Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 11:40

Уҡлыҡая. Еҙем яры. Бында тарих терелә

20 октябрҙә Таш-Аҫты ауылы янындағы Уҡлыҡая итәгендә, Еҙем йылғаһы ярында – изге башҡорт ерендә йәнә бер арт-объект (стела) файҙаланыуға тапшырылды. “Батырҙар рухы” тип исемләнгән был ижтимағи проект 2019 йылда башҡа объекттарҙың дауамы булараҡ Илдар Шәйәхмәтов инициативаһы менән әҙерләнеп, тарихи хәтерҙе һаҡлау, данлы тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү һәм төбәккә туристарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килде. Һәйкәл урындағы материалдарҙы файҙаланып башҡарылған. Матди йәһәттән тулыһынса уны эшләүгә көсөн һалыусыларҙың һәм шәхси ирекмәндәрҙең ярҙамы тос булған.

Уҡлыҡая. Еҙем яры. Бында тарих терелә
Уҡлыҡая. Еҙем яры. Бында тарих терелә

- Был проект тыуған еребеҙҙе, яландарыбыҙҙы, тау-йылғаларыбыҙҙы, бер һүҙ менән әйткәндә – тарихи башҡорт ерҙәребеҙҙе беҙҙең өсөн һаҡлаған данлы ата-бабаларыбыҙға бағышлана. Был биләмәлә быуаттарҙан-быуатҡа Кәлсер-Табын һәм Кесе-Табын ырыуы башҡорттары төйәк итеп йәшәй. Был сәнғәт комплексының һүрәт-һыҙмаһы (чертёж) бер ҡул менән төшөрөлөп-һыҙылһа, күп кеше - дуҫтарым, фекерҙәштәрем, яҡташтарым – йәнтөйәге патриоттарының эскерһеҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән тормошҡа ашырылды. Беҙ төҙөнөк, төҙөнөк, һәм, ниһайәт, күмәк тырышлыҡ менән төҙөп бөттөк! – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты проект авторы Илдар Ғиндулла улы. – Ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күптәре нигеҙҙә ил сиге ғәскәрҙәре ветерандары, Афғанстанда хеҙмәттәрен тултырып, махсус хәрби заданиеларҙы үтәгәндәр – бер һүҙ менән әйткәндә, ваҡыт һәм яҙмыш менән һыналған ысын иптәш-дуҫтар. Минең башланғыстарымды хуп-лап, һәр ваҡыт янымда булып, ҡул һәм матди ярҙам күрһәтеүселәрҙән: Красноусолдан, Ил сиге һаҡсылары-ветерандары ойошмаһы рәйесе, һәйбәт, оҫта ойоштороусы-лидер-инициатор Ришат Шаймарҙанов, Ҡарағай ауылынан, Афғанстанда сик буйы ғәскәрҙәре ветераны, алтын ҡуллы, тәбиғәттән бирелгән оҫталыҡ һәләтенә эйә Фаил Байшөгөров. Ф.Байшөгөров үҙенең бригадаһы менән таштан стеланың нигеҙен төҙөп, үҙ өлөшөн индерҙе. Һәйкәлде монтажлау буйынса иретеп йәбештереү, автокран, стеланы килтереү эштәрендә район электр селтәре начальнигы Марсель Ғүмәров, ойошма иретеп йәбештереүселәре Зиннур Кәримов, Илдар Сәлихов, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, ауылдың имам-хатибы Салауат Түзбәков, Сәйетбаба ауылынан класташым Ришат Юлбарисов, Имәндәш, Ҡарағай, Та-йыш, Юрмаш, Таш-Аҫты ауылдарынан Рәфис Зәйнешев, Фәрит Шәмсетдинов, Илмир Бирҙеғолов, Мөхәмәт Урманшин, Дәүләтбай Ғәйнуллин, Ришат Таһиров, Роберт Түзбәков, Рәфис Рәшитов, Ғәйәр Яҡупов, Фәнүр Собханғоловҡа ҙур рәхмәт. Материалдар менән һәм матди яҡтан район үҙәгенән Хәннән Ишмырҙин (“Алтын башаҡ”), Әлфир Исхаҡов (“Фонтан”), Нурый Мусин, Рәшит Сөләймәнов һәм яҡташыбыҙ Рәйес Күскилдин һәм башҡа яҡташтарыбыҙ, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин ярҙам ҡулы һуҙҙы. Район башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов етәкселегендәге хакимиәт вәкилдәре беҙҙең башланғысты ыңғай баһалап, административ ресурстар – тимер ҡоймалар менән тәьмин иттеләр. Дөйөм алғанда, дөйөм эште берҙәмлек, ойошҡанлыҡ һәм тырышлыҡ менән бойомға ашырҙыҡ. Һәм районыбыҙ кешеләренә һәм килгән ҡунаҡтарға изге урында иҫтәлекле урын булдырып, ҙур бүләк эшләнек, - ти Илдар Шәйәхмәтов.
Һәйкәлдең гранит плитаһында шағир-яҡташыбыҙ – ошо ерлектә тыуып үҫкән Салауат Әбүзәровтың теләге буйынса ошондай шиғыр юлдары урын алған:
Уҡлыҡая, Еҙем яры.
Бында тарих терелә.
Батырҙарҙың рухы ҡайта
изге башҡорт еренә.
Кешеләр бында килгәндә
Башын эйергә туҡтар.
Батырҙарҙың рухы, гүйә,
Ергә ҡаҙалған уҡтар.

Уҡлыҡая. Еҙем яры. Бында тарих терелә
Уҡлыҡая. Еҙем яры. Бында тарих терелә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас