер нимә лә ябылмаясаҡ һәм ябырға планлаштырылмай, барыһы ла нисек эшләһә, шулай эшләйәсәк, - тине район башлығы. – Әммә 4 октябрҙән, билдәле булыуынса, ҡайһы бер урындарға COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, 6 ай арауығында сирҙе үткәреү тураһында белешмә йәки кире ПЦР-тест менән генә инергә мөмкин. Был 18 йәштән өлкәндәргә ҡағыла, сөнки бәлиғ булмағандарға әлегә прививка яһалмай.
Фәнзил Фәйез улы шулай уҡ иҫкә төшөрҙө, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указының яңы редакцияһына ярашлы, 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы физкультура һәм спорт сараларына, төнгө клубтарға, 12 октябрҙән ошондай уҡ документтар сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына (һарайҙарына), шулай уҡ ҡала-ара автобустарға ингәндә кәрәк буласаҡ. 18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, косметик, массаж, СПА-салондарға, солярийҙарға, дөйөм мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы урындарына (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.
Ошонан сығып, район башлығы шуны ла билдәләп үтте, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә мәҙәниәт йорттары һәм һарайҙарына, төнгө клубтарға, күмәк физкультура-спорт сараларына һәм ҡайһы бер башҡа учреждениеларға ингәндә ғәмәлдә булмай.
Фәнзил Фәйез улы алда һанап үтелгән объекттар вәкилдәре адресына, кафе, салондар һәм башҡа учреждениелар хужаларына үҙҙәренә килеүселәрҙе билдәләнгән ҡабул итеү тәртибен һанға һуҡмауға юл ҡуйылмаясағы хаҡында ҡәтғи күрһәтмә бирҙе. Кире осраҡта – язанан ҡотолоп булмаясаҡ. Роспотребназор, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәм власть органдары даими күсмә тикшереүҙәр ойошторасаҡ. Закон боҙоусыларға ҡарата 300 мең һумға тиклем ҙур штрафтар йәки эштәрен туҡтатыу янай.
Яңы сикләү саралары сиктәрендә Красноусолда, Республика көнөнә арналған планлаштырылған саралар буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Улар асыҡ һауала үткәреләсәк.
Район хакимиәте башлығы ҡәтғи сараларҙың сәбәптәрен районыбыҙ миҫалында аңлатып үтте.
-Район буйынса коронавирус менән сирләүселәр бик күп, дауалау урындары тулған, - тип билдәләне Фәнзил Фәйез улы. –Инфекциянан һәм уның һөҙөмтәһендә өҙлөгөүҙән үлеүселәр һаны иллегә етеп килә. Беҙҙең бурыс – вакцинация темпын күтәреү, коллектив иммунитет булдырыуға өлгәшеү. Әлегә ул юҡ, кешеләр ҡатыраҡ сирләй, балаларҙың сирҙе йоҡтороу осраҡтары артҡандан-артыуы айырыуса хәүефләндерә, - тине ул.
Шулай уҡ районда мөһим бурыс - алда һанап кителгән урындарға килгән кешеләр ағымын вакцинация үткәндәргә һәм үтмәгән граждандарға бүлеү бурысы тора, тип билдәләп үтте ул.
Рейд һуңында Ф.Ф.Сыңғыҙов яуаплыларға инструкциялар таратып, һәр кемгә үҙенең хәүефһеҙлеге хаҡында уйланырға кәңәш итте, был мәсьәләгә көн дә тиерлек – хәл тотороҡланғансы – әйләнеп ҡайтасаҡтарын белдерҙе.
Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов:
-Беҙ Ғафури районының мәҙәниәт учреждениелары буйынса рейд үткәрҙек. Тикшереү шуны күрһәтте: районда ғәмәлдәге сикләүҙәрҙе һаҡлау бу-йынса контроль алып барыла. Район мәҙәниәт һарайына ингән урында тән температураһын тикшерәләр, ҡулдарҙы дезинфекциялайҙар һәм яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификатты күрһәтеүҙе һорайҙар. Икенсе этап 12 октябрҙә үтә – ошондай уҡ талаптар сауҙа үҙәктәренә һәм ҡала-ара автобустарына ҡағыла. Ошоға ярашлы, рейдтарҙы дауам итәсәкбеҙ.