Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2021, 09:00

Закон көсө – уның үтәлеүендә

1 ноябрҙә суд приставтары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Ғафури районы бүлеге начальнигы – өлкән суд приставы Евгений Игоревич РАКИТИНға (һүрәттә) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Закон көсө – уның үтәлеүендә
Закон көсө – уның үтәлеүендә

-Беҙҙең бүлектең суд приставы-башҡарыусылары даими режимда бурысы йыйылған кешеләр менән эшләй. Кешенең бурысы шәхси йәки юридик шәхескә, шулай уҡ дәүләткә лә йыйылған булырға мөмкин. Атап әйткәндә, беҙҙең бүлектең тырышлығы менән һәр кимәлдәге бюджетҡа штраф, һалым, дәүләт пошлинаһы, йыйымдар кеүек бурыстарҙы түләттереү буйынса эш алып барыла.
Көндәлек бурыстарға үҙ ваҡытында түләнмәгән эш хаҡтарын, балаларын һәм ата-әсәһен аҫрау буйынса алимент бурыстарын түләттереү инә. Шулай уҡ ошондай йүнәлеш бар - ҡылынған енәйәттең зыянын ҡаплатыу. Әммә башҡарыу производствоһының төп процентын халыҡтан бурыстарын ҡайтартыу тәшкил итә. Мәҫәлән, алынған кредиттар йәки ваҡыты үткән коммуналь түләүҙәр буйынса. Шулай уҡ суд приставтары эшмәкәрлегендә түләнмәгән транспорт һалымы хаҡындағы башҡарыу документтары, ЮХХДИ йүнәлеше буйынса штрафтар ярайһы ғына күп. Янғын, экологик, сәнәғәт хәүефһеҙлеге йәһәтенән закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү, законһыҙ ҡаралтыларҙы күсереү һәм башҡа бик күп бурыстар - беҙҙең иңдә.
Алименттарҙы түләттереү – бүлек эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып ҡала, был юҫыҡта махсус булдырылған төркөм менән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Алименттарға ҡағылышлы башҡарыу производствоһы буйынса бурыслыларҙан балаларын аҫрауға аҡса түләттереү маҡсатында төрлө мәжбүри түләттереү саралары әүҙем ҡулланыла. Шул иҫәптән бурыслының мөлкәтенә арест һалыу һәм һатыу, Мәшғүллек үҙәктәренә йүнәлтмә биреү, РФ-нан ситкә сығыуҙы сикләү һәм махсус хоҡуҡ менән файҙаланыу һәм башҡалар. Һуңғы сара – бурыслыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу.
Бөтә эш көнөбөҙ, ҡағиҙә булараҡ, ҡарарҙар һәм бойороҡтарҙы үтәүгә бағышлана. Бүлектең һәр бер хеҙмәткәренә бер нисә мең суд производствоһы тура килә – эш күләме ярайһы ғына! Бөгөн бүлектә башҡарыуҙа 790 млрд-тан ашыу һумлыҡ суммаға 16 134 башҡарыу производствоһы бар. 2021 йылда район суд приставтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан 143 башҡарыу производствоһы буйынса 37 млн һумдан ашыу суммаға арест һалынды.
Ғафури районы Суд приставтары бүлегендә үҙ хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән алып барған суд приставтары-башҡарыусылар М.Е.Карпунинаны, А.К.Ғарифуллинды, Т.В.Трофимованы, А.А.Антипинаны билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеүселәрҙән (ОУПДС) өлкән суд приставы Д.М.Бохармәтов, кесе суд приставтары С.В.Собарев, Р.Ә.Әхмәдов, Р.И.Кәлимуллин, Э.Р.Әмирханов, В.А.Шәмсубаровтар.
Уларға халыҡ менән эшләүҙә пандемия ярайһы ғына ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шуның менән бәйле граждандар менән бәйләнеш Интернетта электрон сервистар аша алып барыла, документтар, ғаризаларҙың ҡайһылыр өлөшө дистанциялы ҡабул ителә һәм бирелә.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарыбыҙҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һөнәри байрамыбыҙ – Суд приставтары көнө менән тәбрикләйем. Бәхет, һаулыҡ, матди именлек һәм барлыҡ башланғыстарында һәм тормоштарында уңыштар теләйем!

Закон көсө – уның үтәлеүендә
Закон көсө – уның үтәлеүендә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас