+29 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
16 Ноября 2021, 07:40

Яҡшыға өмөт итәйек!

“Әсәйем Мәҙинә Ғабдрахман ҡыҙы (1893 йылғы), атайым Кинйәғол Ҡунаҡҡол улы (1886 йылғы) Исмәғилевтар Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан. Улар өйләнешеп, бергә йәшәп ятҡанда, 1921 йылда ҡаты аслыҡ килгән. Ҡот осҡос ҡоролоҡ булған. Тамсы ла ямғыр яумағас, сәскән бер нәмә лә үҫеп сыҡмаған. Урманда ағастар япраҡһыҙ шәрә ултырған, үлән-сәскә ҡороған, йәнлектәр, ҡоштар ҙа ҡырылған. Халыҡ был йылды “йот йылы” тип атаған, ул күп ғүмерҙәрҙе йотҡан, һанһыҙ тереклекте һәләк иткән. Тотош ғаиләләр юҡҡа сыҡҡан. Ашар аҙығы булмағас, эт, бесәйҙе лә тамаҡлағандар. Бәғзе яҡтарҙа унан да яманыраҡ хәлдәр булған, тигән хәбәрҙәр ҙә килеп еткеләгән...

Яҡшыға өмөт итәйек!Яҡшыға өмөт итәйек!
Яҡшыға өмөт итәйек!

Кешеләр көн дә үлеп торған. Мәйеттәрҙе ҡайҙалыр ерләргә кәрәк бит инде, ауыл халҡы юҡ көсөн бар итеп, мөгәзәй ҡаҙған. Ҙур соҡор инде уныһы. Аслыҡтан бөгөлгән халыҡтың мәйетте мосолманса тәрбиәләп, зыяратҡа алып барып күмерлек хәле юҡ...
“Атайың урмандан йыла ҡайырын һуйып килтерә. Шуның ҡыртышын әрсеп, йомшағын ваҡ ҡына итеп турап, мейестә киптерәбеҙ ҙә, тирмәндә тартып, он итеп ашайбыҙ. Шул йыуа ононан бер аҙ һөт ҡушҡан булып, көн дә өйрә бешерәм. Өйрә тигәне һуҙылып торған, лайлалы бер эсемлек инде, туҫтаҡтан алып, ҡалаҡты ауыҙға килтереп еткергәнсе һуҙыла. Атайың ашаны. Мин, ерәнеп, ҡаба алманым,” – тип һөйләгән була торғайны әсәйем.
Бөйөк Ватан һуғышы осоро минең үҫмер ваҡытыма тура килде. Бәләкәй бала булһаҡ та, өйҙә ултырманыҡ, утауын да утаныҡ, дүрт тиҫтер әхирәтем менән бер гектар ҙа 300 сутый ер ҡаҙҙыҡ. Бишле салғым бар ине. Шул салғыны тотоп, әсәйемә эйәреп, борсаҡ, тары сабырға йөрөнөм, бесән йыйҙым. Арыш урҙыҡ, ай яҡтыһында көлтә бәйләнек. Әсәйем дә ныҡ егәрле булды: мейесен дә сығарҙы, кейемен дә текте. Фронтовик ҡатындары эш хаҡы алмай, бушҡа эшләне. Өйҙә ас-яланғас, балалары илашып, әсәйҙәрен көтөп ултыра, шул сабыйҙарын ашатыр өсөн бер ус арыш алһа ла – төрмә!
Йәшәү дәүеремдә төрлө хәлдәрҙе, илдә булған күп үҙгәрештәрҙе күрҙем. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла хәйер һорашып йөрөүселәр күп булды. Сөнки ул заманда тылдағылар ризыҡ ҡытлығы кисерҙе. Бөтөн булған аҙыҡты тик фронтҡа, тик Еңеү өсөн тип, оҙатып торҙоҡ. Ашарына – аҙығы, кейеренә – кейеме таҡы-тоҡо булған халыҡ бик толланып йәшәне.
Ул заманда бөтөн кеше лә бәрәңге сәсеүҙе белмәгәндер, күрәһең. Ә беҙ уны күп кенә сәстек. Аслыҡтан ҡотҡарҙы ул беҙҙе. Көн дә ишек төбөнә бер биҙрә бәрәңге ултыртып ҡуябыҙ. Кискә тиклем шул биҙрәлә бәрәңгенең бер бөртөгө лә ҡалмай, хәйер һорап килгән бер кешегә берәр бәрәңге биргән булабыҙ. Урман йәнлектәре лә ас булғандыр, күрәһең. Хатта бүреләр ауылға килә торғайны. Һарайҙар һалам башлы булғас, бүре һаламды соҡоп, эскә үтеп инә. Кешенең күҙ терәп торған кәзә-һарыҡтарын тамаҡлай. Беҙҙең Үтәймулла ауылында “дежур” ҡуйҙылар. Көн һайын ике кеше, бүрене ҡурҡытып, ҡыуыр өсөн, шатырлауыҡ эшләп алып, урам буйында төнө буйы йөрөп сыға торғайны.
Бына шундай ҡатмарлы заманалар булды, эшләмәгән эш ҡалмаһа ла, эштә сынығып үҫтек. Илгә төшкән ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәребеҙҙә күтәрештек.
1947 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылына килен булып төштөм. Хәләл ефетем һуғыштан ауыр яраланып, беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан 21 йәшлек кенә егет ине. Шул яраларынан ғүмер буйы яфаланып, иртә донъя ҡуйҙы. Туғыҙ балабыҙҙың кесеһенә ун йәш ине. Мин ошо ауылда еректем, балалар үҫте, өлкән йәшкә еттем, туҡһан өстәмен, Әлхәмдүлилләһ.
Тыныс тормошта матур ғына йәшәп ята инек тә, бөтөн донъяға бына тағы ла бер афәт килде – тажлы вирус. Уныһы ла үтеп китер, еңелер Иншә Аллаһ.
Бик күп йылдар элек Сәйетбабала күпте белгән Сабира исемле инәй менән һөйләшеп ултырырға насип булды. Уның: “Әсәйем күп дини китаптар ҡалдырҙы, шуларҙың береһендә “Ошо матур донъя ҡырҡ йыл дауам итер, ашап-эсмәк күп булыр, бәндә аллы-гөллө кейенер. Ата – улды, инә – ҡыҙҙы белмәҫ. Ҡырҡ йылдан һуң Ахыры заман булыр” тип яҙылған,” – тигәндәре хәтеремдә ҡалған. Әллә инде... Яҡшыға өмөт итәйек, балалар, уйҙарыбыҙ саф, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, атҡарған эштәребеҙ тик изге булһын!
Мөнирә ҒӘЗИЗОВА.
Сәйетбаба ауылы.

Яҡшыға өмөт итәйек!
Яҡшыға өмөт итәйек!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас