-Район эске эштәр бүлеге – полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара, һөнәри байрамды лайыҡлы ҡаршылай. Эшебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк, енәйәттәр һаны кәмей төштө, ә уларҙы асыу проценты артыуы күҙәтелде. Ағымдағы йылдың 10 ай арауығында енәйәттәрҙе асыу 86,5% тәшкил итте. Ул 1,5 процентҡа артты. 236 енәйәт теркәлде, уҙған йылдың ошо осоронда 257 булған.
Район биләмәһендә ҡылынған енәйәттәрҙең күпселеген урлашыу осраҡтары тәшкил итте. 10 айҙа улар 70 булды. Шуның 7-һе – фатирҙан урлау, 15-е - банк картаһынан аҡса урлау. Былар менән көрәшәбеҙ. Һөҙөмтәлә, йылдан-йыл был рәүешле ҡылынған енәйәттәрҙе асыу кимәлен арттырыуға өлгәшәбеҙ. Был йүнәлештәге оператив эштең һөҙөмтәһендә 3,4 процентҡа күтәрелеүе күҙәтелде.
Йылдың-йылы көҙ көнө мал урлау кеүек енәйәт ҡылыу осраҡтары беҙҙең иңгә ярайһы ғына ауырлыҡ һала. Ҡағиҙә булараҡ, ауылдарҙа мал көтөүҙе ойоштороу эштәре етерлек кимәлдә түгел. Малдарын иреккә ебәреүселәр уларҙы ҡарамай һәм малдар төрлө сәбәптәр менән юғала. Үҙ “мөлкәте”нә ошондай ғәмһеҙ ҡарашта булыуынан полиция хеҙмәткәрҙәренә һыйыр, быҙау, ат һәм башҡа малдарҙы эҙләү менән шөғөлләнергә тура килә.
Наркотиктар һәм ҡорал һәм шартлатҡыс матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәр буйынса бик етди эш алып барыла. Айырыуса ауыр енәйәттәр – мәҫәлән, үлтереүҙәргә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл бындай дүрт осраҡ булып, барыһы ла асылды!
Беҙҙең эштә мотлаҡ стресҡа бирешмәүсән булырға кәрәк, шуға ла эшкә ҡабул иткәндә кандидаттар ҡәтғи рәүештә һайлап алына. Һәр бүлектең хеҙмәткәрҙәренән ҡәтғилек һәм юғары һөнәрилек талап ителә. Хәҙер мотлаҡ шарт булып юридик белем тора, бигерәк тә махсус, йәғни Эске эштәр министрлығы системаһындағы юғары уҡыу йорттарында алынған белем яҡшыраҡ.
Бөгөн йәмғиәт беҙгә юғары талаптар ҡуя. Граждандар өсөн полиция формаһындағы кеше үҙендә власть, закон, ғәҙеллекте һынландыра, урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең именлеге, уларҙың үҙ хәүефһеҙлеге өсөн ышанысы тап беҙҙән тора. Беҙ үҙебеҙҙең эшкә яуаплы ҡарауыбыҙ, һәр кемдең проблемаһына иғтибарлы булыуыбыҙ, иң мөһиме - грамоталы һәм һөнәри оҫталыҡҡа эйә эшебеҙ менән халыҡ ышанысын яулай һәм уны тейешле кимәлдә тота аласаҡбыҙ. Был бурысты намыҫ менән башҡарырбыҙ, тип ышанам.
Алда килтерелгән һандар артында беҙҙең барлыҡ коллективтың, тәү сиратта, енәйәттәрҙе тикшереүҙе һәм асыуҙы алып барыусы, уларҙы профилактикалау менән шөғөлләнеүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең күп көс һалыуҙы талап иткән хеҙмәте тора.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ра-йон эске эштәр бүлегендә үҙ бурыстарын лайыҡлы алып барған, тәжрибәле полиция хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтергә кәрәк. Улар: ЮХХДИ-ның дәүләт инспекторы Илдар Хөсәйенов, оператив дежурныйҙар Александр Пасечник, Денис Грязнов, өлкән участка уполномоченныйы Ирек Хәсәнов, патруль-пост хеҙмәте полиция хеҙмәткәре Рамазан Ғиззәтуллин, иң ҙур стажға һәм тәжрибәгә эйә – полицияның йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса начальник урынбаҫары Жәлил Ғәйнуллин. Йәштәр араһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Рената Ниғмәтуллина, енәйәтселәрҙе эҙләү оперуполномоченныйы Алик Хәсәнов, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы йүнәлеш буйынса өлкән оперуполномоченный Азамат Даньяновтарҙың тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Байрамда ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр емешле хеҙмәттәре өсөн бүләкләнәсәк. Енәйәтселәрҙе эҙләү оперуполномоченныйы Илфат Миңлебаев үҙенең хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарғаны һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн БР буйынса эске эштәр министлығының Рәхмәтенә лайыҡ буласаҡ.
Һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, оператив уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Байрам көнөндә шулай уҡ беҙҙең ғаиләләребеҙгә, атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Был һеҙҙең дә байрам. Һеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым һәм һеҙгә ғаилә йылыһы, мөхәббәт теләйем, һеҙҙең атайҙарығыҙ, ирҙәрегеҙ һәм улдарығыҙ һәр ваҡыт өйҙәренә һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын! Һеҙҙең сыҙамлылығығыҙ, ярҙамығыҙ, ышаныслы терәк-таяныс булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Байрамыбыҙ менән!
Теләгем шул: һәр ҡайһыбыҙ киләсәгебеҙ өсөн тыныс булһын һәм тормошҡа шатланһын өсөн районда оператив хәл-торош һәр ваҡыт тотороҡло һәм имен булһын!