Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2021, 15:25

Бер осрашыу - бер ғүмер

Игенйылға мәҙәниәт йортонда, китапхана менән берлектә, яҡташыбыҙ Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова менән бик матур, йылы осрашыу булды.

Бер осрашыу - бер ғүмер
Бер осрашыу - бер ғүмер

Гөлназ Кәшфулла ҡыҙы хеҙмәт юлын Игенйылға мәктәбендә башланы. Ул үҙенең ныҡышмалылығы, тырышлығы, яуаплылығы менән коллективта тиҙ ихтирам яуланы, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты.
“Табын” гәзитендә тәүге хикәйәһе баҫылғас та, күптәрҙә, ниндәй Гөлназ, беҙҙә уҡытҡан ҡыҙ түгелме? – тигән һорау тыуҙы, уның үҙебеҙҙең һылыу икәнде белгәс, күптәр ҡыҙыҡһынып уҡый башланы һәм интернет биттәрендәге әҫәрҙәрен уҡый барҙы.
Тыуған ерҙең йылы ҡосағында
Тибрәләлер күңел ҡылдарым.
Барыр юлым матур, шул юлдарҙа
Тыуыр тағын яңы йырҙарым, - тип яҙған шағирә Ғәлиә Ғәйнетдинова. Был һүҙҙәр тап Гөлназға ла тура килеп кенә тора. Әҙәбиәткә тиҙ, киң аҙымдар менән килеп кергән йәш әҙибәнең яңы хикәйә-повестары сығасағына иманым камил, сөнки улар йыр кеүек еңел уҡыла, тормоштоң үҙенән алып яҙылған. Әле яңы ғына ижад һуҡмағынан ҙур әҙәбиәткә юл алған Гөлназдың әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып ҡабул итте.
Районыбыҙҙың ҙур булмаған Урта Үтәш (Ябалаҡ) ауылында күп балалы Ғәбитовтар ғаиләһендә тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп, эшкә өйрәнеп үҫә, умартасы атаһының тормош һабаҡтарын күңеленә һеңдереп, татыу ғаиләлә матур тәрбиә ала. Ғаилә ҡиммәттәре уның әҫәрҙәрендә ҙур сағылыш таба. Әҫәрҙәрендә Гөлназ ҡатмарлы сюжеттар менән мауыҡмай, уҡыусыны уйланырға, үҙенә һөҙөмтә яһарға мөмкинлек биргән хикәйәләргә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә лә ул тиҙ арала үҙенең күп һанлы уҡыусыһын тапты, республика баҫмалары ла уның ижады менән ҡыҙыҡһына башланы һәм “Йәшлек” гәзите, беренселәрҙән булып, уның әҫәрҙәрен бөтә Башҡортостан халҡына танытты.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның байтаҡ хикәйәләре яҙыла һәм Гөлназдың беренсе ижад емеше “Әсәй бул да ҡуй” китабы донъя күрә.
Игенйылға мәҙәниәт йортонда йыйылыусыларҙың күбеһе Гөлназды белә, ҡайһы берҙәре уның коллегалары. Шуға күрә уның яҙыусы булып китеүе ғәжәпләндерҙе лә, ҡыҙыҡһындырҙы ла.
Китапханасыбыҙ Римма Камил ҡыҙы йыйылыусыларҙы Гөлназдың тормош юлы, ижады менән таныштырғас, тамашасылар бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы, һәр кем авторҙың ижадҡа килеү юлы менән ҡыҙыҡһынды, киләсәккә пландарын белге килде. Күптәр йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йәш мөғәллимә, хеҙмәт юлын башлау менән, уҡытыусыларҙы спектакль ҡуйырға дәртләндерҙе. “Эх, Өфө ҡыҙҙары”н бөгөн дә күптәр хәтерләй, бигерәк тә Гөлназ тыуҙырған сая Майя роле иҫтә ҡалған.
Тамашасыларҙың һорауҙарына Гөлназ Кәшфулла ҡыҙы ихлас яуап бирҙе. Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә “Мөғжизәләр яланы” уйыны ойошторолдо. Ундағы һорауҙар яҡташыбыҙ әҫәрҙәре буйынса төҙөлгән ине. Тамашасылар уйын барышында авторҙың әҫәрҙәрен белеүҙәрен күрһәттеләр.
Осрашыу сәй табыны артында дауам итте. Һуңынан күптәр “Әсәй бул да ҡуй” китабын алып һөйөндө. Бер нисә китабын Гөлназ ауыл китапханаһына бүләк итте.
Тамашасылар ҙа, Гөлназ үҙе лә осрашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек хисе менән таралышты. Киләсәктә лә уға ижади уңыштар, яңынан-яңы китаптар, ижадын хөрмәтләүсе уҡыусылар теләйбеҙ. Халҡыбыҙҙы рухи яҡтан тәрбиәләүҙә уның әҫәрҙәре лә әһәмиәтле роль уйнар, тип ышанғы килә.
Тормошомдо биҙәп, һеҙ йәшәйһегеҙ
Һикәлтәле ғүмер юлымда.
Яҙмыш миңә һеҙҙе бүләк иткән,
Мин бәхетле тик һеҙ барында.
Эйе, Гөлназ бөгөнгө көндә бик бәхетле: өс бала әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәһе, күп һанлы уҡыусыларҙың яратҡан авторы, ауылдаштары – Урта Үтәш халҡы өсөн янып-көйөп йөрөүсе лә. Ғүмере бәхетле, бәхете ғүмерле булһын, тип теләргә генә ҡала.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты.
Игенйылға ауылы.

Бер осрашыу - бер ғүмер
Бер осрашыу - бер ғүмер
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас