- Йәниҫәп барышында беҙ 17 шылтыратыу ҡабул иттек. Улар бөтәһе лә өҫтәлмә мөғлүмәт һорау рәүешендә булды. Кешеләр бер адреста теркәлеп, икенсеһендә йәшәгән осраҡта иҫәп алыуҙы ҡайҙа үтергә, йәниҫәп алыусы яҙған мәғлүмәттәрҙе киренән тикшереп сығырға мөмкинме, тигән һәм башҡа һорауҙар бирҙеләр. Кеше хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тураһында мәғлүмәттәр теркәлмәне, - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә эшсе төркөм рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов.
Халыҡ иҫәбен алыу ахырына яҡынлаша, әлегә эшсе төркөм үҙ эшен дауам итә. Һорауҙар менән 8(347)246-48-45 йәки 7-919-14-54-651 телефондарына шылтыратырға була.
Башҡортостан халыҡтың йәниҫәптә ҡатнашыуы буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Республикала 4 миллионға яҡын кеше иҫәп алыуҙы үткән дә инде.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә халыҡ иҫәбен алыусы Гөлшат Рахманғолова Баҡраҡ, Абдулла, Ҡыҙылъяр, Ибраһим, Яҡтыкүл ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. "Һәр кем иҫәп алыуҙы аңлап ҡабул итә, һәйбәт ҡаршы алалар", - тип эш барышы менән таныштыра Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы. Һүрәттә: Г.Рахманғолова Ибраһим ауылында Тәнзилә һәм Фәйез Садиҡовтарҙа.