Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2021, 10:00

Матур хеҙмәт юлы үтте

Балалар баҡсаһы минең күңелемдә серле әкиәт донъяһы кеүек иҫтә ҡалған. Сөнки күп балалы ғаиләлә һеңлем менән икебеҙ иң төпсөк бала булғанға, ағай-апайҙарыбыҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ҡарауы аҫтында үҫеп, мин балалар баҡсаһына йөрөмәнем. Ауылыбыҙҙың уртаһында балҡып ултырған балалар баҡсаһы эргәһенән үткән саҡта, оҙаҡ итеп туҡтап, ундағы бәүелсәк-әүһәлейҙәрҙе, уйынсыҡ бәләкәс өйҙәрҙе ҡарап тора торған инем.

Матур хеҙмәт юлы үтте
Матур хеҙмәт юлы үтте

Мәктәпкә барғас ул ҡыҙыҡһыныу һүрелеп, бөтә иғтибарым уҡыуға бирелде һәм бөтә хыялым тик уҡытыусы булыу ине. Был хыялым тормошҡа ашты. Уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡтым, әммә диплом алғас, яҙмыш мине ҡабат әкиәт иленә алып килде. Ул район үҙәгендәге “Әкиәт” балалар баҡсаһы ине.
Тәүге эшкә килгән көнөм бөгөнгөләй хәтеремдә. Мине эшләйәсәк төркөмдә һынаулы ғына ҡарап, мөләйем генә апай ҡаршы алды. Баҡтиһәң, ул үҙе лә, оҙаҡ йылдар эшләгән “Шыршыҡай” балалар баҡсаһы ябылыу сәбәпле, был баҡсала яңы эш башлап тора икән. Шулай танышып, бергә эшләп киттек беҙ Әлфиә Шаһимарҙан ҡыҙы Сөләймәнова менән. Тәжрибәле педагог булараҡ миңә уның ҡанаты аҫтында эш башлауы еңел булды. Унан бөркөлөп торған йылылыҡ, энергия, һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул. Ә кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бөтә күңелен һалды. Дәрестәр, байрамдарҙан тыш, балалар менән индивидуаль эшләүгә ҙур иғтибар бирҙе. Уның күп сығарылыш балалары мәктәпкә барғас тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп уҡынылар, сөнки мәктәпкә әҙерлек тап баҡсала һалына бит. Байрамдарҙа ул башҡарған алыштырғыһыҙ өләсәй ролен балалар ҙа, педагогтар ҙа һағынып иҫкә алалар. Байрамда ғына түгел, көндәлек тормошта ла балаларҙың ысын өләсәйе булды - уларҙың шатлығына ҡушылып рәхәтләнеп көлдө, ә илаһалар күҙҙәренә йәш тулып, илап та ебәрә торғайны. Шулай бер ғаиләләй ҡайнашып, Әлфиә Шаһимарҙан ҡыҙы беҙҙең менән “Әкиәт”тә оҙаҡ йылдар эшләне, үҙен хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙаттыҡ.
Матур хеҙмәт юлы үткән Әлфиә апай ғаиләһендә уңған хужабикә, сабыр, аҡыллы тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй һәм хәҙер инде күп йылдар ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәһе лә ул. Мәләүез районынан килгән ҡыҙ, килен булып төшкән еренә ерегеп, ғүмер буйы Красноусол ауылында, бына тигән күркәм донъя ҡороп, тормош иптәше Фәйзулла Ғарифулла улы менән иңгә-иң терәшеп, гөрләтеп донъя көтәләр. Балаларын уҡытып, оло тормош юлына сығарҙылар. Әлеге көндә оло ҡыҙы Эльвира әсәһенең юлын дауам итеп, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Әлфиә апайға оҡшап яуаплы, үҙ эшен яратҡан тәрбиәсене балалар ҙа яраталар.
Мин юлымда шундай ипле, аҡыллы, сабыр апай менән эшләү бәхете тейеүгә ғорурланам һәм матур юбилейын билдәләгән көнөндә иң изге теләктәремде еткерәм. Байрамығыҙ изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Һау-сәләмәт булып, йән тыныслығы, күңел көрлөгөндә, тормош иптәшегеҙ менән бергә матур, шатлыҡлы көндәр, балаларығыҙҙың игелеген күреп, яратҡан ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡтарына һөйөнөп, туғандар йылыһын тойоп, хәйерле, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын.
Лилиә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Красноусол ауылы. (1494)

Матур хеҙмәт юлы үтте
Матур хеҙмәт юлы үтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас