Мостафа ҡойоһоноң да үҙ тарихы бар. Элек һәр урамда тиерлек сиртмәле ҡойолар бар ине. Киндеркүл урамындағыһының һыуы ныҡ татырлы булып, мал-тыуарға эсереү өсөн генә ҡулланыла ине. Шишмә урамында ҡойо ҡаҙыу эшенә Хәсәнов Мансур исемле ағай тотона. “Ныҡ тәрән булмаһа ла, һыуы ныҡ тәмле ине. Баштараҡ биҙрәһе лә булманы, һәр кем өйҙән йүкәнән үрелгән бау алып йөрөй ине. Башта ҡаҙыусы хөрмәтенә Мансур ҡойоһо тип йөрөттөләр. Ҡаршыла йәшәгән Мостафа ағай Еремеев урмансы ине, ул яңынан бура буратып, тәрәнәйтеп, сиртмәле ҡойо итеп яһанылар. Әлбиттә, бар тирә-яҡтың ирҙәре ҡатнашты был эштә. Бигерәк тә Тәлғәт ағай Фәйзуллин тырышлығы иҫтә ҡалған. Мостафа ағай күп йылдар ҡойоно таҙартып тәртиптә тотто, шунлыҡтан ауыл халҡы уның хөрмәтенә Мостафа ҡойоһо тип йөрөтөр булды. Инде уларҙың барыһы ла мәрхүмдәр, ә изге эштәре һаман да халыҡҡа хеҙмәт итә”, - тип хәтерләй Салауат ҡалаһында йәшәүсе Әминә апай Ялаева.
Ҡойоно ремонтлауға аҡсаны Себер тарафтарында эшләүсе ауылдашыбыҙ Айрат Мәжит улы Шәрипов бирһә, ә үҙ эскизы нигеҙендә рәссам-биҙәүсе Илдар Фәйзрахман улы Баймөхәмәтов башҡарып сыҡты. “Торналы ҡойо һәр ҡайҙа ла бар, әйҙәгеҙ, кран рәүешендә эшләйек. Крансыһын да ултыртып ҡуям, йәнәһе лә, төҙөлөштө ойоштороп, ҡулын болғап ултыра”,- тип тәҡдим итте ул. Уларға ярҙамға бар Шишмә урамы ир-егеттәре сыҡты. Рауил Ваһапов, Рәшит һәм Рәсим Бохаровтар, Әхмәт Мөкимов, Рәйлә Еремееваның ҙур тырышлыҡ һалыуы маҡтауға лайыҡ.
Ниһайәт, ҡыҙыл таҫма киҫелеп, байрамға килгәндәрҙе ҡойо һыуы менән һыйланылар. Ауыл биләмәһе башлығы А.Т.Әмирханов әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. “2022 йылда Шәжәрә байрамы күҙаллана, әйҙәгеҙ, ауылдаштар, киләһе йылға Мәсет ҡойоһон ремонтлайыҡ”, - тип тәҡдим итте ул. сара мәҙәниәт йорто ойошторған йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Һыуың тәмле, эргә-тирәң йәмле булһын, Мансур-Мостафа ҡойоһо!
Рауил РАҠАЕВ,
мәктәп музейы етәксеһе.