Өлкән йәштәге кешеләр, был киҙеү менән ауырыһалар, айырыуса хәүеф зонаһына инә. Тап беҙҙә, иммун системаһына көсөргәнеш төшөү сәбәпле, бик хәүефле өҙлөгөүҙәр башлана. Һаулығыңды һаҡлау бик мөһим һәм кәрәк эш.
Шуға күрә тап вакцинация – беҙҙе коронавирустың ауыр үтеүенән һаҡлаусы берҙән-бер һәм ышаныслы ысул ул. Районыбыҙҙың күп кенә өлкән йәштәге граждандары прививка яһатты, вакцинацияны һәйбәт үткәрҙеләр, ҡайһы берҙәре ревакцинацияны ла үтте инде.
Табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре, урындағы хакимиәт башлыҡтары һәм район Советы секретарынан торған бригада менән беҙ райондың 15 тораҡ пунктында район ветерандары һәм пенсионерҙары менән осрашып, был сир хаҡында аңлайышлы итеп һөйләнек, ветерандарҙың үҙҙәрен дә тыңланыҡ. Өлкән быуын (60 йәштәгеләр һәм унан олораҡтар) араһында вакцинация темпының һүлпәнлеге бигерәк ҡурҡыта, сөнки был ауырыуҙан өҙлөгөп үлеүселәрҙең 85 проценттан ашыуы тап ошо йәш категорияһындағылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең арала прививканы инҡар итеүселәр, унан ҡурҡыусылар бар. Ә прививка яһатырға кәрәк, ғалимдар раҫлауынса, хатта төрлө хроник сирҙәре булғандарға ла.
Районда өлкән йәштәгеләргә вакцина яһатыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Беҙ һеҙҙе Үҙәк район дауаханаһында, «Марат» сауҙа үҙәгендә, шулай уҡ ауыл фельдшерлыҡ пункттарында көтәбеҙ.
15 ноябрҙән 1 декабргә тиклем ауыл биләмәләрендә акция-лар үтә. Вакцина яһатҡан 60 йәштән өлкән һәр кемгә бүләк бирелә. Улар 1 декабрҙә вакцинация пунктында уҙасаҡ тонометр һәм зонттар уйнатыуҙа автоматик рәүештә ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: пандемиянан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы – ул вакцинация. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.