Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2021, 15:50

Изге йолаларҙы яңыртып...

Матур, йылы йәйҙең үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Тағы бынау “тажзәхмәте” баш ҡалҡытыу сәбәпле, беҙ, Ағинәйҙәр төркөмө ағзалары ла, осрашыуҙарҙан һәм ниәтләгән эштәребеҙҙән туҡталып торорға мәжбүр булдыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ватсап аша булһа ла аралашыуҙы өҙмәйбеҙ, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп торабыҙ.

Изге йолаларҙы яңыртып...
Изге йолаларҙы яңыртып...

Шулай ҙа, йырҙарҙа йырланғанса, бер күрешеү - үҙе бер ғүмер, тип өйрәнгән беҙгә бындай бикләнеп йәшәү эсте бошороңҡорай... Һәм бына еребеҙҙә алтын көҙ хөкөм һөргән бер көндө төркөмдәш - ағинәйҙәремде ике-өс сәғәткә донъя мәшәҡәттәренән айырып, бер һылтауҙан ике һылтау булһын тип, өмәгә саҡырып алырға булдым. Беҙҙең башҡортта ҙурыраҡ эште өмә яһап, бергә эшләү йолаһы бар бит инде. Беҙҙең дә баҡсала бәрәңге ҡаҙып бөтөлмәй ҡалғайны.
Саҡырыуҙы ағинәйҙәр йылы ҡабул итеп, бик әүҙем йыйылдылар. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, тигәндәй, бер сәғәт эсендә эште бөтөрөп тә ҡуйҙылар, үҙем сығып та өлгөрмәнем. Иптәшем Илдар менән барыһына ла бик ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һәммәһен дә һаулыҡ бәхете менән шатландырһын!
Эш бөтөүгә булдыра алғанса өҫтәл әҙерләп, бик шифалы боронғо башҡорт эсемлеге буҙа менән һыйландыҡ.
Осрашмағанға байтаҡ ҡына ваҡыт үткәйне бит, бик һағындырылған да, бер-беребеҙ менән күрешеүгә шат булдыҡ. Яңылыҡтар-шатлыҡтар менән уртаҡлашырға, кәйефтәрҙе күтәрергә бер сәбәп булды өмә. Эш тә эшләнде, ял да иттек. Беҙҙең быуын ҡатын-ҡыҙҙары эшһөйәр бит ул, бер эштән дә ҡурҡмайҙар, эштән ләззәт табалар. Афарин!
Ил-көнөбөҙ имен булһын, бынау мәкерле сир тиҙерәк сигенеп, алдағы көндәрҙә элеккесә аралашып-күрешеп йәшәргә яҙһын, тип таралыштыҡ.
Фәйрүзә ҒИБАҘУЛЛИНА,
Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы.
Красноусол ауылы.

Изге йолаларҙы яңыртып...
Изге йолаларҙы яңыртып...
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас