

Был сифаттар беҙҙе фекерҙәштәргә, дуҫтарға әйләндерҙе, әленән-әле район, республика кимәлендәге төрлө мәҙәни сараларҙа осраштырҙы, төрлө хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға сәбәп булды, икебеҙ ҙә 2019 йылда бер үк көндә милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәтебеҙ өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын алып ҡыуандыҡ.
Фәүзиә апай ярһыу йөрәкле, көслө ихтыярлы, ниндәй генә ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар булмаһын, бөтәһен дә еңеп, үҙ маҡсатына ирешмәйенсә туҡталып ҡалмай торған заттан.
60 йәшкә тиклем ул ҡәҙимге ябай ауыл ҡатыны тормошон алып барған: "Родина" совхозында диспетчер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, баҡса үҫтергән, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотҡан, ике ҡыҙына махсус урта белем, һөнәр алырға ярҙам иткән, өй йылыһын һаҡлар хәстәрлекле хужабикә булған.
2012 йыл уның яҙмышына ҡырҡа үҙгәрештәр алып килә. “Ғүмеремдең көҙгө балҡышы” (2014 йыл) тигән китабының инеш һүҙендә ул былай тип яҙа: “Минең шиғырҙар яҙа башлауым изге Ҡөрьән китабын бер тапҡыр тырыша-тырыша ғәрәп телендә уҡып сыҡҡас башланды бит! Быны мин Аллаһы Тәғәләнең биргән бик ҙур бүләге итеп ҡабул иттем һәм был бүләк - илһамымды бик ҡәҙерләп һаҡлайым, Аллаһы Тәғәләгә мең-мең шөкөрҙәр итәм, ул миңә, ҡайҙа барһам да, юлдарымды асып торҙо, эргәмдә гел үҙем шикелле асыҡ кешеләр, ышаныслы дуҫтарым булды”.
Әҙәби жанр төрҙәре тураһында махсус белемгә эйә булмаған Фәүзиә апай бына шулай ҡойон кеүек әҙәбиәт донъяһына килеп инә, халыҡсан телдә ижад ителгән әҫәрҙәре менән уҡыусыларының күңелен яулай, 2013 йылда “Күңелем ынйылары” исемле тәүге шиғри йыйынтығын үҙ иҫәбенә баҫтырып сығара, интернет селтәрендәге төрлө төркөмдәргә әҫәрҙәрен тәҡдим итә һәм оҙаҡ та үтмәй районда ғына түгел, рес-публикала билдәлелек яулай.
Ҡайһы ваҡыт тыйып торалмаҫлыҡ
Шиғыр һүҙе биләй уйҙарҙы.
Ҡәләм алып һүҙҙәремде теҙәм,
Юғалтмайым, тием уларҙы.
Ваҡыт айырмаһы юҡ уларға,
Көнмө-төнмө, иртә-кисме ул,
Аңлатып та ғына булмай торған
Тылсымлы ла булған хисме ул? –тип яҙа шағирә үҙенең кисерештәре тураһында. Фәүзиә апай иртә-кис, көн-төн тип тормай, тәүлегенә 4-5-әр әҫәр ижад итә, йыл һайын бер-бер артлы шиғри йыйынтыҡтарын баҫтырып сығара.
2015 йыл Әҙәбиәт йылы иғлан ителгәс, “Шоңҡар” журналы “Киске Өфө” гәзите менән берлектә Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Сәсәндәр бәйгеһе ойоштора, был сараға Фәүзиә апай ҙа саҡырыла. Әлегеләй иҫемдә, уға ҡобайыр, эпостарҙың үҙенсәлеген аңлатыуым, “Урал батыр” эпосынан бәйгелә һөйләр өсөн өҙөк һайлауым, милли кейемдә барырға кәңәш иткәнем.
Фәүзиә апай Салауат районында үткән Сәсәндәр бәйгеһенән 2-се дәрәжәле Дипломға лайыҡ булып, тәжрибә туп-лап, бик күп дуҫтар, фекерҙәштәр табып ҡайтты ла, ең һыҙғанып эпик әҫәрҙәр ижад итергә тотондо, үҙенә ҡыҙ фамилияһына ауаздаш псевдоним алып, Алтынбикә сәсәниә булып китте. 2019 йылда Башҡорт халыҡ ижады үҙәге өс йылға бер раҫланырға тейешле “Халыҡ сәсәне” исемен дә бирҙе. Ул 2016 йылда бәйгелә ҡатнашыусыларҙың әйтештәрен интернет селтәренән йыйып “Халыҡ ынйылары” исемле йыйынтыҡ сығарҙы. “Осто йөрәк”, “Әйтеш” төркөмдәрендә ярышты, үҙенең “Күңелем ынйылары”, “Сәсән тауышы” төркөмөн булдырҙы.
2016 йылдың октябрендә Өфөлә тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй Сәсәндәр фестивале үтә, унда Ғафури районынан ҡатнашҡан Илһам Байбулдин - Гран-приға, Фәүзиә апай “Башҡорт халҡының сәсәнлек традицияларын һаҡлап килгәне өсөн” Дипломына лайыҡ була. Республикала Сәсәндәр мәктәбе асылыуы тураһында иғлан ителә, Фәүзиә Ҡотлогилдина Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбенең етәксеһе итеп билдәләнә. Ошо ваҡиғаларҙың сағылышы булараҡ, 2016 йылда халыҡ ижады жанрҙары - әкиәттәре, ҡобайырҙары, мөнәжәттәре, робағиҙары тупланған “Сәсән тауышы” китабы донъя күрә, ул өс йыл рәттән “Ҡышҡы йәйғор” исемле уҡыусылар өсөн онлайн форматта ижад бәйгеһе иғлан итә, балаларҙың әҫәрҙәрен туплап, айырым йыйынтыҡ сығара, бүләкләү тантаналары ойоштора, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, бер үк ваҡытта өлкәндәр менән дә әүҙем эшләй.
Райондаштарын Сәсәндәр мәктәбе ағзаларынан Яугилденән Лилиә Миниязова, Юлыҡтан Рима Рафиҡова, Еректән Гөлшат Дәүләтова, Сәйетбабанан Фәниә Фәйзуллина матур-матур әҫәрҙәре, уңыштары менән ҡыуандыралар, әҙәби конкурстарҙа, флеш-мобтарҙа ҡатнашалар.
Фәүзиә Ҡотлогилдина янып, дәртләнеп йәшәй, бер генә әһәмиәтле ваҡиғанан да ситтә ҡалмай. 8 йыл элек ауылдаштары уны староста итеп тә һайлап ҡуялар. Был юҫыҡта ла байтаҡ эштәр атҡарған: иң тәүҙә ауыл халҡына элекке административ бинаны клуб итеп юллап ала, әле бында клуб менән бер рәттән почта, медпункт үҙ урынын алған, китапхана асылған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата һуғышта ҡатнашыусыларҙың иҫтәлегенә обелиск асыуға ирешә, экологик өмәләр ойоштора, шишмә, йылға буйҙарын таҙарталар, әйтергә кәрәк, уның үҙенең дә ғаиләһе менән ҡарап-тәрбиәләп торған Селтер шишмәһе – илһам сығанағы бар. Ауылда ағинәйҙәр Фәүзиә апай етәкселегендә милли, дини йолаларҙы башҡаралар, бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмайҙар.
Мөмкин булһа әгәр, һәр кешегә
Өләшер ҙә инем бәхетте.
Ҡулдарына тотҡан бәхет менән
Булыр ине һәр кем бәхетле, - тип яҙған Фәүзиә Ҡотлогилдина телем, илем, халҡым тип береһенән-береһе матур шиғырҙар ижад итә, халҡына хеҙмәт итә, һоҡланғыс ғүмер юлы үтә.
Рәмзиә МОНАСИПОВА.
Красноусол ауылы.