+11 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Октября 2021, 09:30

Йәнтөйәккә ерегеп, ихтирам яулап

Һәр төбәктең өлгө алырлыҡ ихтирамлы кешеләре була. Шундайҙарҙың береһе - Баҡраҡ ауылында йәшәүсе, бәхетте ситтән эҙләмәй, йәнтөйәгендә тапҡан, бар ғүмерен бәрәкәтле тыуған еренә бағышлаған тыл һәм хеҙмәт ветераны Рафиҡ Әһел улы Мөхәмәтйәнов. Ошо көндәрҙә ғүмеренең 85-се көҙөн ҡаршылай ул.

Йәнтөйәккә ерегеп, ихтирам яулапЙәнтөйәккә ерегеп, ихтирам яулап
Йәнтөйәккә ерегеп, ихтирам яулап

Баҡраҡ ауылынан Мәрйәм Мөхтәр ҡыҙы менән Әһел Ғәйзулла улы Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә 1936 йылдың 11 октябрендә яҡты донъяға ауаз һала Рафиҡ. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа киткән атаһына яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Әсәһенә дүрт улын яңғыҙына ауырлыҡ менән тәрбиәләп үҫтерергә тура килә. Бала сағын һуғыш урлаған быуын булараҡ, ул осорҙағы атайһыҙ балаларҙың тормошта күргән ауырлыҡтарын Рафиҡ Әһел улы ла кисереп үҫә. Ул саҡтағы етешһеҙлектәр, күп нәмәнән мәхрүм ҡалыуҙар әле лә онотолмай. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала, 9-сы класты Еҙем-Ҡаран мәктәбендә тамамлағас, ауыр заманда артабан уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге булмай һәм хеҙмәт вахтаһына баҫа. Бәләкәйҙән ауыр физик эш эшләп үҫкән сос егет техниканы төплө үҙләштереп, биш бармағылай белә, үҙ аллы трактор йөрөтөргә өйрәнә. Һәм быны күреп белгән етәкселек техникаға әүәҫ егеткә тракторҙы ышанып тапшыра һәм бар ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға сыға. Механизаторҙың төп хеҙмәт урыны, әлбиттә, баҫыу. Ҡара тупраҡҡа Рафиҡ Әһел улының да тире әҙ төшмәгән. Үткәндәрҙе хәтерләгәндә тракторы менән баҫыу-ҡырҙарҙы иңләгән, комбайн штурвалы артында иген иккән саҡтарын ғорурлыҡ менән иҫенә төшөрә ул. Тәжрибәле механизатор, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп, күңелен биреп башҡара, техникаһы һәр саҡ ҡараулы, төҙөк була. Ҡыш көнө лә һис эшһеҙ тормай, намыҫлы, булдыҡлы, тәүәккәл, һәр эште яуаплылыҡ менән башҡарған Р.Мөхәмәтйәновты һөтсөлөк фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр, бригадир йөгөн дә тарта. Рафиҡ ағайға ябайлыҡ, баҫалҡылыҡ, иплелек хас сифаттар, маҡтанырға яратмай, тейәрен генә һөйләй.
- Элгәре колхозда эшләгәндә отпуск, ауырып китһәк, “больничный” тигәнде белмәнек, үҙебеҙҙең сәләмәтлек хаҡында ҡайғыртманыҡ, эшләнек тә, эшләнек. Заманында беҙҙең Баҡраҡ ауылы башта “Берлек”, Маленков, артабан М.Ғафури исемендәге колхоздарҙың 2-се бригадаһы булып торҙо. Колхоз рәйестәре Семен Григорьевич Сидоров, Тимербай Хәйрулла улы Шәрипов, Йосоп Яхин, Динислам Баттал улы Мозафаров, Рәшит Ғәбдрәхим улы Мөхәмәтйәров һәм башҡалар етәкселегендә эшләнек, - тип хәтер йомғағын һүтә Рафиҡ Әһел улы.
