Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2021, 09:45

Иҫәп алыусыны ҡаршы ал!

Илебеҙҙә, шул иҫәптән районда ла халыҡ иҫәбен алыу бара. Махсус өйрәтелгән иҫәпкә алыусылар йорт һәм фатирҙарҙың һәр береһендә йөрөп сығырға тейеш. Был мөһим кампания һанлы технологиялар ҡулланыуы менән үҙенсәлекле.

Иҫәп алыусыны ҡаршы ал!
Иҫәп алыусыны ҡаршы ал!

Районда халыҡ иҫәбен алыу эше тейешле кимәлдә ойошторолған. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020-де уҙғарыу буйынса Ғафури районындағы вәкил Гүзәл ФӘТҠУЛЛИНА әйтеүенсә, район буйынса 9 иҫәп алыу участкаһы эшләй. Әлеге ваҡытта 57 иҫәп алыусы һәм 9 контролер үҙ эштәрен башлаған да инде. Районда йәшәүсе граждандар тураһында мәғлүмәттәр туплау өсөн улар шәхси хужалыҡтар буйлап йөрөйҙәр.
Иҫәп алыусылар өсөн район үҙәге Красноусолда уҡыуҙар ойошторолдо, бынан тыш участкаларға сығып урындағы иҫәп алыусылар менән практик эштәр ҙә үткәрелгән. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Аҡкүл, Табын һәм Красноусол участкаларында булып, йәниҫәп алыусыларҙың эш барышында килеп тыуған һорауҙарға яуап биргәндәр, ярҙам күрһәткәндәр. Гүзәл Марат ҡыҙы ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, эштәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған йәниҫәп алыусыларға рәхмәтле булыуын белдерҙе. Шулай уҡ ауыл халҡы иҫәп алыу кампанияһын аңлап ҡабул итһен, әүҙем ҡатнашһын ине, тигән теләген дә еткерҙе.
Әлеге көнгә район халҡының 50 проценттан ашыуы иҫәпкә алынған да инде.

Иҫәп алыусыны ҡаршы ал!
Иҫәп алыусыны ҡаршы ал!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас