Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 10:10

Теле, иле, халҡы өсөн йәшәне

Рәсәйҙә генә түгел, башҡа бик күп сит илдәрҙә лә, урал-алтай телсе ғалимдар араһында ла ифрат ҙур абруй ҡаҙанған бөйөк башҡорт ғалимына арнап, һәр биш йыл һайын хәтер кисәләре, ғилми-ғәмәли конференциялар, симпозиумдар, осрашыуҙар үтеп тора, уның фәнни асыштары, әҙәби ижады, тормош юлы хаҡында ифрат юғары фекерҙәр әйтелә килә. Шундай һәр сарала Башҡорт дәүләт университетына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың мәшһүр исемен бирергә, тигән мөрәжәғәттәр ҡабул ителә килә, республика хөкүмәтенә ебәрелә...

Теле, иле, халҡы өсөн йәшәне
Теле, иле, халҡы өсөн йәшәне

Айырыуса 1996 йылда, Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 85 йыл тулған көндәрҙә, уның элекке шәкерттәре – күренекле журналист, ғалим Ризван Хажиев, яҙыусылар Р.Бикбаев, Р.Мифтахов, Т.Йосопов, Т.Килмөхәмәтов, телсе- ғалимдар В.Псәнчин, И.Ғәләүетдинов һәм башҡалар был мөһим мәсьәләне ҡырҡыу, ваҡытында ҡуйғайны. Йылдар үткән һайын бындай мөрәжәғәттәр республика гәзиттәрендә ҡабатлана торҙо, әммә, үкенескә ҡаршы, республикала иң тәүге филология фәндәре докторының, башҡорттарҙан беренсе профессорҙың исемен мәңгеләштереү һаман да, ике тиҫтәнән ашыу йылдар үтһә лә, тормошҡа ашырылмай килә. Ғәфү итмәҫлек наҙанлыҡмы, әллә күрер-күрмәҫ һуҡырлыҡмы, аңлауы, ҡабул итеү мөмкин түгел!
Бөтә донъяға танылған бөйөк шәхес Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың уҙған ғүмер юлына байҡау яһаусыларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Шуныһы мәғлүм: ул яҙған хеҙмәттәрен баҫтырып сығара алмай ыҙа сиккән. Был инде ғәйәт аяныслы хәл! Нәшриәт буяуы аңҡып торған китапты ҡулына алыу ғалим өсөн иң ҙур шатлыҡ булыуы һәр кемгә билдәле. Әммә бындай бәхеттән ул мәхрүм була. Быны ғалим бик тә ауыр кисерә. Хатта ҙур сығымдар менән шаулатып юбилейҙарын үткәргәнсе, уның хеҙмәттәрен яҡты донъяға сығарып күрһәтеү мөһимерәк булмаҫ инеме, тигән фекергә киләһең.
Жәлил ағай мәрхүм булғас, ниһайәт, «Туғандар һәм таныштар» романы нәшер ителде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ ижад ителгән, 1946 йылда Яҙыусылар союзында тикшерелеп, нәшриәттә сығарырға тәҡдим ителгән роман әҙәбиәт белгесе, ғалим һәм яҙыусы Әнүр Вахитов тарафынан эшкәртелеп, 1975 йылда баҫылып сыға. Был романы өсөн республика уҡыусылары, ғалимдың туғандары, ғаиләһе һәм райондаштары бик тә рәхмәтле. Күренекле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улының ижади мираҫын төпсөп өйрәнгәндән һуң ошондай фекер үткәрә: «...Бөтә хикәйәләрен, әкиәттәрен, повесть һәм очерк-тарын, шулай уҡ иң яҡшы шиғыр, тәржемә һәм ҡобайырҙарын туплап, «Туғандар һәм таныштар» романы менән бергә ике томлығын сығарырға кәрәк ине» Шулай уҡ, бөтә донъя күләмендәге лингвистар күптән фәнни хеҙмәттәренең тулы йыйынтығын күрергә теләй. Йөҙ ун йыллығына ошо эштәр тормошҡа ашһа, мәшһүр остазыбыҙҙың рухы тағы ла балҡып ҡалыр ине лә бит!
Ваҡыт менән иҫәпләшмәй
«...Жәлил аға, тюркология буйынса ҙур эштәр эшләп, совет урал-алтаистика ғилемен тыуҙырыу юлында үҙенең ваҡытын, сәләмәтлеген, хатта тормошон да ҡыҙғанманы. Совет урал-алтаистикаһына нигеҙ һалды», – тип яҙҙы яҡын фекерҙәше һәм дуҫы М.З.Зәкиев. Ғалимдың бөтә донъяла танылыу алған «Урал-алтай тел белеменә инеш» исемле хеҙмәте, үҙе мәрхүм булғандан һуң, 1972 йылда ғына донъя күрҙе. И.Ғ.Илишевтың тырышлығы менән 1996 йылда ғалимдың «Основы исторической грамматики урало-алтайских языков» тигән фундаменталь китабы нәшер ителде. Был ҡатмарлы хеҙмәтте өр-яңынан ҡарап сығыу, ҡараламаларын мөхәррирләү өсөн Илишевҡа өс йыл ваҡыт кәрәк була. Бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған ғилми хеҙмәткә рецензияны күренекле лингвистар, академиктар П.А.Аристэ, Б.А.Серебренников, профессорҙар Н.А.Баскаков, М.З.Зәкиевтар яҙа. Ниһайәт, ҡоро көндә ямғыр көткәндәй, Ж.Ғ.Кейекбаевтың был китабы ташҡа баҫыла. Сиге булмаған эште башҡарып сыға алыуына шатланған йәш ғалим, китап сыҡҡас, сәскәләр алып бөйөк гүр эйәһенең ҡәберенә йүнәлә:
– Хөрмәтле Жәлил аға, бына китабыңды яныңа алып килдек. Үҙең иҫән саҡта уны сығара алмағайның. Бына хеҙмәтең донъя күрҙе, иншалла! Ул йәшәй! Рухың байып, тағы ла шатланып ҡайтһын, исмаһам! – ти. Күҙҙәренә йәш алған ғалим остазының баш осона яңы сығарған китабын һәм сәскәләр һалды. Һәр кемгә билдәле ки, мәрхүмдәргә дан-шөһрәт тә, маҡтау ҙа, наградалар ҙа кәрәк түгел. Хеҙмәттәре сыҡты ни ҙә, сыҡманы ни?!
Үҙ мәлендә, янып-көйөп, халҡым, телем, тиеп эшләп йөрөгәндә булмағас, инде мәрхүм Жәлил ағайға бер ни кәрәкмәй. Уның исем-шәрифенә яҙҙырылған һанһыҙ юғары һүҙҙәр бөгөн инде ни бары Жәлил шишмәһенең татлы һыуын тамсылатып ҡына эсер-йотор өсөн генә әйтелә кеүек...
Әйҙәүсең булһын ине...
...Жәлил Ғиниәт улының тел ғилеме донъяһында абруйы сикһеҙ ҙур булыуы һәммәбеҙгә мәғлүм. Мәҫәлән, ул үҙе иҫән сағында Ленинград СССР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, Азия халыҡтары институты профессоры Андрей Николаевич Кононовты ун биш көнгә тюркологияның актуаль мәсьәләләренә арналған темаға башҡорт-татар бүлектәре студенттарына махсус курс уҡырға саҡырған була. Даны сыҡҡан төркиәтсе менән яҡындан танышыу, аралашып, киләсәккә яңы пландар ҡороу маҡсаты менән арҙаҡлы ғалим Өфөгә килергә ризалыҡ бирә. Әммә, Жәлил Ғиниәт улының вафат булыуы хаҡында ишеткәс, хатта БДУ ректоры хат яҙып саҡырыуға ҡарамаҫтан, Кононов килеүҙән баш тарта.
Дүрт тиҫтәнән ашыу тел белгән, ысын мәғәнәһендә – полиглоттың – ағайыбыҙҙың – остазыбыҙҙың вафатына ла 50 йыл. Әммә уның исем-шәрифе халыҡ күңелендә. Ошо дәүер эсендә заманында ул нигеҙ һалып киткән башҡорт теле үҫеш осорон кисерә: дәүләт теле статусын алыуға өлгәште. Тиҫтә-тиҫтә телсе ғалимдар үҫеп сыҡты. Шағирҙар, прозаиктар, драматургтар, публицис-тар үҫеп сыҡты, бына тигән новатор-уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканың даны булып үҫте. Ваҡыт бизмәне ғәҙел һәм аяуһыҙ: ул донъяға танылған ғалимдың үҙе иҫән сағында хеҙмәттәренә тейешле баһа бирелмәүенә шаһитлыҡ ҡыла түгелме? Бөгөн бөйөк ғалимдың башҡорт телен генә түгел, барлыҡ төрки телдәрен, урал-алтай телдәрен ентекле өйрәнгән, уларҙың алға әйҙәүсеһе булғанлығын һәммәбеҙ ҙә таныйбыҙ.
«...Их, әйҙәүсең булһын ине ул?..» Был Жәлил ағайҙың хәсрәттәр йотоп, сарсап, уфтанып әйткән һүҙе. Эйе, хаҡ һүҙҙәр, әйҙәүсең булып, алдан бураҙналар ярып барһа, тапалған һуҡмаҡтан барыусыларға еңелерәк шул. Бөйөк шәхес алға әйҙәүсе, башҡорт тел ғилеменең юл ярыусыһы, атаһы ла булды. Йыһанда күп осҡан ҡоштарҙың ҡанаттары тиҙ туҙа. Шуның кеүек, Жәлил Ғиниәт улының йөрәге лә сикһеҙ күп талпыныуҙан иртә туҙҙы. Беҙ, йәмәғәт, балды ҡалаҡлап йотабыҙ. Бер ҡалаҡ бал йыйыр өсөн бал ҡорттары меңәр сәскәгә ҡуныуын күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, балдың ысын баһаһын да онотабыҙ түгелме?!
Ғалимдың хеҙмәттәре лә нәҡ шундай бер мискә татлы бал һымаҡ. Ғилемен һоҫоп алабыҙ ҙа, уға күпме көс, йоҡоһоҙ көн-төндәр киткәнен, күтәрә алмаҫлыҡ хеҙмәт түгелгәнлеген уйлап та тормай, ҡуллана бирәбеҙ.
Үҙе һау-сәләмәт сағында тынғыһыҙ ғалим-педагог, яҙыусы һәм актив йәмәғәтсе бер эштән дә ситтә ҡала белмәне. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлегенең Совет комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты булып һайланды. Жәлил Ғиниәт улының фиҙаҡәр хеҙмәте Ленин һәм "Почет Билдәһе" ордендары менән баһаланды. «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән оло исемгә лайыҡ булды. Ул 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булып торҙо.
Ж.Ғ.Кейекбаев тиҫтәнән ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләй, республикалағы фән учреждениеларының ғилми эштәрендә туранан-тура ярҙам итә, Рәсәй һәм башҡа күрше, сит илдәрҙең төрлө юғары уҡыу йорттары һорауы буйынса лекциялар уҡый, фәһемле ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, форумдарҙа докладтар менән сығыш яһай.
Ижади мираҫы
Һүҙемдең дауамында уҡытыусыбыҙҙың ижад баҫҡыстарына күҙ һалһаҡ, ҡабатлауҙан доға иҫкермәйҙер, моғайын.
«Зөбәй Үтәғолов» (Өфө, 1944, 1945), «Сталин тураһында ҡобайыр» (Өфө, 1944), «Урман әкиәттәре» (Өфө, 1954), «Әкиәттәр» (Өфө, 1960), «Две сказки» (Уфа, 1956), «Лесные сказки» (Уфа, 1966), «Башҡорт теленең фонетикаһы» (Өфө, 1958), «Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» (Өфө, 1986), «Две сказки» (Уфа, 1971), «Введение в уральско-алтайское языкознание» (Уфа, 1972), «Туғандар һәм таныштар» романы (Өфө, 1975), «Родные и знакомые» (Уфа, 1981), быларҙан тыш йөҙләгән шиғыр, мәҡәлә, очерк, һүрәтләмә, сығыш, докладтар, интервьюлар уның киң ҡоласлы ғилемендә һәм уҡымлы әҙәби ижады бөгөн дә актуаль. Ваҡытында Ж.Ғ.Кейекбаевтың киң диапазонлы ғилми һәм әҙәби ижадына ҡарата төплө фекерҙәр әйтелә, анализ бирелә.
Шуларҙың береһенә генә иғтибар итке килә. Талантлы тел ғалимы Вәли Шәғәле улы Псәнчин бөйөк тел белгесе һәм ижадсы Жәлил Ғиниәт улы хаҡында үҙенең «Исемдәре ҡалды илендә» мәҡәләһендә: «...Жәлил Кейекбаев һәр эштә тәүәккәл, киң һәм яңыса ҡарашлы, күп белемле, һәр саҡ яғымлы, алсаҡ, олоға ла, кесегә лә берҙәй мөләйем кеше, төрлө йүнәлештә эшләүсе арҙаҡлы ғалим ине. Ул минең хәтерҙә ана шулай кешеләрҙә һирәк була торған бөтә гүзәл сифаттарҙы үҙендә берләштереүсе, бер үк ваҡытта бөйөк тә, ябай ҙа шәхес булып ҡалды. Уның ябайлығына ла бөйөклөк хас ине шул», – тип нарыҡлай үҙенең уҡытыусыһын. Йөрәк түренән әйтелгән был һағыш һүҙҙәрендә хаҡлыҡ һәм оло ихтирам ярылып ята. Башҡорттоң бөйөк ғалимы хаҡындағы яҡты хәтирәләрҙе йыйһаң, үҙе бер китапҡа торошло, артабан да шулай булы-уын теләйек! Тынғыһыҙ ижады ғүмер менән солғанып, ҡайнап йәшәне ғалим-педагог, яҙыусы һәм халҡыбыҙҙың һоҡланғыс улы.
Туған тел бөйөклөгөн мәңгелеккә илтеүҙәге сикһеҙ ҙур роле уҡытыусыбыҙҙың үҙен дә халыҡ ихтирамының иң юғары, яҡты һәм изге рух йондоҙона илтә. Бындай шәхестәр быуатҡа бер тыуа!
Олуғ ғалимыбыҙҙың ауыр һынауҙарҙан тыуған хеҙмәте һәм ошо изгелектәр маҡсатында туҡылған яҙмышы башында торған исем-шәрифе Башҡортостан Республикаһының төп белем биреү Мәккәһе – Башҡортостан дәүләт университетына бирелергә тейеш. Бөйөк төркиәтсе, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың бюст-һәйкәле лә уҡыу йортоноң иң матур урынында урын алып, студенттарға тура ҡарап: «Теле барҙың – иле бар, мырҙалар!» – тип өндәшкәндәй булһын ине. амин!
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты,
профессорҙың 1960 йылдар шәкерте;
Лира ЯҠШЫБАЕВА,
Ж.Ғ.Кейекбаев, М.Буранғолов исемендәге
премиялар лауреаты.

Теле, иле, халҡы өсөн йәшәне
Теле, иле, халҡы өсөн йәшәне
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас