Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2021, 16:05

Районда – Башҡортостан Республикаһы көнө

9 октябрҙең салт аяҙ ҡояшлы көнөндә районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ҙур байрам сараһы Красноусолда Коммунистик урамындағы Ял-спорт майҙансығының дауамын – Парк-аллеяны асыуҙан башланды.

Районда – Башҡортостан Республикаһы көнө
Районда – Башҡортостан Республикаһы көнө

Ул 2017 йылдан биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм тышҡы йөҙөн зауыҡлы итеү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла килгән “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Ял майҙансығын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев, Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, Фуат Зәки улы Кейекбаев, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров ҡатнашты. Шулай уҡ районыбыҙҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм вәкилдәр тантаналы сараның ҡунаҡтары булды.
Тантанала Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһап, парктың районыбыҙ халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып булдырылыуын билдәләне. Тап Республика көнөндә асылған был парк-аллея ҡурайҙың ете тажы рәүешендә эшләнеүе менән иҫтәлекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләсәктә уны йәшелләндереү, төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәген, бәләкәй архитектура формалары биҙәйәсәген, гөрләп сәскәләр үҫәсәген, ағастар ултыртыласағын, яҡтыртҡыс-диодлы лампалар, видеокамералар урынлаштырыласағын әйтеп үтте. Красноусолдар өсөн әһәмиәтле был Ял майҙансығы төҙөлөшөн Бадрутдин Абдул-Мәжит улы Газгиреев етәкселегендәге подрядсы ойошма - “Ингстрой” ЯСЙ-е башҡарған. Фәнзил Фәйез улы ошо ҙур эште атҡарып сығыуға яуаплы подрядсы ойошмаға һәм үҙ өлөшөн индергән районыбыҙ предприятиеларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тантанала йәмғиәт директоры Б.Газгиреевҡа район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Шулай уҡ Аллеяны төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәренә рәхмәт һүҙҙәре әйтелеп, начальнигы Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов район хакимиәтенең Рәхмәт хатына һәм бүләккә лайыҡ булды. Ошондай уҡ Рәхмәт хаттарын “Ингстрой” ЯСЙ-е водителе И.М.Фәйзуллин менән машинист-операторы А.Ю.Цапалов алды.
Бына тантаналы мәл етте. Ф.Ф.Сыңғыҙов, Б.А.Газгиреев, Ю.М.Нәзиров ҡыҙыл таҫманы киҫте. Парктағы фонтан да эшләтеп ебәрелде. Тап байрам көнөндә паркты йәшелләндереү уңайынан йәш шыршы үҫентеләре ултыртылып, буласаҡ аллеяға нигеҙ һалынды.
Байрамдың тантаналы өлөшө - М.Ғафури исемендәге майҙанда асыҡ һауала урынлашҡан сәхнәлә үтте. Сара район мәҙәниәт һарайының “Башҡортостан” вокаль ансамбленең йыры менән башланып китте. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырай. Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан тәбрикләне. Һәм бер төркөм алдынғыларҙы Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте. Улар араһында район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенең муниципаль хеҙмәттәр һәм административ реформа буйынса баш белгесе Хәлимә Риза ҡыҙы Батыршина Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. БР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталарына район китапханаһының әйҙәүсе китапханасы комплектлаусыһы Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙы Заһиҙуллина, Ҡаранйылға китапханаһы китапханасыһы Гөлшат Миңләхмәт ҡыҙы Вәлиева, район китапханаһы методисы Лилиә Булат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Рәхмәт хаттарына үҫмерҙәр китапханаһы китапханасыһы Зөлфирә Рәхмәтулла ҡыҙы Үтәғолова, район китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Елена Валентиновна Сәмиғуллина, Сәйетбаба ауы-лы мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Рәүилә Рафаэль ҡыҙы Йәнтүрина, Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры режиссеры Динира Закуан ҡыҙы Биктимерова лайыҡ булды. Үҙәк район дауаханаһы ҡарауылсыһы Рәмил Нуретдин улы Фәйезов, Үтәк ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Әлфиә Миниүәр ҡыҙы Фәйзуллина, “Красноусол” шифаханаһының административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы Андрей Викторович Филатов, Үҙәкләштерелгән бухгалтерияның әйҙәүсе бухгалтеры Зимфира Әхмәр ҡыҙы Ҡолманова, Пенсия фондының баш белгес-эксперты Александр Николаевич Бе-
зовчук, Үзбәк мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Рәсүл ҡыҙы Шафиҡова, 74-се янғын часы водителе Альберт Ринат улы Әсәҙуллин, район хакимиәте финанс идаралығының бюджетты үтәү секторы мөдире Мария Владимировна Зуева, “Тепловодоснабжение” МУП-ы авария-тергеҙеү эштәре слесары Азамат Зиннур улы Йәғәфәров, “Тере һыу” ЯСЙ-е операторы Алексей Валентинович Феоктистов, Красноусол автотранспорт предприятиеһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инженеры Наил Минетдин улы Ғазин, Ҡарағай участка ветеринар фельдшеры Рафаил Рауил улы Әбелғужин, Табын коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе Гөлнара Жәлил ҡыҙы Әхмәтшина район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Быйыл 14-16 сентябрҙә Өфөлә 14-17 йәшлек егет-ҡыҙҙар араһында авто-
многоборье буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Унда беҙҙең Ғафури, Ишембай ра-йондары, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары егет-ҡыҙҙарынан торған “Алға” йыйылма командаһы ла ҡатнашты. Ярышта уңышлы сығыш яһаған районыбыҙ үҫмерҙәре И.А.Добряков, А.А.Иванов, С.А.Кудряшов, С.Ю.Иванов, Д.В.Маркисов, А.Р.Нәсибуллин, Е.В.Епифанов һәм ДОСААФ етәксеһе В.Н.Калачигов район хакимиәте башлығы ҡулынан үҙҙәренә тәғәйен награда – таныҡлыҡтар алды. Василий Калачигов үҙ сиратында йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә, Рәсәй ДОСААФ-ының төп маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа шәхсән ҙур өлөшө өсөн район башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа Рәсәй ДОСААФ-ы рәйесе, генерал-полковник А.П.Колмаков исеменән Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Артабан Ғафури район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов райондаштарын байрам уңайынан ҡотлап үтте. Һәм дәүләт хеҙмәте ветераны Эльвира Сәйет ҡыҙы Степанованы “Башҡортостан Республикаһында ветеринария үҫешендәге өлөшө өсөн” маҡтаулы билдәһе менән бүләкләне. Бер төркөм алдынғылар: “Агрохим” АП ЯСЙ-е водителе Николай Матвеевич Леминға, шәхси эшҡыуар Нина Ивановна Кисилёваға, Ғафури РЭС-ы электромонтеры Фәрит Рәшит улы Дәүләтбаевҡа, Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Сергей Викторович Ивановҡа район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Тантана район мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Мораҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң “Илем” вокаль ансамбленең “Эх, туванзем, туванзем” йыры (художество етәксеһе Р.Усманова) менән сығышы байрам биҙәге булды.
9 октябрь көнө иртә менән районыбыҙҙың төрлө тарафынан, йәғни ауыл биләмәләренең һәр ҡайһыһынан машиналар Красноусолға ағылды. Йолаға ярашлы, байрам айҡанлы көҙгө йәрминкә үтте. Халыҡ көтөп ала уны. Ауылдар халҡы красноусолдарға, уның ҡунаҡтарына шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештерелгән экологик йәһәттән таҙа продукцияны тәҡдим итә. Уларға фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла. Һәр кем үҙенә кәрәкле әйберҙе тап ошо көндө һатып алырға тырыша. Был юлы ла йәрминкәлә тауарҙар ассортименты үтә бай булды: һөтө, май-ҡаймағы, ҡорот-эремсеге, балдың ниндәй генә төрө юҡ ине. Һыйыр ите лә мул булды, һарыҡ, ҡаҙ-өйрәк, күркә-тауыҡ ите лә тәҡдим ителде йәрминкәлә, дарыу үләндәре менән һатыу итеүселәр ҙә булды. Кәбеҫтә, бәрәңге, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр һәм башҡа йәшелсә-емеш һатылған машиналар янында ла халыҡ күпләп йыйылғайны.
Балалар ижады үҙәге байрам тантанаһында ҡатнашыусыларға көҙгө муллыҡ менән биҙәлгән үҙенсәлекле – фотоға төшөү майҙансығы әҙерләгән. Теләүселәр быйылғы Республика көнө иҫтәлеге итеп фотоға төштө. Дөйөм алғанда, байрамдан һәр кем ҡәнәғәт ҡалып, күтәренке кәйефтә таралышты.

Районда – Башҡортостан Республикаһы көнө
Районда – Башҡортостан Республикаһы көнө
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас