Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2021, 13:50

Таҫмалай һуҙылған юлдар

Йылдың-йылы районыбыҙ юлдарына ҙур иғтибар бүленә. Быйыл да юлдар төҙөлөшө буйынса күләмле генә эштәр башҡарылды. Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан юлдарға асфальт һалыу, ремонтлау, күтәртеү, юл ситтәренә ҡом түшәү кеүек күләмле эштәр алып барылды һәм әле лә дауам итә.

Таҫмалай һуҙылған юлдар
Таҫмалай һуҙылған юлдар

Районыбыҙҙың төньяҡ өлөшөндә ятҡан Ҡарағай ауылынан Имәндәшкә табан асфальт һалыныуы шатлыҡлы күренеш. Халыҡ та был уңайлылыҡты ҡыуанып ҡаршыланы. Шул йәһәттән Ерек-Сәйетбаба юлында ла соҡор-саҡырҙарҙы ямау, ремонтлау эштәре берҙәм барҙы. Командировка мәлендә бер төркөм эшселәр: юл мастеры Ирик Стукалов, бригадир Сергей Федосеев, Рушан Ибәтуллин, Наил Бәхтейәров, Игорь Петров, Дим Мөхәмәтханов, Альберт Йәноҙаҡов, шофер Слава Барановты эш мәлендә тап иттек.
Юлдар – районыбыҙ көҙгөһө тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Юлдарыбыҙ таҫмалай шыма булып һуҙылып ятһын өсөн күп көс һалған, тырышып эшләгән Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәкселеге, хеҙмәткәрҙәре һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ.

Таҫмалай һуҙылған юлдар
Таҫмалай һуҙылған юлдар
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас