Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2021, 09:45

Ауылды йәмләп йәшәйҙәр

Ҡотлоғужа ауылына барған һайын уның шишмә-күлдәренә, ялан-ҡырҙарына ғына түгел, уңған кешеләренә лә һоҡланып ҡайтабыҙ. Бында үҙ тормошон йәмләп, башҡаларҙы ла ҡыуандырып йәшәй белгән кешеләр булыуы һөйөндөрә. Гөлназ һәм Марат Кәримовтар - ана шундай дан ғаиләләрҙең береһе.

Ауылды йәмләп йәшәйҙәр
Ауылды йәмләп йәшәйҙәр

Күпләп мал тотоп, тәрбиәле балалар үҫтереп йәшәүсе был ғаиләнең йорто ла әллә ҡайҙан бында егәрле кешеләр йәшәгәнен күрһәтеп тора. Салт ҡыҙыл булып бешкән шифалы балан баулап эленгән, баҡса буйына өйөлгән төргәкле бесәндең осо-ҡырыйы юҡ. Шлакоблоктан ҡупшы итеп бер ҡыйыҡ аҫтына алынып төҙөлгән мунса менән хужалыҡ өйөндә оҫталыҡ өсөн бар эш ҡоралдары бар тиһәң дә була. Йорт-тирәһендә бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ урынлаштырылған. Уңған ғаиләнең йорт-тирәһе менән танышып сығыуға, хужабикә лә эштән ҡайтып беҙҙе өйгә саҡырҙы. Тырыш ауыл кешеһе хәҙер ҡаланан һис кәм йәшәмәй. Газ үткән өйҙә бар уңайлыҡтар ҙа булдырылып, ҡупшы итеп йыйыштырылған. Хужаның гармуны ла түрҙә урын алған.
Марат Ҡотлоғужа ауылында Альмира һәм Фәнир Кәримовтарҙың ғаиләһендә дүрт малайҙың өсөнсөһө булып тыуып үҫкән. Атаһы балта оҫтаһы була, егеттәр бер-береһенән уҙышып, донъя көткәндә кәрәкле бар эштәрҙе эшләп, өйрәнеп үҫәләр. Марат урта белем алғандан һуң, ике йыл Красноярский ҡалаһында хеҙмәт бурысын үтәй. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тракторсы һөнәрен алып, тыуған ауылына эшкә юллана. Өҙҙөрөп гармунда уйнау, моңло итеп йырлау һәләте булған булдыҡлы егетте ҡайтыу менән клуб мөдире итеп ҡуялар. Ошо осорҙа үҙенең яҙмышын – күптән ҡарап йөрөгән ошо ауыл ҡыҙын осратып, 1995 йылда Гөлназды кәләш итеп ала. Гөлназ да ошо уҡ ауылда Орҡоя һәм Рифҡәт Ғәлиевтарҙың биш балалы ғаиләһендә тыуып-үҫеп, ишле ғаиләлә тормоштоң бар нескәлектәрен аңлап, эшкә маһир булып үҫкән ҡыҙ була. Йәш ғаилә иң тәүҙә ауыл уртаһындағы бәләкәй генә өйө булған нигеҙҙә йәшәй. Аҙаҡтан тырыш пар үҙҙәренең көсө менән эргәһенә ҙур итеп йорт һалып сыға. Мөхәббәт емештәре булып Динар, Илнара, Илмира тыуа. Улдары хәҙер инде армиянан ҡайтып, Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Илнара ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина колледжының 3-сө курсында, Илмира Игенйылға мәктәбенең 5-се класында уҡып йөрөй. Балалары тәртипле, тәрбиәле булыуҙары менән айырылып тора. Ата-әсәһенә йорт эштәрендә бар яҡлап та ярҙам итәләр. Марат Фәнир улы ауыл клубында биш йыл эшләгәс, “Родина” совхозына тракторсы булып эшкә урынлаша. Әлеге көндә Стәрлетамаҡҡа йөрөп, спирт заводында һаҡсы булып эшләй. Гөлназ Рифҡәт ҡыҙы Ҡотлоғужа ауылындағы “Умырзая” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Уларҙың буш ваҡыттары юҡ тиһәң дә була, дүрт һауын һыйыры, шунса уҡ башмаҡ, иҫәпһеҙ-һанһыҙ тауыҡ-әтәс, өйрәк тоталар.
- Ауыр булһа ла, мал-тыуар аҫрап һатһаң, тулайым аҡса керә. Бесәнде, үҙебеҙҙең техника булғас, эшләүе еңелерәк. Атай-әсәйҙәр беҙҙе эшкә өйрәтеп үҫтергәндәр, шуға рәхмәтлебеҙ. Эшең булһа – ашың да була, тиҙәр бит, - ти йорт хужаһы.
Ауылдағы байрамдар, өмәләр Марат Фәнир улынан тыш үткәне юҡ тиһәң дә була. Ауыл халҡы уға ышанып, өмөт бағлап староста итеп һайлап ҡуйғандар, хәҙер өсөнсө саҡырылыш рәттән ауыл Советы депутаты ла ул. Тыуған еренең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, кәрәк икән йырлай, гармунда ла уйнай. Үҙ техникаһы менән ауылдаштарына ҙур ярҙам күрһәтә. Яҙын артыҡ хаҡ ҡуймай бәрәңге баҡсаларын да һөрөп бирә, бесәнен дә сабыша, төргәкләп бирә. Күптән түгел уның ойоштороуында ремонтланған “Баш һыуын” тантаналы асҡанда Марат Фәнир улының моңло йырлауын таң ҡалып тыңлап торған бер ҡунаҡтың: ”Ниңә артист булманы икән?” - тигән һүҙҙәрен ишетергә тура килгәйне. Ундайҙар үҙ ерендә, ауылында нығыраҡ кәрәк, ҡәҙерлерәк, тип әйтке килә. Ауыл ере лә ихлас, егәрле кешеләрҙе үҙенә нығыраҡ тарта шул. Тыуып үҫкән ерендә матур итеп донъя көтөүе, тир түгеүе, балалар үҫтереүе ауылға ҡот, бәрәкәт тә бирә. Кәримовтар ғаиләһенә киләсәктә лә ауылдаштарының ышанысын аҡлап, ныҡлы һаулыҡта, йәштәргә өлгө булып йәшәргә яҙһын тип теләп ҡалабыҙ.

Ауылды йәмләп йәшәйҙәр
Ауылды йәмләп йәшәйҙәр
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас