Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 17:30

Эй йәшәрҙе, йәмләнде Ҡолош шишмәһе!

Ер йөҙөндә мәңгелек ҡиммәттәр етерлек. Шундай ҡиммәттәрҙең береһе - шишмәләребеҙҙер. Кеше ғүмер буйы уларҙың сихри көсөнә табынған, уларҙан көс алған. Һәр ауылдың үҙ шишмәһе булған кеүек беҙҙең Яугилденең дә тыныс ҡына ағып сыҡҡан Ҡолош шишмәһе бар.

Эй йәшәрҙе, йәмләнде Ҡолош шишмәһе!
Эй йәшәрҙе, йәмләнде Ҡолош шишмәһе!

Яугилде ауылы халҡы ауылдан километр самаһы йыраҡлыҡта Умарталыҡ буйында сылтырап ағып ятҡан Ҡолош шишмәһенә һыуға йөрөй ине. Шишмә берҙән–бер эсәр һыу сығанағы булды. Бынан ҡырҡ йылдар элегерәк, һыуҙы ауыл урамдары буйлап һуҙылған торбалар аша колонкаларҙан ала башлағас, Ҡолош шишмәһе онотола төштө. Татыр һыуҙың юшҡынын бөтөрә, тип Ҡолош һыуын иҫләп кенә ҡуйыу ғына түгел, бала саҡтары үткән ситтәге ауылдаштар, килен булып төшкәс, һыу ташыған саҡтарын һөйләгән әбейҙәр һағыналар ине. Шулай ҙа уны бөтөнләй ташлап ҡуйманы ауыл халҡы, тирә-яғын сабып, һыу юлын асып, бураһын яңыртып ҡуйыусылар ҙа булды.
Республикабыҙҙа “Атайсал” проекты эшләп киткәс, ауылыбыҙҙың киләсәген, йәшәйешен гелән генә ҡайғыртып, әйҙәләп торған Ниязбай Булатбай улы Сәлимов Ҡолош шишмәһен төҙөкләндереп, яңы һулыш биреүҙе йыл бурысы итеп ҡуйҙы. Өс-дүрт ай эсендә бөтә ауыл халҡынан һәм ситтәге ауылдаштарҙан аҡса йыйыу ойошторолдо, эш планы төҙөлөп, эште башҡарып сығыусылар ҙа билдәләнде. Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Кашафетдин улы Хәйретдинов етәкселегендә кәрәкле материалдар һатып алынды, ташылды. Ҡолоштоң тирә-яғын таҙартыу, һыу юлын асыу, буяу кеүек эштәрҙән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы.
Бына, ниһайәт, 10 октябрҙә, Республика көнөнә ҡарата сәскә кеүек балҡып торған Ҡолош шишмәһен асыу тантанаһы ойошторолдо. Ул көндө Ҡолош янында йәш ағастар ултыртып, тирмә ҡороп, шишмә һыуынан сәй табыны әҙерләп, йырлап-бейеп байрам итте Яугилде халҡы. Ауылыбыҙҙың оло йәштәге әбейҙәренең дә килеүе байрамға йәм өҫтәне. Уларҙың йөҙҙәре балҡыһа ла, күҙҙәрендә йәш сағыла ине. Ҡыуаныслы сараны “Ләйсән” йыр ансамбле музыкаль яҡтан биҙәһә, уҡыусы балалар ауылдашыбыҙ Кәрим Булаттың Ҡолош тураһындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, Әлиә Рәжәп ҡыҙы Ғәлиәхмәтова килешле генә һүҙҙәр менән алып барҙы. Н.Б.Сәлимовтың шишмәне төҙөкләндереүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтеүселәргә бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырыуы ла күптәрҙең күңеленә хуш килде. “Күмәкләгән - яу ҡайтарған” тигәндәй, бөтә халыҡ менән тотонғанда күп ауырлыҡтарҙы еңергә, яңы уйҙарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин икәнлегенә ышанып йәшәй Яугилде халҡы.
Лилиә Миниязова.
Яугилде ауылы.

Эй йәшәрҙе, йәмләнде Ҡолош шишмәһе!
Эй йәшәрҙе, йәмләнде Ҡолош шишмәһе!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас