-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь , 14:50

Еңеү менән ҡайттылар

Красноусолдағы “Батыр” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр Бөтә Рәсәй чемпионатынан йәнә еңеүҙәр менән әйләнеп ҡайтты.

Еңеү менән ҡайттылар

15-17 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә Рәсәй VII Евразия кубогына ҡатнаш алыш буйынса асыҡ ярыштар үтте. Районыбыҙҙың Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге “Батыр” хәрби-патриотик клубының 16 тәрбиәләнеүсеһе турнирҙа республика йыйылма командаһы иҫәбендә уңышлы сығыш яһап, йыйылма командаға төп приз – Евразия кубогын яулауға үҙ өлөшөн индерҙе. “Батыр”ҙар был юлы үҙ иҫәптәренә дүрт алтын, бер көмөш һәм алты бронза миҙалдар өҫтәне.
Ярышта үҙ йәш төркөмдәре араһында Максим Трофимов, Тимур Юламанов (8-9 йәшлектәр), Роман Узелков (10-11 й.), Илүс Ғафаров (14-15 й.) 1-се урын яулап, алтын миҙал менән бүләкләнде. Чемпион титулын яулаған И.Ғафаровҡа беренсе үҫмерҙәр разряды бирелде. 10-11 йәшлектәр араһындағы алышта Эмиль Батыршин – көмөш миҙалға, ә Искәндәр Ғафаров, Егор Зюлькин (10-11 й.), 12-13 йәшлектәрҙән Валерий Зороглян, Анастасия Новикова, Холид Бассариев, 16-17 йәшлектәр араһында Андрей Романов бронза миҙалдарға лайыҡ булды.
“Батыр” хәрби-патриотик клубы үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Бында район үҙәге мәктәптәренән төрлө йәштәге 50 бала шөғөлләнә, араларында 8 ҡыҙ ҙа бар.
Районыбыҙ данын күтәргән спортсыларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Еңеү менән ҡайттылар
Автор:Индира Ишкина