Бер йылдан гәзиттең исеме “Ударник” тип кенә атала башлай.
Ә инде 1935 йылдың ғинуарында райондың төп халҡы туған телендә сыҡҡан үҙ баҫмаһына эйә була. “Еңербеҙ” гәзите 22 йыл буйы халҡыбыҙҙы һөйөндөрөп йәшәй: ауыр, михнәтле йылдарҙа ул ата-бабаларыбыҙҙың рухи таянысы, кәңәшсеһе һәм яҡын дуҫы була. Шуға ла өлкән быуын вәкилдәре араһында “Еңербеҙ”ҙе уҡып үҫкәндәр, уны йылы хәтирәләр менән иҫләүселәр күп. Бигерәк тә уның мөхәррире, һуңынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Йәғәфәр Ғәлиевтың халыҡ араһында абруйы ҙур була.
Был йылдарҙа районда рус һәм башҡорт телдәрендә үҙаллы ике гәзит сығып килә.
1957 йылда “Еңербеҙ” менән “Ударник” берләштерелеп, “Знамя коммунизма” исемле бер гәзит сығарыла башлай, башҡортсаһы “Коммунизм байрағы” исемле дубляж – тәржемә гәзит була. Мөхәррире итеп С.Ф.Усманов тәғәйенләнә. Сабир Фазылйән улы талапсан, үткер ҡәләмле булыуы менән бергә үҙ тирәһенә һәләтле йәштәрҙе ылыҡтыра белә, ауыл хәбәрселәре менән эште йәнләндерә. Ошо йылдарҙа “Коммунизм байрағы” һәм “Совет Башҡортостаны” рес-публика гәзите Сәйетбабала бер йыллыҡ ауыл хәбәрселәре курстары ойоштора. Курс тыңлаусылары – төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре, төрлө ауылдарҙан йыйылған мәктәп уҡыусыларынан алып колхоздарҙың партком секретарҙары, ауыл советтары рәйестәренә тиклем була. Ошо курста хәбәрселек нигеҙҙәрен өйрәнгән күп райондаштарыбыҙ артабан бик күп йылдар матбуғат менән хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә.
Ләкин илдә “эреләтеү” сәйәсәте башланғас, юғарынан килгән фарман буйынса Ғафури районын Стәрлетамаҡҡа ҡушалар, “Коммунизм байрағы” ла шунда күсерелә һәм ике район өсөн ошо исемдә уртаҡ гәзит нәшер ителә башлай. Мөхәррир С.Ф.Усманов та, ра-йонда уңышлы эшләп килгән журналистар Кәбир Аҡбашев, Нажиә Фәйзуллина, Рәйес Акуловтар Стәрлетамаҡҡа, Айҙар Буранғолов башҡа тарафҡа китеп бара.
Райондар ҡабаттан тергеҙелгәс, 1965 йылда районда айырым “Звезда” (“Йондоҙ”) гәзите сыға башлай, мөхәррире талантлы журналист Зөфәр Сабирйән улы Сабирйәнов була. Сәйәси баҫым хөкөм һөргән, “партократлыҡ” көслө заманда гәзиттең уҡымлылығын һаҡлау, уны гәзит уҡыусыларға яҡын итеү өсөн “Әҙәби бит”, “Хеҙмәтсәндәрҙең хаттары”, “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, “Малсылыҡ – удар фронт” кеүек рубрикаларға өҫтөнлөк бирелә.
1968 йылда район гәзитенә Стәрлетамаҡ район гәзитенән элекке хәрби С.Е.Спиридонов мөхәррир итеп эшкә ебәрелә. Егерме йыл ошо вазифала эшләү дәүерендә Сергей Евдокимович ил, республика, ра-йон етәкселегенең һәм партия ҡарарҙарын бойомға ашырыуға, район тормошоноң һәр тармағында алдынғы тәжрибәне, заманса алымдарҙы индереүгә ҙур иғтибар бүлә, гәзит “коллектив ойоштороусы һәм пропагандист” булырға тейеш тип ҡарай. Район матбуғаты “дүртенсе власть” тигән төшөнсәгә тап ошо йылдарҙа ныҡлап тап килә. Оҫта журналист, ҡатҡыл етәксе ҡулы аҫтында район матбуғаты өсөн генә түгел, күп йылдар респуб-лика баҫмаларында уңышлы эшләгән кадрҙар тәрбиәләнеүен дә әйтеп китергә кәрәктер.
1987 йылда С.Спиридонов хаҡлы ялға киткәс, мөхәррирлек вазифаһында ике йыл тирәһе Әмир Әхмәтсәлим улы Яҡупов, артабан матбуғаттағы хеҙмәт юлын үҙебеҙҙең район гәзитендә башлаған Нияз Сәлимов эшләне.
1991 йылдың беренсе ғинуары район матбуғаты өсөн ҙур әһәмиәткә эйә мәл булып тарихҡа инде: дубляж гәзите үҙ аллы ике баҫмаға әйләнеп йәшәй башланы. Районда рус телендәге “Звезда” менән бер рәттән шундай уҡ хоҡуҡтарға эйә булған, илдә барған үҙгәрештәрҙең емеше, халыҡ талабы булып башҡорт телендәге “Табын” гәзите барлыҡҡа килде. “Звезда”ны шул мәлдән байтаҡ йылдар журналист булып эшләгән Федор Федорович Кулагин, ә “Табын”ды Нияз Булатбай улы Сәлимов етәкләп алып китте. “Табын”ды артабан көслө журналистар Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова (1994 - 2002), Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин (2002 - 2009, 2009 - 2018), Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова (2009 - 2015), Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева (2018 – бөгөнгө көнгәсә) етәкләне һәм етәкләй. “Звезда”ға 2016 йылғаса Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ф.Кулагин мөхәррирлек итте, 2004 йылдан ике гәзитте берләштергән Дәүләт унитар предприятиеһы булдырылғас, уның директоры булды. Федор Федоровичтың вафатынан һуң был вазифаны бөгөнгәсә Татьяна Николаевна Пискун дауам итә. Әйткәндәй, ул районыбыҙҙың журналистар династияһын дауам итеүсе, атаһы, үткер ҡәләмле журналист Николай Пискунды бик күптәр иҫләйҙер әле, ветеран әле лә баҫма менән хеҙмәттәшлекте дауам итә.
Ике гәзит тә һәр ҡайһыһы үҙ йөҙө, үҙ уҡыусылары булған ваҡытлы баҫма булараҡ, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, күп ваҡыт үҙ-ара ярыша-ярыша ошо көнгәсә район халҡына хеҙмәт итәләр. Ҡасандыр шәм яҡтыһында, ауыр ҡул хеҙмәте ҡулланып нәшер ителә башлаған гәзитебеҙ бөгөн тулыһынса компьютерҙа йыйып әҙерләнә, һүрәттәр һанлы фотоаппаратта эшләнә, кәрәкле мәғлүмәтте минутында интернет киңлектәренән табырға була, беҙҙең ҡарамаҡта - интерактив һүҙлектәр, социаль селтәрҙәр, башҡа заман уңайлыҡтары. Уҡыусыларыбыҙ ҙа кәрәкле мәғлүмәтте электрон сығанаҡтарҙан алыуға күнегеп бара. Әммә ниндәй рәүешле, формалы булып сыҡһа ла, гәзитебеҙҙең маҡсаты бар – райондаштарыбыҙға дөрөҫ, тикшерелгән, төплө мәғлүмәт еткереү, районыбыҙҙың алға барыуына, матурланыуына, тормоштоң яҡшырыуына булышлыҡ итеү, яҡташтарыбыҙ күңеленә изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтары сәсеү.
Юбилейың менән, район гәзите!