Күп яҡлы талант эйәһе Жәлил Кейекбаев үҙен, беренсе сиратта, тәрән белемле, киң эрудициялы тел белгесе итеп танытты. Башҡорт тел ғилеменең ниндәй генә аспектына күҙ һалма, был мәсьәләләрҙе өйрәнеү мәшһүр телсенең эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала.
Ж.Ғ.Кейекбаев 1941 йылда СССР Фәндәр академияһының тел институтында «Башҡорт әҙәби теленең орфоэпияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Башҡорт телселәре араһында уға тиклем башҡорт теленең орфоэпияһын тикшереүсе кеше булмаған һәм был өлкәлә автор ысын-ысындан новатор тип иҫәпләнә.
Докторлыҡ диссертацияһын Ж.Ғ. Кейекбаев башҡорт теленең фонетик һәм фонологик системаһын тикшереүгә арнай. Ғалим уны 1960 йылда уңышлы яҡлай. Әйтергә кәрәк: Ж.Ғ. Кейекбаев - башҡорттарҙан беренсе булып филология фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә була.
1966 йылда ғалимдың киң билдәле «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» хеҙмәте баҫыла. Уның әһәмиәте шунда: Ж.Ғ. Кейекбаевҡа тиклем башҡорт теленең һүҙлек составы системалы өйрәнелмәгән, башҡорт тел ғилемендә бығаса лексикология айырым тармаҡ булып формалашмаған.
Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки телдәр буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Шулай ҙа, күп һанлы тикшеренеүселәрҙең билдәләүенсә, Ж.Ғ. Кейекбаевтың иң мөһим һәм концептуаль ҡараштары урал-алтай телдәренең генетик, йәғни материаль ҡәрҙәшлеген билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы нигеҙендә иҫбат итеүенә ҡайтып ҡала. Ғалимдың фәнни концепцияһы «Урал-алтай тел белеменә инеш» китабында яҡтыртыла. Был теория-
ны иҫбатлау өсөн мәшһүр телсе урал-алтай телдәренә ҡараған 50-нән ашыу тел һәм диалект материалдарын файҙалана, урал-алтай телдәренең тарихи үҫеше тенденцияларын күҙәтә һәм һөҙөмтәлә уларҙың яҡын һәм алыҫ ҡәрҙәшлеген асыҡлай.
Башҡорт телсеһе Ж.Ғ. Кейекбаевтың атап үтелгән теорияһы төркиәт һәм ватан лингвистикаһында ҡыҙыҡһыныу уята. 1967 йылда ғалим Мәскәүҙә урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге буйынса симпозиумда доклад менән сығыш яһай. Күренекле телсе, профессор Ә.М. Аҙнабаев хәтерләүенсә, ул ҙур бәхәс тыуҙыра. Академик А.Н. Кононов: «Төрки һәм башҡа урал-алтай телдәренең тарихы 200 йылдан ашыу өйрәнелә, бының өсөн төрлө юлдар, методтар ҡулланылды, ләкин уларҙың береһе лә теләгән һөҙөмтә килтермәне. Ә һуңғы йылдарҙа Өфөлә профессор Ж.Ғ. Кейекбаев һәм уның мәктәбе был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Был бәхәсһеҙ факт, шулай булғас, беҙҙең бөтәбеҙгә лә Ж.Ғ. Кейекбаевтың хеҙмәттәрен һәм уның эш методтарын өйрәнергә, уның мәктәбе менән танышырға кәрәк», – тип Ж.Ғ. Кейекбаевтың хеҙмәтен юғары баһалай.
Үҙенең ғилми етәксеһе, профессор Н.К. Дмитриев менән Ж.Ғ. Кейекбаев уҡытыусыһының вафат булыуына тиклем хат алыша. Бер хатында Н.К. Дмитриев: «Мы хотим предложить Вашу кандидатуру на должность директора Московского института иностранных языков: там создали кризис, а подходящих кандидатов нет. Отпустят ли Вас и кому об этом надо писать? Если это пройдет, то мы будем очень рады», – тип яҙа. Әммә ғалим тыуған иленә, үҙенең эшенә тоғро ҡала.
1951 йылдан алып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ул Башҡорт дәүләт университетында эшләй, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире, университеттың беренсе проректоры була. Киң эрудициялы ғалим башҡорт зыялыларының быға тиклемге фәнни ҡаҙаныштарын яңы баҫҡысҡа күтәрә.
Докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Ж.Ғ. Кейекбаев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Профессор тиҫтәгә яҡын фән кандидаты әҙерләй, егермегә яҡын фән докторының рәсми оппоненты булып сығыш яһай, шуның менән ватан тюркологияһының үҫешенә, халыҡтар дуҫлығының нығыныуына ҙур өлөш индерә.
Ғалимдың мемориаль-биографик музейында уның урал-алтай телдәре ҡәрҙәшлеген өйрәнгән осорҙағы донъяның төрлө илдәренән килгән хаттар һаҡлана. Улар уның ғилми эшмәкәрлеген һәм бай йөкмәткеле тормошон тулыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
Әзербайжан ғалимы М. Ширалиев, Үзбәкстандың Хәмзә исемендәге пединститутынан Ф.Абдуллаев, Д.Ниязов, Төркмәнстандың Ашхабад университеты доценты Х.Машаков, ҡаҙаҡ ғалимдары С.Кенесбаев, В.Исенғәлиева, Сыуашстандың халыҡ шағиры Я.Ухсай, Мари-Элдан И.Галкин, Удмуртстандан В.Алатырев, Яҡутстандан М.Черосов, Н.Антонов, В.Горохов, Ҡалмыҡстандан Ц.-Д.Номинханов, монгол телдәре белгесе Г.Санжеев, Литванан М. Тинфович һәм башҡалар төрки телдәр проблемалары буйынса кәңәш һорай, фәнни хеҙмәттәре менән алмашыу тураһында фекерҙәрен белдерә.
Жәлил Ғиниәт улы рус ғалимдары Б.Серебренников, А.Кононов, Н.Дмитриев, П.Аристэ, Н.Баскаков, татар ғалимдары М. Зәкиев, К.Фасеев, Л.Жәләй, В.Ханов, Ғ.Әмиров, Ф.Сәфиуллина, немец ғалим-әҙиптәре Ф.Вольф, Ф.Платтен, АҠШ-тың Гарвард университетында лекция уҡыған профессор О.Прицек, Калифорния университетында дәрес алып барған А.Бодрог Лигети һәм башҡалар менән аралашып, фекер алмашып йәшәй.
Ж.Ғ. Кейекбаев телсе-ғалим ғына түгел, әҙип булараҡ та киң билдәле. Ғилми һәм ижади хеҙмәте тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ педагог республиканың йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, халыҡ мәнфәғәтенә ҙур эштәр атҡара.
Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташыбыҙ, оло əҙиптең исеме халҡыбыҙҙың күңеленə үтеп инеп, рухи хазинабыҙ булып йөрəктəрҙə мəңгелек урын алды, ғилми һәм әҙәби мираҫы мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде.
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – Башҡортостан фәненә, әҙәбиәтенә, тарихына һәм мәҙәниәтенә баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индергән шәхес. Бындай зыялы заттарҙың эшмәкәрлеге йылдар менән түгел, быуаттар менән баһалана.
Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре
кандидаты,
Жәлил Кейекбаевтың
йорт-музейы директоры.