Йәшлектең иң матур мәле – ғаилә ҡороу. Рафиҡ Әһел улы күрше - Яҡтыкүл ауылынан Сания Юлмөхәмәт ҡыҙы менән 1959 йылда өйләнешә. Ике йылдан һуң ғына, 1961 йылдың 11 ноябрендә никахтарын рәсмиләштерә Мөхәмәтйәновтар. Килен булып төшкәс тә, колхозда һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Һынатмай, хеҙмәт уңыштары менән маҡтаулы һауынсы Сания Мөхәмәтйәнованың фотоһүрәте заманында “Почет таҡтаһы”нан төшмәй. Икеһе лә фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткәндәр. Был хаҡта бихисап Маҡтау грамоталары, билдәләр һөйләй. “Һуғыш балалары” таныҡлығына эйә булғандар. Ошо көнгәсә бер-береһенә ҡарата ихтирамлы-иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтеп, бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, татыулыҡта, ауылдаштарына өлгө булып йәшәй улар. Өс ҡыҙ, бер улға ғүмер биреп, тәрбиәләп-үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларының иң өлкәне, ҡыҙҙары – Гүзәлдәре – һөнәре буйынса уҡытыусы, ғаиләһе менән Стәрлебашта төпләнгән, 3 ҡыҙ әсәһе. Рита – Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылында йәшәй, һатыусы булып эшләй, ул һәм ҡыҙҙың әсәһе. Розалары – ике ҡыҙ әсәһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы гимназияла тәрбиәсе. Берҙән-бер улдары Рәфилдәре бәхеттәренә ғаиләһе менән тыуған ауылы – Баҡраҡта төпләнгән, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Килендәре – Еҙем-Ҡаран мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе Нәзирә Рәйес ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Илнур Стәрлетамаҡта эшләй, ҡыҙҙары Илвина Ырымбур медицина институтында 4-се курста, Илназ Еҙем-Ҡаран мәктәбендә 8-се класта уҡый. Атай-әсәйҙәренән бер нисә йорт аша ғына йәшәгән улдары, килендәре, ейәндәре ныҡлы терәк-таяныстары, ярҙамдарын тойоп, бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә улар. “Әл дә ярҙамсыларыбыҙ - балаларыбыҙ яныбыҙҙа, уларһыҙ тере ҡулһыҙ булыр, нисек йәшәр инек”, - тиҙәр. Ауыр, ҡул көсө менән башҡарылған, техникалағы, һыуыҡ биналарҙағы эш эҙһеҙ үтмәгән, таяҡһыҙ, үҙ аллы хәрәкәт итеүе лә ауыр уларға. Шуға ла улдарының яндарында төпләнеүенә һөйөнөп бөтә алмайҙар.
Хәстәрлекле, балалары өсөн өҙөлөп торған Мөхәмәтйәновтар 10 ейән-ейәнсәрҙең, 8 бүлә-бүләсәрҙең һөйөклө, яратҡан олатай-өләсәйе лә.
-Үҙебеҙгә ауыр, юҡлыҡ заманында уҡыу эләкмәгәнгә күрә, балаларыбыҙҙың балалары барыһы ла юғары белем алдылар һәм алалар, Аллаға шөкөр! – тип шатлығы менән дә уртаҡлашып алды Рафиҡ ағай.
Булғанына шөкөр итеп, барына ҡәнәғәт булып, матур, татыулыҡта йәшәгән Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә быйыл юбилейҙар йылы. Ошо көндәрҙә уларҙың йортонда ҙур байрам, хәстәрлекле, изге күңелле ғаилә башлығы - Рафиҡ Әһел улын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡәҙерле әткәйҙәре, олатайҙарын күркәм ғүмер байрамы – 85 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотларға йыйыласаҡ. Тағы ла бер айҙан әсәйҙәре, өләсәйҙәре Сания Юлмөхәмәт ҡыҙы (уға 79 йәш) менән иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, татыулыҡта ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең 60 йыллығын – гәүһәр (бриллиант) туйҙарын да билдәләйәсәктәр. Юбилейығыҙ мөбәрәк, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, хөрмәтле Рафиҡ Әһел улы!

Йәнтөйәккә ерегеп, ихтирам яулап
Йәнтөйәккә ерегеп, ихтирам яулап
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас