+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 14:35

Яҡты эҙе ҡалды йөрәктә

25 октябрҙә республика йәмәғәтселеге, башҡорт интеллигенцияһы күренекле башҡорт тел белгесе, киң билдәле ғалим-тюрколог, талантлы яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуын билдәләй.

Яҡты эҙе ҡалды йөрәктә
Яҡты эҙе ҡалды йөрәктә

Кейекбаев фамилияһы Кесе-Табын ырыуы башҡорттарының күренекле вәкиле – Кейекбай Ишемйәров атлы уҙамандан башлана. Кейекбай үҙе 1812 йылғы француз яуында ҡатнашып, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған. Кейекбайҙың дүрт улы була: Йәноҙаҡ, Мөхәмәтдәмин, Ғәбделхалиҡ, Кинйәбай. Улар араһында бай, уҡымышлы, хәллеләре лә булған. Шуға күрәлер, ҡара репрессия башланғас, Йәноҙаҡ менән Кинйәбайҙың ейәндәре фамилияларын үҙгәртеп, Йәноҙаҡов, Кинйәбаев булып китәләр, Мөхәмәтдәминдең улы Заһиҙулланың ейәне Сәйфулла ла Заһиҙуллин булып китә. Кейекбаев булып Ғиниәтулла олатай ғына тороп ҡала.
Ғиниәт менән Ғәрифә Кейекбаевтарҙың ғаиләһендә 1911 йылдың 25 октябрендә бер ир бала донъяға килә. Шул саҡта берәү ҙә киләсәктә уның башҡорт фәне, мәҙәниәте күгендә Салауат батыр, Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури кеүек яҡты йондоҙ булып балҡыясағын күҙ алдына килтермәгәндер. Ата-әсә сабыйға оло бәхеттәр юрап, ҙур өмөттәр бағлап, «бөйөк», «данлы», «шөһрәтле» мәғәнәһен биргән Ғәбделжәлил тигән исем ҡуша. Уларҙың өмөтө аҡлана: Жәлил Ғиниәт улының яҙмышы, ысынлап та, ҡояшлы, шөһрәтле була.
Рухи байлыҡ сығанағы
Ҡаранйылға ауылындағы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевҡа арналған йорт-музей – уның яҡты рухына һәйкәл ул. Бөгөнгө көндә Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы – Башҡортостан Милли музейы филиалдарының береһе, ул районда ғына түгел, бөтә республика, Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған. Ж. Кейекбаевтың ғилми мираҫын һаҡлағаны өсөн музей диплом менән бүләкләнә, «Иң яҡшы әҙәби музей», «Иң яҡшы тематик экскурсия», «Иң яҡшы экскурсовод» номинацияларында наградлана.
Музейҙа ололар менән бер рәттән балалар ҡатнашлығында тематик экскурсиялар, байрамдар, Хәтер кисәләре, төрлө акциялар һәм башҡа саралар уҙғарыла. Мәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә үткәргәне өсөн музей БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ була. «Перспектива Продакшн» студияһы (Мәскәү) халыҡ-ара исеме булған ғалим, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың музейы хаҡында видео-фильм төшөрҙө.
Музей республикала өлгөлөләр һәм алдынғылар иҫәбендә. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бирелгән Дипломдар, «Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы» конкурсында Диплом менән бүләкләнеп, 100 мең һумлыҡ грант яулауы, БР Милли музейының сертификаттары, Маҡтау грамоталары һөйләй.
Биш залдан торған музей экспонаттарға бик бай. Ғалимдың юбилейына арнап музей директоры үҙ көсө менән, үҙ сығымдарына тағы бер зал асып, уны бик матур итеп презентацияланы.
Директорға һәр башланғыстарында музей хеҙмәткәре Азат Әсәҙулла улы Ишмырҙин ярҙам ҡулы һуҙа, ҙур ярҙам күрһәтә. Уның тырышлығында йорт-музейҙың урамы ла, музей бүлмәләре лә, музей майҙанында урын алған ғалимдың бюсы ла һәр ваҡыт йыйыштырыулы, өлгөлө тәртиптә. Музейҙы йыһазландырыуға ҙур көс һалып, ижади эшләй ул.
Ғалим исемен мәңгеләштереү
Күптән түгел музей биләмәһенә реконструкция яһалды. Нисәмә йылдар буйына музей алдын ғына түгел, ғалимдың исемен йөрөткән урамды, тотош ауылды йәмһеҙләп торған емерек магазин бинаһын һүтеп, бушаған урынды мемориаль маҡсаттар йәһәтенән файҙаланыуға өлгәштек.
Реконструкция бик уңышлы килеп сыҡты: Ж.Ғ. Кейекбаев урамы матурланып ҡалды, музей ихатаһы евро-
штакетник менән кәртәләнде, киңәйеп, заманса төҫ алды – плиталар түшәлеп, мемориаль майҙансыҡ булдырылды, аллея һалынды, клумбалар эшләнде, ғалимыбыҙ хөрмәтенә бюст ҡуйылды. Хәҙерге көндә Ҡаранйылға ауылына килеп ингән һәр кешене – олоһон да, кесеһен дә – Жәлил Ғиниәт улы ҡобайырҙар менән үҙе сәләмләп, фатихаһын биреп, үҙе оҙатып торғандай.
Үҙен хөрмәт итмәгәнде башҡалар ҙа ҡәҙерләмәҫ, үҙенең ҡәҙерен белмәгән ил, үҙ бәҫен бәҫ итмәгән милләт юғары маҡсаттарға һис ҡасан өлгәшмәҫ. Шөкөр, ғалимдың мираҫын киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында бихисап эштәр башҡарылды.
Бөтә был башланғыстарҙы хуплап, ҙур хәстәрлек һәм ярҙам күрһәткәне өсөн ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бөгөнгө көндә Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы бик уңышлы эшләй, биләмәбеҙгә йәки районыбыҙға килгән ҡунаҡтарға бөйөк шәхесебеҙҙең яҡты исеме, уның фәнни һәм ижади эшмәкәрлеген тағы ла киңерәк пропагандалаштырыла.
Гранттар яулап
Табын имзаһы менән яҙыша башлаған шағир үҙ халҡын, тыуған ерен, тыуған илен данлай. Бөгөнгө көндә Жәлил Табын – Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев исемен мәңгеләштереүҙең тағы ла бер йүнәлеше – уның исеме менән район хакимиәте ҡарамағында Фонд булдырыу һәм уны етәкләү. «Табын» Фонды эшмәкәрлеге гранттар конкурстарында ҡатнашып, ауыл биләмәһенә һәм тотош районыбыҙға федераль һәм республика бюджеттарынан средстволар йәлеп итеп, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан ғибәрәт.
Фондыбыҙ быйыл ике грант конкурсында ҡатнашып, федераль һәм республика кимәлендә ике еңеү яуланы. Ғафури районының «Табын» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн гранттар конкурсында еңеп, Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн майҙансыҡ төҙөргә ниәтләнәбеҙ. Гранттың исеме – «Бәхетле бала саҡ» күп функциялы балалар спорт-уйын майҙансығы» (проект авторы – Р.К. Ишмырҙина). Дөйөм күләме – 1 082 000 һум.
Шулай уҡ «Табын» фонды һәм Ж.Кейекбаевтың йорт-музейы Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында еңеү яулап, «Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында «Башҡорт телен өйрәнәм» (авторы – Р.К. Ишмырҙина) проектын тормошҡа ашырасаҡ. Дөйөм күләме – 802 688 һум.
Киләсәккә ҙур маҡсаттар менән
Ғафури районының аҡһаҡалы, «Сәйетбаба ауылының почетлы гражданы», мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, «Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Уҡытыусы-методист», «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейын ойоштороу-сы, Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов ойошторған музей бөгөн дә тулы тормош менән йәшәй.
Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташыбыҙ, оло əҙиптең исеме бөтə донъяға билдəле мираҫы халҡыбыҙҙың күңеленə үтеп инеп, рухи хазинабыҙ булып йөрəктəрҙə мəңгелеккә урын алды. Әммә ул ҡалдырған мираҫты киләсәк быуындарға еткереү һәм ғалимдың исемен мәңгеләштәреү маҡсатында атҡараһы эштәр бар әле.
Шуларҙың береһе – Башҡорт дәүләт университетына Жәлил Кейекбаев исемен биреүгә өлгәшеү. Профессор башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булараҡ уҡыу-уҡытыу эштәрен көйләүгә, филология фәнен үҫтереүгә, ғилми кадрҙар әҙерләүгә күп көс һала. 1951 йылдан алып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ул Башҡорт дәүләт университетында эшләй, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире, 1957–1961 йылдарҙа университеттың беренсе проректоры була. Киң эрудициялы ғалим башҡорт зыялыларының быға тик-лемге фәнни ҡаҙаныштарын яңы баҫҡысҡа күтәрә. Дәүләт, хөкүмәт органдары зыялы кешеләребеҙҙең теләген аңлар, тауышын ишетер һәм, Жәлил Кейекбаевтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың да тос өлөшө булған Башҡорт дәүләт университетына ғалимдың исемен бирер, тип ышанғы килә.
«Ғүмерегеҙ заяға үтмәһен, ижтимағи тормошта ла, үҙеңдең шәхси тормошоңда ла һәр йыл, һәр көн яҡты бер эҙ ҡалдырһын һәм ул һинең тормошоңда халыҡҡа, илгә, хеҙмәт кешеләренә изгелек менән үтһен», тип әйтеп ҡалдырған ғалим. Был һүҙҙәрҙе девиз итеп алған музей бөгөн дә киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй.
Римма Ишмырҙина,
филология фәндәре кандидаты,
Жәлил Кейекбаевтың
йорт-музейы директоры,
Ғафури районының «Табын»
социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды етәксеһе.

 

Жәлил Ғиниәт улы КЕЙЕКБАЕВ
(1911 - 1968)
Филология фәндәре докторы, профессор, күренекле тел белгесе, полиглот-тюрколог, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре
25.10.1911 – Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған
1920 – 1926 – Сәйетбаба башланғыс мәктәбендә уҡый
1926 – 1930 – Маҡар ауылында колхоз йәштәре мәктәбендә уҡый
1930 – 1932 – Башҡорт педагогия техникумы студенты
1930 – 1937 – Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм уның герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға
1937 – 1938 – Мәскәү өлкәһендәге Рошаль урта мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй
1938 – 1941 – Өфө авиация институтында эшләй
1941 – 1942 – Башҡорт педагогия институтында немец телен уҡыта
1942 – 1943 – Сәйетбаба урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара
1943 – 1944 – Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире булып эшләй
1944 – СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә
1945 – 1946 – СССР Фәндәр академияһының Мәскәү Тел белеме институты аспиранты
1948 – Мәскәү дәүләт университетының Ғилми Советында филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай
1949 – 1968 – Башҡорт дәүләт педагогия институтында, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында эшләй
1959 – Мәскәү Тел белеме институтында докторлыҡ дәрәжәһенә диссертация яҡлай
1960 – Ж.Ғ.Кейекбаевҡа профессор дәрәжәһе бирелә
1957 – 1961 – БДУ-ла проректор булып эшләй
1967 – “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән исемгә лайыҡ була
1967 – хеҙмәттәре өсөн Ж.Ғ.Кейекбаев Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнә
19.03.1968 – вафат була

Яҡты эҙе ҡалды йөрәктә
Яҡты эҙе ҡалды йөрәктә
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: