Быйыл медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлағанда ошо бүлектә бай тәжрибәле, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 30 йылдан артыҡ эшләүсе табип-стоматолог-терапевтар Ирада Миңлебай ҡыҙы Арыҫлановаға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Почетлы остаз” билдәһе, Рәйсә Азкар ҡыҙы Йәнбәковаға Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән маҡтаулы исем бирелеүе лә уларҙың эшенең һөҙөмтәһен әйтеп тора. Уларға теш дауалатыу өсөн мөрәжәғәт итеп, рәхмәтле булып ҡалған райондаштарыбыҙ бихисап.
Заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә эшләргә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмайҙар тиһәң дә була. Коридорҙа алдан яҙылыу буйынса һәр кем үҙенең сиратын бүлмәләр эргәһенә ҡуйылған эскәмйәләрҙә көтә. Ваҡыты-ваҡыты менән теш дауалау бүлмәләрендә иретеп йәбештергәндәге кеүек тауыштар сыға, шуға ла ҡурҡыныс булып китә. Ә теште дауалатырға махсус креслоға кереп ултырғас, был тауышҡа бөтөнләй иғтибар итмәйһең, тешең генә һыҙламаһын… Ошондай режимда эшләү һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, тиҙлек, пациенттарға ҡарата иғтибарлы булыуҙы ла талап итә.
Үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлегендә үҙ эшен яратып башҡарған, берҙәм коллектив тупланған. Бында ике теш дауалау, балалар, теш һурыу, ортопед кабинеты булдырылған. Шулай уҡ Еҙем-Ҡаран, Ҡарағай ауылдарында теш кабинеттары эшләп килә. Балалар айырыуса иғтибар талап итә. Уларҙы күптән инде танылыу яулаған табиптар Татьяна Валентиновна Полякова, Светлана Әхмәт ҡыҙы Ғәниева бар күңелен һалып дауалай. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, 90-сы йылдарҙа Ирада Арыҫланова ошо кабинетты юллап, астырыуға өлгәшкән. Өлкәндәрҙе үҙ эшенең оҫтаһы булған Ирада Миңлебай ҡыҙы Арыҫланова, Рәйсә Азкар ҡыҙы Йәнбәкова, Зөләйха Камил ҡыҙы Ғатауллина, Фәнирә Миңнулла ҡыҙы Әбүталипова дауалаһа, Замир Фидаил улы Хәмзин теш һурыу белгесе. Алексей Васильевич Козырев теш ҡуйыусы табип булып хәҙер бик күп йылдар эшләй. Айрат Әнүәр улы Рәхимов уның ярҙамсыһы. Ҡарағай ауылында ла теш дауалау бүлмәһе булыуы был төбәктә йәшәүселәр өсөн уңайлыҡ тыуҙыра. Бында Илдар Жәннәт улы Мәхмүтов хеҙмәтләндерә. Теш дауалау буйынса төрлө медицина ярҙамына өмөт итеп килгәндәр уларҙың эшенән ҡәнәғәт. Һәр кемдең эше мөһим һәм кәрәкле.
- Беҙҙең коллективта табиптар йәиһә урта медицина персоналы булһынмы, кешелекле, үҙ эшенең оҫталары эшләй, улар менән ғорурланмай булмай. Сөнки заман алға барған һайын теш дауалау өлкәһендә лә яңы алымдар, яңы ысулдар тыуып тора. Бер-беребеҙ менән иңгә-иң терәшеп эшләйбеҙ. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев та беҙҙе ҡулынан килгәнсә ярҙамынан ташламай. Быйыл Рәйсә Азкар ҡыҙына юғары исем бирелеүгә ныҡ шатландым. 35 йылдан ашыу ошо хеҙмәттә эшләй бит. Мин үҙемә ныҡ талапсанмын. Берәй яңылыҡ күрһәм үҙем дә өйрәнергә, артымдан башҡаларҙы ла өйрәтергә тырышам. Табип эше шәфҡәт туташтарынан тыш эшләнмәй. Улар беҙҙең уң ҡулдарыбыҙ. Үҙ эшенә тоғро, белемле, күптәре категорияға эйә булған Нажия Рәхимйән ҡыҙы Бикташева, Гүзәл Радик ҡыҙы Садиҡова, Екатерина Афанасьевна Герасимова, Динара Илдар ҡыҙы Килмөхәмәтова, Лилиә Әхмәр ҡыҙы Жукова (әле бәләкәй бала менән ялда) эшләй. Беҙгә төрлө ауырыуы булғандар ҙа йөрөй, шәфҡәт туташтары, ярҙам күрһәтергә кәрәк булһа, һәр саҡ эргәлә торалар. Инструменттарҙың таҙалығы, стериллеге, карточканың дөрөҫ тултырылыуы өсөн улар яуаплы. Санитаркалар ҙа таҙалыҡ, тәртип булдырып, үҙ эштәрен тейешенсә башҡаралар.
Тап беҙҙең йүнәлеш буйынса йәш көстәр килеүенә лә шатланып бөтә алмайбыҙ, - ти Ирада Миңлебай ҡыҙы стоматология бүлеге менән таныштырып.
Үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлеге үткән айҙа тулыланған. Еҙем-Ҡаран табиплыҡ амбулаторияһында Юлиә Рөстәм ҡыҙы Ғәббәсова һәм үҙәк ра-йон дауаханаһында Салауат Саҙретдин улы Фәхретдинов табип-стоматолог булып эш башлаған.
Юлиә Рөстәм ҡыҙы 2020 йылда А.И.Евдокимов исемендәге Мәскәү дәүләт медик-стоматология университетын тамамлап, “Дентал Холл Плюс” ООО-һында эшләп тә өлгөргән. Үҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫһә лә, өләсәһе Байымбәт ауы-лында йәшәй икән. Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған ҡыҙ киләсәктә ортодонтия йүнәлеше буйынса белемен арттырырға теләй. Ә 2021 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлеген тамамлаған Салауат Саҙретдин улы өсөн был беренсе эш урыны. Үҙе Ҡыйғы районы егете, эшкә тормош иптәшенең тыуған яғына ҡайтырға ҡарар иткәндәр. “Эргәлә тәжрибәле табиптар булыуы ышаныс тыуҙыра. Барыһы ла ярҙам итергә торалар. Эштән һуң ҡалып та бергәләшәләр. Үҙебеҙ ҙә алған белемебеҙ файҙаға булһын өсөн тырышабыҙ”, - ти йәш белгестәр.
Ауыртыу тойоп килгәндәрҙең йөҙҙәренә йылмайыу бүләк итеп, тештәребеҙҙе ынйылай тоторға ярҙамлашҡан табип-стоматологтарға һәр беребеҙ рәхмәтле. Күңел биреп эшләгән ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәтегеҙҙә киләсәктә лә арымай-талмай эшләргә яҙһын.