Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2021, 14:50

Шәкәр диабеты һәм коронавирус – хәүефле бергәлек

СОVID-19 көтөлмәгән эҙемтәләре менән хәүефле. Сәләмәт организм был сир йәки уның эҙемтәләре менән үҙаллы көрәшә алырға мөмкин, ә бына шәкәр диабеты булғандарҙа унан етди өҙлөгөүҙәр, хатта үлеү ихтималлығы бик ҙур.

Шәкәр диабеты һәм коронавирус – хәүефле бергәлек
Шәкәр диабеты һәм коронавирус – хәүефле бергәлек

Шәкәр диабеты насар компенсацияланған кешеләр айырыуса хәүеф төркөмөнә инә. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше даими рәүештә ҡанында шәкәр кимәле юғары килеш йәшәй йәки ул түбәндән юғарыға тиклем “һикерә”. Бындай хәл барлыҡ ағзаларға һәм тән системаларына йоғонто яһай, шул иҫәптән иммунитетты төшөрә. Шуның өсөн бындай кешеләргә киҙеү тиҙ йоға, өҙлөгөү йышыраҡ була.
Тән температураһы күтәрелеү, ағыуланыу, эс китеү күренештәре менән барған бөтә төрлө киҙеү диабеттың компенсацияланмауына килтерергә мөмкин. Йәғни диабет сирле кешеләргә киҙеү ваҡытында ҡандағы глюкозаны нормаль кимәлдә тотоу күпкә ҡатмарлыраҡ. Шул арҡала диабеттың киҫкен өҙлөгөүҙәре – кетоциадоз, диабетик кома, ауыр гипогликемия башланыуы бар.
Вируслы киҙеүгә ҡаршы тороу өсөн тәндә ҙур күләмдә стресс гормондары, кортизол һәм адреналин эшләп сығарылып, улар инсулиндың тәьҫир итеүен ауырлаштыра һәм бауырҙа глюкоза эшләнеп сығыуҙы әүҙемләштерә. Бындай шарттарҙа хатта һәйбәт компенсацияланған диабетлы кешегә лә глюкозаны тейешле кимәлдә тотоуы бик ауыр. Аппетит булмауы, ҡоҫоу, эс китеү ҙә ҡанда шәкәр кимәленә йоғонто яһай, шәкәрҙе кәметеүсе дарыу дозаһын төҙәтеү талап ителә.
Ризыҡ менән углеводтар кермәй икән, тән бауырҙағы уның запасын тиҙ үк тотоноп бөтә лә, көс алыу өсөн майҙы яндыра башлай. Май тарҡалған ваҡытта кетон тәнсәләр (ацетон) барлыҡҡа килә. Бындай хәл оҙаҡ дауам итһә, ә инсулинотерапия дөрөҫ һайланмаһа, I типтағы диабетлы кешелә кетоацидоз, хатта кетоацидотик кома башланырға мөмкин. 2-се типтағы диабетлы кешеләрҙә, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙә, гиперосмоляр диабетик кома булырға мөмкин. Диабеттың был ике киҫкен өҙлөгөүе лә бик ҡурҡыныс.
Коронавирус эләктергән диабетиктарға ҡандағы шәкәр кимәлен, күтәрелһә йәки төшһә ваҡытында сара күреү өсөн, йыш ҡарап торорға кәңәш ителә. Шулай уҡ ауырыуҙың киҫкен осоронда инсулин терапияһын туҡтатмаҫҡа кәрәк. Коронавирус киҙеүе ваҡытында шәкәр кимәлен түбәнәйтеү өсөн инсулин дозаһын (оҙайтылғанын да, ҡыҫҡа ваҡыт эш итә торғанын да) ваҡытлыса арттырыу һәм “түбәнәйтеүсе” (ультра) ҡыҫҡа инсулинды өҫтәп индереү кәрәк булырға мөмкин.
Инсулин алмаусы 2-се типтағы диабетлы кешеләргә ҡайһы ваҡыт бер төрлө дарыуҙарҙың дозаһын арттырыу һәм, киреһенсә, икенселәрен ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтатыу талап ителә. Ҡайһы саҡ уларға ваҡытлыса инсулин тәғәйенләргә кәрәк була.
Коронавирус менән ауырығанда диабетиктарҙың туҡланыуы – бик мөһим мәл. Булдыра алғанса етерлек тиклем углеводтар ҡабул итергә, күберәк шыйыҡса эсергә кәрәк. Ризыҡты әҙ-әҙләп һәм йыш ашарға тырышырға кәрәк. Тиҙ углеводтар гипогликемия йәиһә шәкәр кимәле ҡапыл төшкән осраҡтарға ҡалдырыла. Ҡоҫҡо килһә, ризыҡты углеводлы шыйыҡсаларға (һыу ҡушылған һуттар, компоттар) – әгәр ҡанда глюкоза кимәле юғары түгел икән, һәм углеводһыҙ тоҙло иретмәләргә (газһыҙ минераль һыу) – ҡанда шәкәр күтәрелгәндә – алмаштырырға кәрәк.
1-се типтағы диабетлы кешеләргә киҫкен йоғошло киҙеү ваҡытында көнөнә бер нисә мәртәбә тест-таҫмалар ярҙамында һейҙектәге кетондар кимәлен үлсәп торорға кәрәк. Был айырыуса ҡанда глюкоза кимәле 13-15 ммоль/л-ҙан юғарыраҡ булғанда мөһим. Һейҙектә кетондар барлыҡҡа килгәндә һәм ҡанда шәкәр юғары булғанда бөтә типтағы диабетта ла өҫтәмә рәүештә “ашамлыҡһыҙ” ҡыҫҡа инсулин уколы ҡаҙау һәм углеводһыҙ шыйыҡсалар ҡулланыуҙы арттырыу талап ителә.
Ауырыуға ашығыс медицина ярҙамы шул саҡта кәрәк, әгәр ул:
- ҡанда шәкәрҙең һәм һейҙектә кетондарҙың юғары күтәрелеүен туҡтата алмаһа;
- туҡтауһыҙ уҡшый, ҡоҫа икән;
- 4-6 сәғәт буйы бер нимә лә эсә алмаһа;
- тын алыуы ауырлашһа;
- ныҡ хәле бөтһә, ойоп барһа, асыҡ фекерләй алмаһа.
Ковид йоҡтормаҫ өсөн диабетиктарға дөйөм ҡабул ителгән һаҡлыҡ сараларын тайпылышһыҙ үтәргә кәрәк:
- ҡулдарҙы йыш һәм ентекле йыуырға, айырыуса ашар алдынан, бәҙрәфкә барып килгәс, кешеләр күп йыйылған урында булғандан һуң;
- ҡул йыуыр урын булмаһа тип, үҙе менән спиртлы антисептиктар йәки һис юғы спиртлы еүеш салфеткалар йөрөтөргә кәрәк;
- дистанция һаҡларға;
- битлек кейеп йөрөргә;
- ҡул менән ҡағыла торған урындарҙы һәм әйберҙәрҙе: ишек тотҡаларын, кеҫә телефондарын, пульттарҙы, асҡыстарҙы антисептик иретмәһе менән һөрткөләп торорға;
- бүлмәләрҙе даими елләтергә һәм йыуып йыйыштырырға.
Быларҙан тыш диабетиктарға дөрөҫ туҡланырға кәңәш ителә: гликемик индексы түбән булған йәшелсә һәм емештәрҙе, бөтәүләй ашлыҡтан әҙерләнгән ризыҡтарҙы, майһыҙыраҡ иттәрҙе, балыҡты күберәк ашарға һәм етерлек ҡәҙәр шыйыҡса эсергә кәрәк. Физик эш-күнекмәләр хаҡында ла оноторға ярамай.
Лена РЕЗБАЕВА,
Красноусол үҙәк район дауаханаһының
табип-эндокринологы.

Шәкәр диабеты һәм коронавирус – хәүефле бергәлек
Шәкәр диабеты һәм коронавирус – хәүефле бергәлек
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас