- Башта шуны әйтеп китергә кәрәк, быйыл “Башавтотранс” ДУП-ы барлыҡҡа килеүгә – 100 йыл, ә киләһе – 2022 йылдың ғинуарында Красноусол АТП-һы 35 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Һәм, әлбиттә, предприятие эшселәре был иҫтәлекле даталарҙы лайыҡлы ҡаршылай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Красноусол быяла заводының транспорт цехы булып эшләп, эшмәкәрлеге туҡтатылғас, артабан Ишембай автопредприятиеһы базаһында автоколонна, хәҙер Красноусол автотранспорт предприятиеһы булып, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнәбеҙ.
Һөнәри байрамды ғәҙәттә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Беҙҙең бурыс – табыш алып эшләү. 9 айлыҡ эш һөҙөмтәләрен барлағанда, 20 миллион һумлыҡ табыш алынды. Әммә сығымдар күберәк булды. Әлбиттә, мәғлүм булыуынса, быға пандемия - пассажирҙар ағымының кәмеүе сәбәпсе булды. Шулай уҡ шәхси транспорты булған граждандар ҙа пассажирҙар ағымын кәметеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Предприятиебыҙҙың төрлө маркалы 23 автобусы көн һайын ҡала-ара, ҡала яны маршруттары буйынса рейсҡа сыға. Баш ҡалабыҙ Өфөгә, Стәрлетамаҡ маршруттары буйынса көндәлек 5-әр рейс яһала. Красноусол-Салауат-Ишембай маршруты буйынса аҙнаға бер көн автобус йөрөй. 15 ҡала-яны маршруты буйынса, йәғни районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдарынан, пассажирҙар хеҙмәтләндерелә. Беҙ шулай уҡ заказ режимында ла эшләйбеҙ. Былтыр коронавирус сәбәпле, “Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәрен та-
шыу туҡтатып торолғайны, быйыл ҡабаттан тергеҙелеп, көндәлек 11-12 рейс яһала.
Республика Баш-лығы Р.Ф.Хәбировтың һәм хөкүмәттең автотранспорт предприятиеларына яр-
ҙам ҡулы һуҙып, заманса автобустар менән тулыландырыуы маҡтауға лайыҡ. Һуңғы ике йылда беҙҙең автотранспорт предприятиеһының техника паркы ла алты автобус менән яңыртылды: өс “Форд” ҡала-ара Красноусол-Өфө, “Красноусол” шифаханаһы-Өфө, өс “Вектор-Некст” ҡала яны Красноусол-Стәрлетамаҡ, Ҡауарҙы-Красноусол, Имәндәш-Таш-Аҫты-Красноусол маршруттары буйынса йөрөй.
Коллективҡа килгәндә, ул тотороҡло, эшкә һәләтле. Предприятие 33 кешене берләштереп, шуның 21-е – водитель, 7-һе – инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, 5-һе – слесарь-ремонтсылар.
Предприятиебыҙҙа һөнәри байрамыбыҙ, өҫтәүенә, предприятиеның 100 йыллыҡ олпат юбилейы айҡанлы үҙ эшенә яуап-лы ҡараған уңғандарҙың тырышлығын иғтибарһыҙ ҡалдырмай, хеҙмәттәре тейешенсә баһаланып, ҡайһы берҙәре төрлө наградалар аласаҡ. Өфөлә кисә үткән автотранспортсылар ҡатнашлығындағы тантаналы йыйылышта 25 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә, ҡала-ара “Форд” автобусы водителе Йәүҙәт Миңнулла улы Мөхәмәтшин менән баш инженер Василий Степанович Степанов Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ҡала яны маршруты “Вектор-Некст” автобусы водителе Фәтих Зәйнулла улы Зәйнетдиновтың фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының “Почет таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Миңә һәм предприятиебыҙҙың баш бухгалтеры Фәнилә Фәнил ҡыҙы Карпунинаға БР Транспорт һәм юл хужалығының Маҡтау грамотаһы, ә 34 йыл хеҙмәт стажлы ҡала-ара “Форд” автобусы водителе Тимерйән Риза улы Юлмөхәмәтовҡа Рәхмәт хаты тапшырылды. “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау грамотаһына “КаВЗ” автобусы водителе Юлай Гәрәй улы Юлмөхәмәтов, ә йыйыштырыусы Любовь Владимировна Королёва Рәхмәт хатына лайыҡ буласаҡ. Красноусол-Антоновка-Аҡкүл ҡала яны маршрут автобусы водителе Валерий Николаевич Тарасов автопредприятиебыҙҙың Маҡтау грамотаһын, ә ҡала яны маршруты водителдәре Шәфҡәт Шәрифулла улы Мөхәмәтдинов (Сәйетбаба-Красноусол), Аскар Мөхәмәтғәле улы Абдуллин (Ҡауарҙы-Красноусол) Рәхмәт хаттарын аласаҡ. Ошо көндәрҙә 55 йәшен билдәләүсе кассир Ғәлиә Сәлимйән ҡыҙы Вахитова юбилейы айҡанлы һәм һөнәри байрам уңайынан Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.
Беҙҙә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған 17 хеҙмәт ветераныбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ.
Форсаттан файҙаланып, автопредприятиебыҙ коллективын, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы, ғөмүмән, автотранспорт менән бәйле барлыҡ һөнәр эйәләре – водителдәрҙе Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, намыҫлы хеҙмәтегеҙгә ҡарата халыҡ ихтирамы, имен, изге юлдар, байрамса кәйеф теләйем.