Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2021, 16:30

Тыуған ергә берегеп

Тышта ҡар ҡатыш ямғыр яуып торһа ла, ошо мәлдең дә үҙ матурлығы, йәме. Ергә төшкән ҡарға ҡарап һоҡланабыҙ, көтөп алабыҙ. Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылаусы Миңниәхмәт Ғөбәйҙуллин да тупраҡ ҡатламын, һәр шытымдың ҡайһылай үҫеп китеү серен яҡшы белгән һөнәр эйәһе булараҡ, ҡыштың нисек килеүен, ерҙең дымлылығын күҙәтеүҙе ғәҙәт итеп алған. Үҙенең йәшәйешен ошо ерҙән башҡа күҙ алдына ла килтермәй ул.

Тыуған ергә берегеп
Тыуған ергә берегеп

Миңниәхмәт Лотфулла улы Ғөбәйҙуллин районыбыҙҙың Имәнлек ауылында Тәслимә һәм Лотфулла Ғөбәйҙуллиндарҙың 12 балалы ишле ғаиләһендә өсөнсөһө булып тыуып үҫкән. Күмәк бала араһында бар эште лә эшләп, ярҙамсыл, туғансыл булып үҫә ул. Сәйетбаба урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, әрме хеҙмәтен дә намыҫлы үтәй. Армиянан ҡайтҡас, ерҙә эшләп үҫкән ауыл егете булараҡ агроном һөнәрен һайлап, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға керә. Ошонда уҡығанда үҙенең мөхәббәтен дә осрата: агрономлыҡҡа уҡып йөрөгән, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәр Һабай ауылы ҡыҙы Альмира Әсҡәт ҡыҙы менән өйләнешергә һүҙ бирешәләр. Бер-береһенә тап килеп торған йәш парҙы бергә уҡыған иптәштәре лә хуплап, комсомол туйы үткәрәләр. Тыуған яғынан ситтә йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән йәштәр диплом алғас, Еҙем-Ҡаран ауылына эшкә ҡайта. Әлбиттә, бер аҙым ер ҙә сәселмәйенсә буш ятмаған ул осорҙа агроном һөнәренә колхоз-совхоздарҙа һорау ҙа ҙур булып, тупраҡты ашлау, һәйбәт уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатын, баҫыуҙарҙың торошон тикшереү кеүек һанап бөткөһөҙ эше лә күп була. Йәш белгес барыһын да еренә еткереп эшләй, белемен арттырыу өсөн ситтән тороп Өфө ауыл хужалығы институтын да тамамлай. Был колхозда байтаҡ эшләгәс, уларҙы ғаиләһе менән Ҡарағай ауылына күсерәләр. Һөҙөмтәле эшләгән белгесте “Еҙем” колхозында ла оҙаҡ тотмайҙар, Красноусолдағы ауыл хужалығы бүлегенә өлкән агрохимик итеп тәғәйенләйҙәр. Бар эште еренә еткереп эшләгән, ғәҙеллек яратҡан Миңниәхмәт Лотфулла улы лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, ошонан хаҡлы ялға китә. Баҫалҡы, тыйнаҡ, әҙәпле булған белгесте заманында башҡа тарафтарға ла эшкә саҡыралар, әммә тыуған еренә береккән кеше булараҡ, үҙ ерендә йәшәүҙе, эшләүҙе хуп күрә.
Ғаиләһендә лә һөйөклө ир, яратҡан атай, олатай ул. Тормош иптәше Альмира Әсҡәт ҡыҙы менән Красноусолда күркәм йорт һалып ингәндәр. Өс балаға ғүмер биреп, инсафлы, итәғәтле итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло ҡыҙҙарына техникумда уҡығанда Лариса тип исемде студенттар ҡуша. Ул мәҙәниәт бүлегендә өлкән хисапсы булып эшләй, тормош иптәше Илдус Үтәгәнов менән ике бала үҫтерәләр. Икенсе ҡыҙҙары Ләйсән Йәғәфәрова эске эштәр бүлегендә бик күп йылдар хеҙмәт итеп, әле Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Уның ҡыҙы Илүзә кейәүҙәре Рәмил менән өләсәй-олатаһына Кәмилә исемле бүләсәр ҙә бүләк иткән. Улдары Илнур сәнғәт училищеһын һәм институтын тамамлап, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән, әлеге көндә Себерҙә эшләп йөрөй. Тормош иптәше Лилиә менән матур ғаилә ҡороп, Илнара, Наҙгөл исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр, улар мәктәптә уҡып йөрөй.
Ғөбәйҙуллиндар йәшелсә-емеш үҫтереп, мал тотоп йәшәйҙәр, һис тик тормайҙар. Икеһе лә намаҙға баҫып, дин юлында йөрөйҙәр. Ауыл мәсеттәренә барырға кәрәк булһа, Миңниәхмәт Лотфулла улы үҙенең машинаһында барыһын да ихлас йөрөтә. “Арҡа терәр алтын терәк”, - ти уның хаҡында тормош иптәше.
Һәр кемгә тыуған ауылы ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Ҡолас йәйеп, бар-тирә йүнгә йәм биреп үҫеп ултырған имән ағасын хәтерләтә ғүмер үренә артылған ир-ат. Изге күңелле, яҡты уйлы булыуы ла уны тәбиғәт менән бәйләп, берләштерә кеүек. Көндәр, йылдар иҫкән ел, аҡҡан һыу кеүек тиҙ уҙа. Тыуған еренә берегеп, ошонда хеҙмәт юлы үтеп, матур ғаилә ҡороп йәшәүсе Миңниәхмәт Ғөбәйҙуллинға киләсәктә лә ҡоростай һаулыҡта, тормош иптәше менән тиңлек-тигеҙлектә балалар шатлыҡ-һөйөнөстәренә шатланып, килгән һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә насип итһен Хоҙай.

Тыуған ергә берегеп
Тыуған ергә берегеп
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас